Байрамдар
4 Июля 2025, 04:24

Ҡунаҡ ҡаршыланы Айыуһаҙы

Тыуған ауылын һағынып ҡайтҡан Айыуһаҙы улдары һәм ҡыҙҙары йөрәктәргә яҡын, күңелдәрҙе йылытыр, хәтирәләрҙе яңыртыр “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына йыйылды. Күптән көтөлгән осрашыуға Айыуһаҙы ауылы халҡы ныҡлы әҙерләнгән.

Ауыл урамдарында иртәнән матур көйҙәр һәм шат тауыштар яңғырай. Балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар урамға милли кейемдәрҙә сыҡҡан, был байрамға үҙенсәлекле, сағыу йәм өҫтәгән. Милли аш-һыу һәм самауырлы өҫтәлдәр ҡунаҡтарҙы ҡаршылай, ә ауыл буйлап таралған ҡымыҙ һәм буҙа еҫе байрам кәйефен тағы ла күтәреп ебәрә. 
Ауыл осонда йыр-бейеүҙәр менән ҡаршылағандан һуң ҡунаҡтар урамдар буйлап үттеләр. Ташбулат ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләгән Дилә Ғәлимова һәр йортта ғүмер кисергәндәр менән таныштырып барҙы.
Күңелгә үтеп инерлек мәлдәрҙең береһе – обелискҡа сәскәләр һалыу булды, ҡунаҡтар тыныс киләсәк өсөн ғүмерҙәрен биргәндәрҙе хөрмәтләп иҫкә алды. 

Байрам аҡланда дауам итте
 Сараның тантаналы өлөшө матур аҡланда үтте. Ташбулат ауыл биләмәһе башлығы Денис Таһиров ауылдаштарын байрам менән ҡотланы, ауылдаштар байрамы эстафетаһын Бикҡол ауылына тапшырҙы һәм киләһе йылда ауылдаштар осрашыуы тап шунда үтәсәген иғлан итте. Ауылдың имамы Рәүф хәҙрәт Атауллин баҡыйлыҡҡа күскән ауылдаштар рухына доға бағышлап, ил-йортҡа именлек теләне.

–Хөрмәтле ҡунаҡтар, дуҫтар, туғандар! Беҙҙең район өсөн традицион байрамға әйләнгән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” осрашыуы менән ихлас ҡотлайым. Әбйәлилдән башланған, күрше райондарҙа ғына түгел, Бөтә Рәсәйҙә билдәлелек алған байрам һәр беребеҙгә бик ҡәҙерле.  Осрашыуға ауылда тыуып-үҫеп, бөгөн ситтә йәшәгәндәр һағынып ҡайта, һабаҡташтар, туғандар, дуҫтар осраша, ауыл йәмләнә. Йола буйынса йыл һайын райондың тиҫтәләгән ауылында был сара үтеп тора, быйыл ул ун ике ауылда үтәсәк. Айыуһаҙы ла матурайған, ҡунаҡ ҡаршылау өсөн ентекләп әҙерләнгән. Тырышлығығыҙ өсөн ауыл халҡына һәм Динис Дамир улына район хакимиәте һәм Советы исеменән рәхмәт белдерәм. Донъяларыбыҙ имен торһон, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, илебеҙгә тыныслыҡ теләйем, – тине район Советының ойоштороу бүлеге начальнигы Баязит Ғиниәтов һәм район хакимиәте исеменән 30 000 һумлыҡ сертификат тапшырҙы. 
Ауылдың ейәнсәре, район Советы депутаты Вәсилә Абсаҙыева: “Ауылдағы белем усағын һүндермәгеҙ,” – тип, мәктәпкә 10 000 һум аҡса бүләк итте.
Байрам барышында ауылдың үҫешенә ҙур өлөш индергән бик күп әүҙем ауылдаштар билдәләнде һәм тәбрикләнде. Сәхнәгә тәүгеләрҙән булып ауылдың оло йәштәге кешеләрен саҡырҙылар. Улар үҙҙәренең йәшлек һәм бала саҡ хәтирәләре менән бүлеште. Гармун тауышын һағынған совет осоро йәштәре сара барышында клубҡа яңы гармун һатып алыу өсөн аҡса йыйырға тәҡдим иттеләр.

