Байрамдар
4 Июль 2025, 04:15

Һөнәр түгел, ә булмыш

Рәсәйҙә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн, ғәҙәттәгесә, июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләйҙәр. Районыбыҙҙың үҙәк дауаханаһында, фельдшер-акушерлыҡ пункттарында шәфҡәтле, һиҙгер йөрәкле, шифалы ҡуллы, тырыш, намыҫлы, һәләтле һәм үҙ эштәрен ихлас яратҡан, хөрмәт иткән хеҙмәткәрҙәр тир түгә.

Тәүгеләрҙән булып сәхнәгә үҙәк дауахананың баш табибы Илгиз Килдейәров күтәрелде. 
– Беҙҙең хеҙмәт еңел түгел, ҡайһы бер ҙә сит күҙҙәргә күренмәй, әммә сикһеҙ мөһим һәм яуаплы. Көн һайын һеҙ яҡындары өсөн борсолған кешеләрҙең ғазаптары, ҡурҡыуҙары менән осрашаһығыҙ. Шуға күрә һәр табип, һәр шәфҡәт туташы һәм ябай хеҙмәткәр ҙур ихтирамға лайыҡ. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ менән район һаулыҡ һаҡлау системаһы ышаныслы алға бара. Һуңғы йылдарҙа тәүге медицина ярҙамын үҫтереүҙә ҙур алға китеш күҙәтелә. Пациенттар өсөн уңайлы шарттар булдырыла, медицина учреждениеларының техник йыһаздары яңыртыла, диагностика һәм дауалауҙың ысулдар индерелә, – тип билдәләне Илгиз Рәсүл улы. – Артабан да берҙәм эшләргә һәм кешеләрҙең һаулығы өсөн бергәләп көрәшеүҙе дауам итәйек. Эшегеҙҙә уңыштар, рух көсө, үҙегеҙгә ныҡлы һаулыҡ теләйем.

И. Килдейәров күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн бер төркөм коллегаларына төрлө кимәлдәге Почет грамоталары һәм күкрәк билдәләрен тапшырҙы. 
Аҡ халатлы фәрештәләрҙе һөнәри байрамдары уңайынан район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов ҡотланы һәм иң изге теләктәрен еткерҙе. 
– Табиптар, шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар, санитарҙар, фармацевтар, Әбйәлил районының һаулыҡ һаҡлау системаһы менән бәйле булғандарҙың барыһына ла рәхмәт. Һеҙҙең һөнәр – ул булмыш, һеҙ мөһим миссия алып бараһығыҙ, ул ҙур иғтибар һәм түҙемлек талап итә. Һеҙ ауырыуҙарға юл ҡуймайһығыҙ, кеше ғүмерен ҡотҡараһығыҙ. Ысын күңелдән барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхет, уңыштар, тыныслыҡ һәм изгелек теләйем, – тине.
Руслан Ғөзәйер улы емешле хеҙмәте өсөн бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәрен район хакимиәтенең Почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Тәлғәт Әғзәмов, баш табиптың урынбаҫары Гөлфиә Синебрюхова ла байрамдан ситтә ҡалманы, биләмә эсендә һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә әүҙемлек күрһәткән медицина хеҙмәткәрҙәрен маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләп үттеләр. Шулай уҡ профсоюз ойошмаһы рәйесе Азат Күсәрбаев үҙенең коллегаларын төрлө кимәлдәге маҡтау ҡағыҙҙары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән тәбрикләне.
Исҡужа фельдшер-акушер пункты (фельдшер Сөләймәнова Ф. Ә.) профсоюз ойошмаһының теләктәшлек ярҙамы – 100 мең һум кимәлендәге сертификатына лайыҡ булды. 
Азат Ғәле улы Асҡар үҙәк дауаханаһына 40 йылдан ашыу ғүмерен арнаған ветерандар – табип-хирург кабинеты шәфҡәт туташы Ләлә Аҡсурина һәм табип-хирург кабинеты шәфҡәт туташы Лира Әхмәтованы ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләп үтте. 
2024-2025 йылда хаҡлы ялға сығыусыларҙы ла сәхнәгә сығарҙылар. Улар – неврология бүлеге шәфҡәт туташы Эльвира Әминева, терапия бүлеге хеҙмәткәре Марина Бакрышева, хирургия бүлеге хеҙмәткәре Мәҙинә Гәрәева, уларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. 
Рәсми өлөш район мәҙәниәте хеҙ- мәткәрҙәренең сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Һәр номер көслө алҡыштар менән оҙатылды. Һуңынан Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венер Камаловтың  концерт программаһы тәҡдим ителде. Сараны Заһит Ғәбитов һәм Рузил Шәмсетдинов алып барҙы.


Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас