Байрамдар
14 Июня 2024, 06:28

Беҙ - Рәсәй граждандары!

Рәсәй көнө алдынан район хакимиәтендә яңыраҡ 14 йәше тулып паспорт алған Әбйәлилдең йәш граждандарын тәбрикләнеләр.

Йәш быуын вәкилдәрен һәм уларҙың ата-әсәләрен «Беренселәр хәрәкәте» ойошмаһының урындағы бүлексәһе белгестәре Р. Р. Сафина менән А. Ғ. Фәйзуллин ҡайнар сәләмләне. Район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары В. Ф. Ғафаров, мәғариф бүлеге начальнигы В. С. Абсаҙыева һуңғы өс айҙа паспорт алған 21 үҫмергә изге теләктәр  юллап, Тыуған илде ысын күңелдән яратыуҙарын, патриоттар булып үҫеүҙәрен, йәнтөйәк өсөн изге ғәмәлдәр башҡарыуҙарын һәм әлегә төп хеҙмәттәре булған белем алыу юлында уңыштарға өлгәшеүҙәрен теләне. «Бай тарихлы бөйөк дәүләттең граждандары булыуы менән ғорурланып йәшәгеҙ һәм уның ҡеүәтен арттырыуға үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ», — тине Вадим Фәнил улы.
Илебеҙҙең йәш граждандарына календарҙа ҡыҙыл менән билдәләнгән был тарихи әһәмиәткә эйә көндөң иҫтәлеге итеп шәхестәрен раҫлаусы төп документтарына тышлыҡтар бүләк ителде. 
Рәсәй көнө айҡанлы әлегә мәктәп уҡыусыһы ғына булһалар ҙа, тыуған Әбйәлил, республика һәм илебеҙ өсөн мөһим эштәр башҡарған, әйләнә-тирәләге ваҡиғаларға битараф ҡалмаған бер төркөм ирекмәндәр хәрәкәте активис-тарына Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Киң һәм ҙур илебеҙ күп милләтле, татыу, дуҫ, теләктәш, берҙәм халҡы менән ҡеүәтле. Быйыл яҙ һуғыш шаңдауы яҡында яңғыраған, йәшәү өсөн хәүефле ерҙәрҙән балаларҙы ваҡытлыса тыныс төбәктәргә эвакуациялау башланғас, Башҡортостан биш йөҙ Белгород балаһын үҙ ҡосағына һыйындырҙы. Шуларҙың 240-ы беҙҙең районда ике ай йәшәне, улар өсөн «Березки» ял йортонда лагерь ойошторолдо, бер үк ваҡытта мәктәптә белем алыуҙарын да дауам иттеләр. Белгород балаларына уңайлы шарттар булдырып, урындағы халыҡтың мәҙәниәте менән таныштырған һәм ихлас ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп, бойоғорға тамсы ла ваҡыт ҡалдырмаған онотолмаҫ ял һәм төплө белем биреүҙе ойошторған район мәғариф бүлеге начальнигы В. С. Абсаҙыеваға һәм лагерь начальнигы вазифаһын башҡарған Ә. Ә. Муллайә-роваға  «Берҙәм Рәсәй» партияһы ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылыуы байрамдың мәртәбәһен тағы ла арттырҙы. 
Рәсәй көнөнә арналған тантананы район хакимиәте алдында күмәкләп Рәсәй гимнын башҡарыу йомғаҡланы. Район мәҙәниәт йорто артистары баш-ҡарыуындағы гимнға Әбйәлил етәкселеге, район хакимиәте һәм төрлө ойошма-учреждениелар хеҙмәткәрҙәре Тыуған илгә һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо менән ҡушылып йырланы. Сарала ҡатнашыу-сыларҙы дәүләтебеҙҙең төп байрамы менән район башлығы И. Т. Нафиҡов ҡотланы:
— Беҙҙең Рәсәй көнө менән! Беҙ был илдә йәшәйбеҙ, бөтә эштәребеҙҙе уның мәнфәғәтенә, үҫешеүенә бағышлайбыҙ. Илебеҙ бөйөк һәм мәғрүр. Шуға ла сит-яттарҙан баҫым көслө. Уны быуаттар дауамында дошмандарҙан һаҡланыҡ, һаҡлаясаҡбыҙ. Хәҙерге ваҡытта ла махсус хәрби операциялағы ир-азаматтарыбыҙ илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшә һәм беҙ уларға рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ. Ватаныбыҙҙың ауырлыҡтарҙы еңеп сығырына ышанабыҙ. Беҙ илебеҙҙе яратабыҙ һәм ғорурланабыҙ. 
Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Читайте нас