Байрамдар
28 Июня 2024, 09:55

Тынмаһын гармун моңо!

«Эх, гармунсы түгелмен шул, Бер уйнап, йырлар инем...» — тип үкенеп яҙған халыҡ шағиры Мостай Кәрим. Бөйөк шағир әйтмешләй, был уйын ҡоралы һәләт-леләргә генә буйһона икән шул.

Күрше Татарстан Республикаһы Яр Саллы ҡалаһынан яҡташыбыҙ Зифа Абдуллина өсөнсө йыл рәттән Әбйәлил районы гармунсы-баянсыларын район үҙәгендәге «Экстрим» турбазаһына йыйҙы. Бында сығыш яһаусыларға, тамашасыларға уңайлыҡтар булдырып, эскәмйәләр, бейегәндәр өсөн түңәрәк таҡта ла һалғандар. Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Магнитогорск, Светлогорск ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенән гармун-баян моңдарын һағынып килгәндәр булыуы байрамға йәнлелек өҫтәне.
Сараны Озерный ауылынан Сәлиә Низамова етәкләгән «Их-лас» һәм Йәнгел ауылынан «Инеш» фольклор төркөмдәре йыр менән асты. 
«Тынмаһын моңло гармун!» — быйылғы байрамдың девизын әйтеп, ойоштороусы Зифа Мозафар ҡыҙы баянсы-гармунсыларға старт бирҙе.  Әбйәлил ауылынан Сәлим Дәминдаров, Озерныйҙан Әнүәр Низамов, Теләштән Рәил Бәшәров, Буранғолдан Нәсих Сәлмәнов, Ҡужандан Һаҙый Мөхәмәтйәнов, Мәскәү ҡалаһынан Иршат Мөхәмәҙиев, Ишҡолдан Ғәҙел Шәһәрғәзин, Мәжит Тимерйәнов, Әбделмәмбәттән Заһир Фазылйәнов, Гео-логоразведканан Ғәлимйән Рыҫ-ҡужин, Ҡаҙмаштан Зөһрә Ниғмә- туллина береһен-береһе уҙҙы-рып моңло көйҙәр һуҙҙы. Баян-гармун моңдары кемдәрҙе генә дәртләндермәһен? Тамаша ҡы-лыусылар, көйҙө буш итмәй, пар-лашып та, яңғыҙ ҙа рәхәтләнеп бейергә төштө.
Һәр сығыш яһаусы бер йыр көйө уйнаны. Ойоштороусы ошо маҡсатты әйтеп, баян-гармун оҫталарын берәмләп уртаға саҡырҙы. Гармун төймәләре телгә килде, тирә-яҡты һағындыр-ған моң даръяһы уратып алды, барыһы ла көйҙө дәррәү күтә-реп алып, моңланды, йырланы. Сығыш яһаусылар халыҡ йырҙарын да, композиторҙар әҫәрҙәрен дә башҡарҙы. Мәҫәлән, баян оҫтаһы Рәил Бәшәров Сара Садиҡова көйөнә яҙылған «Ҡай-там инде» йырын уйнаһа, Иршат Мөхәмәҙиев баянда икенсе төрлө стилдә уйнауы менән һоҡландырҙы, Нәсих Сәлмәнов иң бә- ләкәй гармунда моң сығарып аптыратты, Мәжит Тимерйәнов гармунына ҡушылып осоп-тө-шөп бейеп тә алды. Әнүәр Низамовтың районда билдәле етәксе Рәил Фәхрисламов бүләк иткән баянда һыҙҙырыуы оло баһаға торошло. Ғөмүмән, төймәле му-зыка ҡоралдарында оҫта уйнау-сылар тураһында әллә күпме маҡтау һүҙҙәре яуҙырырға була, ундайҙарҙы айырып әйтеп тор-маным, үпкәләмәһендәр.
Ижад кешеләре йыйылған урында моңға уралып, шиғырҙар ҙа яңғыраны, йырҙар ҙа йырлан-ды. Сибайҙан килгән Дилә Мә-житова үҙенең ижад емеше — шиғырын аһәңле итеп башҡар-һа, шулай уҡ Нәсих Сәлмәнов та яңы ғына тыуған шиғырын уҡып ишеттерҙе, Асҡарҙан Еүәйрә Әхмәҙиева, Теләштән ошо юлдар авторы тыуған иленә  мәҙхиә йырланы.  «Ихлас» фольклор төркөмө ир заттарына бағышлап махсус йыр башҡарҙы.
Ҡаҙмаш ауылынан оҫта гар-мунсы  Зөһрә Ниғмәтуллина өҙҙөрөп уйнаны ла, дәртләнеп бейене лә. Уның милли кейе-менә, биҙәүестәренә, үҙен ысын әртистәрсә тотоуына һоҡлан-маған кеше булмағандыр, оҙаҡ йылдар билдәле бейеү ансам-блендә бейегән бит ул. 
Һәр башланғыстың аҙағы ла була. Зифа Абдуллина Өфө сәх-нәләрен яулаған, быйыл 75 йә-шен билдәләүсе баян оҫтаһы Әнүәр Низамовты диплом менән билдәләп үтте. Быйылғы байрамда ҡатнашҡан 11 гар-мунсы-баянсыға ла шулай уҡ дипломдар тапшырҙы, уңыштар теләне. Йәнгелдәрҙе алып кил-гән автобус водителе Салауат Әпсәләмов та диплом алып, рәхмәт һүҙҙәре ишетте.
Киләһе йылда ошо уҡ урында тағы ла осрашырға һүҙ ҡуйышып, гармунсы-баянсылар берләшеп көйҙәр һуҙҙы, күмәкләп фотоға ла төштө.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтҡа 60 мең гармун-баян оҙатылған. Был уйын ҡоралы һуғышсыларҙың күңелен күтәргән, еңеүҙәргә дәрт-ләндергән, һағыш-хәсрә-тен, юғалтыуҙарын, йөрәк әрнеүҙәрен дә ошо уйын ҡоралы моңдарына баҫҡан. Тынмаһын гармун моңо! Яуҙа ла, тыныс тормошта ла баян-гармун күре-ген һуҙып уйнаусылар күбәйһен, моңдары менән ҡыуандырһын тип әйтәһе килә. Бөйөк шағир әйткәнсә, күптәрҙең эсен ҡыҙҙырған таланттарҙың байрамы үтеп тә китте. Һәр кем дә был уйын ҡоралы төймәләренә баҫып көй сығара алмай шул, ундайҙар күктәрҙән бүләк-ләнгән. Алыҫ араларҙы яҡын итеп шул талант эйәләрен бергә туплап байрам ойошторған, бүләген дә үҙе күтәргән Зифа Абдуллинаға һаулыҡ теләйек, дәрте ташып торһон, йөрөгән юлдары уң булһын!
Зөһрә БӘШӘРОВА. 
Теләш ауылы.

Читайте нас