Һаулыҡ һаҡлау
19 Октября , 06:20

Клиник дауахана матди-техник базаһын нығыта

Яңы ҡорамал – бәләкәй пациенттарыбыҙға медицина ярҙамы күрһәтеүҙә бик мөһим аҙым.  Ул сабыйҙарҙың стационарҙа булыу ваҡытын ҡыҫҡарта һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Клиник дауахана матди-техник базаһын нығытаКлиник дауахана матди-техник базаһын нығыта
Клиник дауахана матди-техник базаһын нығыта

Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, “Ғаилә” милли проектына ярашлы, матди-техник базаһын нығыта. Яңыраҡ ул яңы тыуған сабыйҙар фототерапияһы өсөн заманса ҡорамал алды. Аппарат неонаталь һарыһыуҙы һөҙөмтәле дауаларға мөмкинлек бирә. Ҡеүәтле һәм тигеҙ төҫ тәьҫирен  бала тәненә тотош йүнәлтеп, билирубин кимәлен тиҙ кәметеүгә булышлыҡ итә һәм сабыйҙарҙа өҙлөгөүҙәр үҫешенә юл бирмәй. Уңайлы конструкция һәм бейеклекте көйләү мөмкинлеге үтә түбән ауырлыҡтағы сабыйҙарҙы ла һауыҡтырырға ярҙам итә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (нацпроект “Семья”), бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк.

Автор:
Читайте нас