Байрамдар
20 Декабря 2024, 11:25

ТАТЫУ ҒАИЛӘЛӘР — ИЛ КҮРКЕ

«Ҡайынҡай» балалар баҡсаһында Ғаилә йылына арналған «Минең шәжәрәм» исемле матур байрам үтте.

Дауыт ауылында йәшәүсе Мәүлиҙә һәм Азамат Мөхәмәтдиновтар сәскәләй  өс ҡыҙ — Яҙгөл, Наҙгөл, Әминәне үҫтерә. Талантлы ғаилә шәжәрә байрамына бик ентекле әҙерләнгән. Улар сараға милли кейемдәрҙә килгән, тамашасыларға «Башҡортостан — тыуған ер» йырын бүләк итте. Ныҡлы тамырлы Мөхәмәтдиновтар шәжәрәһе менән таныштырҙы, ағас формаһында эшләнгән шәжәрәлә 15 быуын күрһәтелгән.
Мәүлиҙә Мөхәмәтдинова башҡорттарҙың бауырһаҡты борон-борондан туй табындарына әҙерләүе хаҡында һөйләне. «Беҙҙең нәҫелдән-нәҫелгә күсеп килгән бауырһаҡ бешереү рецебы бар. Был нәзәкәтле ризыҡты «бисмилла» тип, яҡшы кәйеф менән әҙерләй башлайбыҙ», — тип бауырһаҡ бешереү серҙәре менән уртаҡлашты.
Район үҙәгенән Рәсилә һәм Нияз Сибәғәтуллиндар Роза исемле ҡыҙ менән Батырхан улдарын милли рухта тәрбиәләй, башҡорт йырҙарын-бейеүҙәрен өйрәтә. Ғаилә башлығы үҙенең шәжәрә ағасы тураһында һөйләне, алдынғы ҡарашлы, белемле заттан икән улар. 
«Баллы-татлы бауырһаҡ — һәр табындың биҙәге» тип әйтә ине өләсәйем. Ул беҙгә тәмле бауырһаҡ бешереү серҙәрен өйрәтеп ҡалдырҙы. Был милли ризыҡ беҙҙең ғаиләнең яратҡан тәмлекәсе», — тип тел йоторлоҡ бауырһаҡтан ауыҙ иттерҙе Рәсилә Сибәғәтуллина.
«Ғаиләм-ҡәлғәм» тигән девиз аҫтында йәшәүсе Гөлнара менән Самат Килмөхәмәтовтар ҙа Дауыт ауылынан. Светлана, Илсур, Гөлсибәр ата-әсә һөйөүенә ҡойоноп үҫә, һәләтле балалар төрлө конкурстарҙа урындар яулай. Был ғаилә Ҡолоҡас ауылында ғүмер иткән Килмөхәмәттән таралған быуындары менән таныштырҙы.
Гөлнара Килмөхәмәтова ғаиләнең иң яратҡан ризыҡтары — сәк-сәк бешереү һәм ҡыҙыл эремсек әҙерләү үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. 
Ғаиләләр ижади номерҙары менән ҡыуандырҙы. Азамат Мөхәмәтдиновтың «Хаттар, хаттар» йырын моңло итеп башҡарыуы һоҡландырҙы. 
Ижади бәйгене баһалаусы жюри ағзалары Фәриҙә Уйылданова менән Резеда Юлдашева йыр-бейеүгә маһир, ҡул эштәренә, аш-һыуға оҫта, әүҙем һәм талантлы өс ғаиләне лә еңеүсе тип иғлан итте һәм грамоталар, бүләктәр тапшырҙы. 
«Ояһында ни күрһә — осҡа-нында шул була», ти боронғо мәҡәл. Тәрбиә бәләкәйҙән башлана һәм ата-әсә өлгөһөндә башҡорт мәҙәниәтен, телен, тарихын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен белеп үҫкән балалар ысынлап та илһөйәр, телһөйәр буласаҡтарына шик юҡ. Ҡыҙ һәм улдарын кескәй саҡтарынан башҡорт рухлы итеп тәрбиәләгән ата-әсәйҙәр маҡтауға ғына лайыҡ. Тап шундай тамыры ныҡ, татыу ғаиләләр — илебеҙ күрке. 
Матур сарала ҡатнашҡан Сибәғәтуллиндар, Мөхәмәтдиновтар һәм Килмөхәмәтовтар «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе.
Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Автор:Виль Ильгамов
Читайте нас