Һаулыҡ һаҡлау
21 Октября , 11:16

Дрондар — медицина ярҙамында яңы ҡанаттар

Рәсәйҙә медицина хеҙмәтен яңы кимәлгә сығарыу өсөн заманса технологиялар әүҙем индерелә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Добавить в предпочтительные источники Google
Дрондар — медицина ярҙамында яңы ҡанаттарДрондар — медицина ярҙамында яңы ҡанаттар
Дрондар — медицина ярҙамында яңы ҡанаттар

Хәҙер инде дарыуҙарҙы һәм биоматериалдарҙы ташыуҙа пилотһыҙ осоу аппараттарына ҙур өмөт бағлайҙар. «Пилотһыҙ авиация системалары» милли проекты ( национальный проект «Беспилотные авиационные системы») сиктәрендә тормошҡа ашырылған был башланғыс, тәү сиратта, кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Ни өсөн был мөһим? Күп осраҡта ауырыуҙың яҙмышы ваҡытҡа бәйле. Традицион транспорт юлһыҙлыҡ йәки алыҫлыҡ арҡаһында тотҡарланғанда, дрон һауа юлы менән кәрәкле препаратты, вакцинаны йәки ҡан компоненттарын тиҙ арала еткерә ала. Был айырыуса юлдары булмаған йәки ҡатмарлы рельефлы төбәктәрҙә, мәҫәлән, Арктика зонаһында йәки сик буйы райондарында ҙур ярҙам буласаҡ.

Техник яҡтан был системалар байтаҡ алға китте. Хәҙерге ватан аппараттары бер нисә тиҫтә километр араны үҙаллы, автомат режимда үтә ала. Иң мөһиме — медицина йөктәренең сифаты боҙолмаҫ өсөн махсус термоконтейнерҙар ҡулланыла. Улар юл буйына температураны +2-нән -20 градусҡа тиклем тота ала, был дарыуҙарҙың үҙ көсөн юғалтмауына ышаныслы гарантия бирә.

Дрондарҙы медицина логистикаһына йәлеп итеү — ул заман талабы түгел, ә  иҡтисади яҡтан да отошло аҙым. Бындай ташыуҙар арзаныраҡҡа төшә, ә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә уларҙың тиҙлеге һәм оперативлығы халыҡ өсөн ысын мәғәнәһендә ҡотҡарыусы булып тора. Яҡын киләсәктә пилотһыҙ авиация беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһының айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнер, тип көтөлә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас