Байрамдар
18 Февраль 2025, 06:11

Нар-нар Нардуғанға бар, бар!

Нардуған — йыл аҙағында, ҡышҡы ҡояш торошо (иң ҡыҫҡа көн) үткәс, башҡорттарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың борондан килгән йола байрамы. Ғинуар аҙағында Буранғол ауыл биләмәһенең ағинәйҙәр ҡоро районыбыҙҙың төрлө тарафтарында йәшәгән ағинәйҙәрҙе Нардуған байрамына йыйҙы.

Ҡашмауҙарҙы, селтәрҙәрҙе
Сылтыратып тағайыҡ.
Хуш килдегеҙ, ағинәйҙәр, 
Ихлас ҡаршы алайыҡ! — тип сәләмләне улар саҡырыуҙы ҡабул итеп килгән ҡунаҡтарҙы һәм Хәҙисә Хилалова ҡойған тәмле буҙанан ауыҙ иттерҙе. 
— Башҡорт халҡының борон-борондан килгән Нардуған байрамы һуңғы йылдарҙа үткәрелмәй башланы. Бөгөнгө сараның маҡсаты – балаларҙы башҡорт халыҡ йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, милли уйындары, халҡыбыҙҙың ауыҙ тел ижадынан әйтемдәр, йомаҡтар, алғыштар менән таныштырыу. Нардуған байрамы, селлә ваҡыты, байрамдың исемен, ғәмәлен әйтә белергә өйрәтеү, — тине ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зөлфирә Нәбиуллина ҡунаҡтарҙы тәбрикләп.
Мәҙәниәт йорто фойеһы сәхнәһе боронғо башҡорт өйөн хәтерләтә ине. Стенаға сигелгән таҫтамалдар, балаҫтар, кейеҙҙәр эленгән. Уртала ашъяулыҡта самауыр, кәсәләр ҡуйылған. Бер яҡ ситтә өҫтөнә кейеҙ, ҡорама юрғандар, биҙәкле балаҫтар һалып, тартма тартылған боронғо һандыҡ урын алған.
Байрам барышында йорт хужабикәһе ролен Гүзәл Баймырҙина, Юлбарсы инәйҙе Шәһиҙә Ғәбитова, ноҡот һалыусы өләсәйҙе Мөслимә Мәсәлимова, байрамға күстәнәсләнеп килеүсе хужабикәләр ролен Мәҙинә Баязитова, Мәрйәм Шакирова, Зөлфирә Нәбиуллина, Хәҙисә Хилалова, Дамира Заһитова, мәҡәл-әйтемдәр менән таныштырыусы Гөлшат Ғәбитова, балаларға милли уйындар өйрәтеүсе инәй ролен Фәниә Фәттәхова оҫта башҡарҙы. 80 йәшлек ағинәй Рәхимә Әбдрәхимова шаян әйтемдәр әйтеп, шиғыр һөйләп барыһын да хайран итте. 
Тамашала Айгөл Фәттәхова етәкләгән 4-се класс уҡыусыларының шиғырҙар һөйләүе, йырҙар, бейеүҙәр башҡарыуы байрамдың матур биҙәге булды. Балаларҙың:
– Бәхет бирһен барына!
– Малдар ашһын ҡуранан!
– Ашлыҡ ашһын буранан!
– Ил-йортобоҙ һил булһын!
– Күңелегеҙ киң булһын! — тип әйткән алғыштары күңелдәргә хуш килде.
Селлә бабайҙы Рушан Шаһыбалов килешле һынландырҙы һәм барыһына үҙ теләктәрен еткерҙе: киң ризыҡ, киң дәүләт бирһен! Һәр ике бәндәгә киләсәген имен күреү насип булһын! Һуғыш тиҙерәк тамамланһын! Яугирҙәребеҙ имен-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтһын!
– Әмин, шулай булһын! – тип йөпләне ағинәйҙәр. 
«Йәнгүзәл» ансамбле ағзалары ҡунаҡтарҙы моңло йырҙары, «Мирфәйзә» бейеүе менән ҡыуандырҙы. Байрам һуңында улар сарала ҡатнашҡандарҙы «Өс таған»ға төшөрөп, йәшлеккә алып ҡайтты.
Ағинәйҙәр ҡул эштәренән күргәҙмә лә ҡуйғайны. Айгөл Баязитованың ҡорама, Гөлшат Ғәбитованың бәйләнгән ултырғыс түшәктәре, Мәрйәм Шакированың балитәкле күлдәктәр коллекцияһы, Гөлшат Зарипованың сигеү өлгөләре, Зөлфирә Махийәнованың йөндән эшләнгән картиналары һәм кейеҙҙәре, Дамира Заһитованың тегелгән, бәйләнгән кейем өлгөләре һәм күҙ яуын алып торған биҙәүестәре ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Айырым өҫтәлдә яугирҙәргә гуманитар ярҙам йөҙөнән мөйөш булдырылғайны. Сарала ҡатнашыусы һәр кемдең әйберләтә лә, аҡсалата ла был изге эшкә үҙ өлөшөн индереүе оло маҡтауға лайыҡ.
Айгөл Баязитова сценарийы буйынса әҙерләнгән тамашаны музыкаль яҡтан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Миләүшә Сәлмәнова, Гөлйөҙөм Вәлиева, Рәмзилә Фәттәхова биҙәһә, Айгөл Баязитова фотоларҙа һынландырҙы.
Сара һуңында район ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Гөлзифа Ғафарова һүҙ алып, Нардуған байрамын тәүгә күреүе һәм уның юғары кимәлдә үтеүен, балаларҙың ҡатнашыуының отошло булыуын билдәләне һәм альбом-штандарт тапшырҙы. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезы делегаты булараҡ, форумдың ҡарарҙары менән таныштырҙы.
Байрамдың икенсе өлөшө ауыл мәсетендә дауам итте. Булат Шөғүров махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәргә аят бағышлағандан һуң, Зөлфирә Мәүлит ҡыҙы хәйер-саҙаҡа таратты. Ауылдың уңған килендәре Гүзәл Сәлмәнова, Гөлсинә Хамматова, Гөлдәр Зарипова, Айгөл Зарипова әҙерләгән һыйлы табындан һуң ҡунаҡтар фекер алышты, уҙған йылда башҡарылған эштәрҙе барланы. Илебеҙҙе һаҡлаусыларға ярҙам итеү тураһында ла етди һөйләшеү булды. Әлмөхәмәт ауыл биләмәһенең ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Сәүҙә Шөғүрова, Зифа Сабитова (Таштимер) һәм башҡалар яугирҙәргә ярҙам итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Был юҫыҡта Әлмөхәмәт, Буранғол, Таштимер, Ҡырҙас, Хәлил ауыл биләмәләре ағинәйҙәренең эше маҡтауға лайыҡ тип билдәләнде.
Гөлзифа Ғафарова район ағинәйҙәренең эше тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Бөгөн ағинәйҙәрҙең эшенең төп асылы башҡорт телен, мәҙәниәтен, йолаларын, рухи ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҡайтып ҡала Һәм был тәңгәлдә һәр ҡайһыбыҙ маҡсатҡа ярашлы һөҙөмтәле эш алып барырға тейеш, тине ул сараны йомғаҡлап.

Шәһиҙә ҒӘБИТОВА.
Һәйетҡол ауылы.

Читайте нас