Тамыры ныҡ ағас ҡоромай
Тамырҙарын барлап, халыҡтың оло йыйынға тупланыуы маҡтауға лайыҡ. Киләсәгебеҙ яҡты булһын өсөн, үткәндәргә күҙ ташлау, тарихты белеү беҙҙең изге бурысыбыҙ.  Айыуһаҙы тарихына арналған стендта ауылдың үткәне тураһында бай мәғлүмәт бирелгән,  ветеран-уҡытыусы, ауылдың ветерандар советы рәйесе Хәмиҙә Хөснөтдинова ауылдың барлыҡҡа килеү тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһаны.

Айыуһаҙы Ҡарабалыҡлы йылғаһы буйында урынлашҡан, йылға Ҡарабалыҡлы күленә ҡоя. Ауыл 18-се быуат урталарында барлыҡҡа килә. Тәүге нигеҙ һалыусы Әҡимбәт һәм уның улдары Ҡотлоғужа, Ҡотломбәт, Татлымбәт, Яҡшимбәт, Кинйәбулат тип фаразлана. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса ауыл Аҡҡусҡар исемен йөрөткән булған. Ауылдың тирә-яғы ылыҫлы һәм япраҡлы аҡастарҙан торған ҡуйы урман булған. Бер мәл Әҡембәт Яҡшимбәт улын утынға ебәргән. Ә улы урмандан утынһыҙ ҡайтҡан, атаһына: “Урманда бер өйөр айыу күрҙем, шунан ҡурҡып утынһыҙ ҡайттым”, – тигән. Атаһы: “Айыу күмәкләп йөрөмәй,” – тигәс, “Урман шаулауынан ҡурҡып ҡайттым”, - тип дөрөҫөн әйткән. Әммә халыҡ был хәлде элеп ала һәм урманды Айыуһаҙы тип атап йөрөтә башлай. Аҡҡусҡарҙы йыл һайын һыу баҫыр булған, шуның өсөн ауыл хәҙерге урынға күсенеп ултырырға мәжбүр булған. 1795 йылдарҙа ауылда 87 ир, 75 ҡатын, 25 өй булған. 1859 йылда кеше һаны 560-ҡа еткән, ә йорттар 99 булған.1929 йылда 135 кеше йәшәгән, өйҙәр һаны бишәүгә кәмегән. 1929 йылда колхозға нигеҙ һалған “Берлек” артеле төҙөлә. Ауылдың тарихы бай: граждандар һуғышы, колхозлаштырыу, “кулак” мөһөрө тағып Себергә һөрөүҙәр осорон да кисергән ауыл. 1937 йылда сәйәси репрессияларҙа бәләкәй генә ауылдан 11 кеше нахаҡҡа ғәйепләнеп ҡулға алына. Икенсе донъя һуғышына Айыуһаҙынан 42 ир-егет һуғышҡа китә. Ауылда мәктәп булмай, 1928 йылда белемгә ынтылған халыҡ ауыл клубында уҡый башлай. 1929 йылда Ғариф Ғәниевтың йортонда һәм хәлле кешеләрҙең буш өйөндә уҡыйҙар. 

