

Был проект ауыл халҡы өсөн сифатлы медицина ярҙамын яҡынайтыуҙың иң һөҙөмтәле юлына әүерелде.
Апрель уртаһынан сентябрь башына тиклем дауам иткән акцияла 58 күсмә комплекс эшләне. Был эштә 4 меңгә яҡын табип һәм 5 меңдән ашыу урта звено медицина хеҙмәткәре ҡатнашты. Быйылғы йылдың үҙенсәлеге – медицина колледжы студенттарының ирекмән булараҡ ҡушылыуы. Меңдән ашыу йәш белгес табиптарға тикшереүҙәр үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәтте.
«Сәләмәтлек поездары» алты төп маршрут буйынса республиканың 54 районындағы 390 ауылда булды. Белгестәр 186 меңдән ашыу тикшереү үткәреп, 29 меңдән ашыу сирҙе иртә стадияла асыҡларға өлгәште. Был – меңләгән кеше өсөн дауаланыуҙы ваҡытында башлау мөмкинлеге тигән һүҙ. 476 пациент стационар дауалауға ебәрелде.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин билдәләүенсә, киләһе йылда акцияның географияһын тағы ла киңәйтергә ниәтләйҙәр.
«Беҙ алыҫ тораҡ пункттарға иғтибарҙы арттырырға һәм һәр райондағы ауырыуҙар статистикаһына ҡарап, тар профилле табиптарҙың составын көсәйтергә планлаштырабыҙ», – тине министр.
Бөгөн Башҡортостандың был тәжрибәһе ил кимәлендә юғары баһалана. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республиканың «Сәләмәтлек поездары» эшен башҡа төбәктәр өсөн өлгө итеп ҡуя һәм уны бөтә ил буйлап таратырға тәҡдим итә. Был – республика медицинаһының халыҡ мәнфәғәтендә эшләгәненең тағы бер дәлиле.