Шәхестәр тәрбиәләгән ауыл
Элек-электән белемгә ынтылып торған Айыуһаҙы ауылынан бихисап билдәле шәхестәр сыҡҡан. “Почет билдәһе” ордены кавалерҙары: механизатор Ишдәүләт Ғәниев, халыҡ мәғарифы отличнигы Мәүлиҙә Ирғәлина, һуғыш ветераны Ғизитдин Хөснөтдинов. Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусылары Рәмилә Кейекбаева, Милләт Мөхәмәтғалин, РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы Сания Ҡотлоғәлләмова; СССР-ҙың мәҙәниәт отличнигы Гөлсирә Әхмәткирәйева, полковник Абдулхай Килдейәров һәм башҡалар. Ҡунаҡҡа ҡайтҡандар араһында, ғаиләһенең һәм ауылдаштарының ғорурлығы, Рәсәй Фәндәр академияһы хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Линара Ишкилдина бар ине. 

Күп балалы Асия һәм Хәкимйән Нәҙерғоловтарҙың ғаиләһендә тыуып үҫкән, институт бөткәс юллама буйынса Учалы ҡалаһына ебәрелеп, шунда таштай батып йәшәгән, 37 йыл балалар врачы булып эшләгән Сафия Сафина ла ҡунаҡҡа ҡайтҡан. Табибтың эше күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары менән, “БР Һаулыҡ һаҡлау отличнигы күкрәк билдәһе”, “БР Һаулыҡ һаҡлау Почетлы наставнигы” исеме менән билдәләнгән. 
Рәмилә Баймөхәмәтова (Кейекбаева) рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып Баймаҡта хеҙмәт юлын башлай. Шунда уҡытыусы булып эшләгән тормош иптәшен осрата, һуңыраҡ ғаилә Себер яҡтарына эшкә китә. 40 йыл педагогик стажлы уҡытыусының фиҙәҡәр хеҙмәте Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы исеме менән баһаланған. 
Таштимер ауылында 40 йыл мәҙәниәт йорто мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Гөлшат Кәримова ла ауылын һағынып ҡайтҡан. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең Мәскәүҙә үткән X съезы (1981) делегатының күкрәген “Хеҙмәт отличиеһы өсөн”, “Ҡатын-ҡыҙ—милләт әсәһе” миҙалдары биҙәй. Хеҙмәте менән дан ҡаҙанған ошондай хөрмәтле ҡунаҡтарҙың иҫәбе-һаны булманы тиһәк тә була.
Ауыл клубында ҡунаҡтарҙы 50 йыл уҡытыусы булып эшләгән, әле лә уҡытып йөрөгән Хәмиҙә Хөснөтдинова ҡаршы алды. Хәмиҙә Исмәғил ҡыҙы мәктәптә инглиз телен уҡытһа, ауыл клубында – мөдир. 
Сара барышында балалары хәҙер махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән ата-әсәләр ҙә иғтибарһыҙ ҡалманы. Батыр ҡыҙ һәм улдар үҫтергән ата-әсәләргә хөрмәт йөҙөнән бүләктәр һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операция зонаһында Айыуһаҙының батыр йөрәкле ҡыҙы Роза Әҡсәнова, Радик Шәмсетдинов, ауылдың ейәндәре Марс Шаһиев, Фәнил Әхмәткирәйев неонацизмға ҡаршы көрәшә. Айыуһаҙы кейәүе, ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан яугир Айгиз Хисмәтовты сәхнәгә саҡырып тәбрикләнеләр.  

Шулай уҡ ауылда йәшәүселәрҙе һәм тыуған нигеҙен һаҡлап ҡалғандарҙы хөрмәтләнеләр: Венера Килдейәрова, Әҡсән Ғайсин, Фәниә һәм Даян Заһитовтар, Фәрзәнә һәм Рәфҡәт Зариповтар, Айгүзәл һәм Данил Ҡараҡаевтар “Өлгөлө йорт” исеменә лайыҡ булдылар. «Иң күркәм йорт» тигән маҡтаулы исем Гөлсөм һәм Фирғәт Мөхәмәтйәровтар, Зөлфиә, һәм Рауил Ғайсиндар, Гөлфара һәм Азамат Заһитовтар, Разия һәм Сәит Мәжитовтар, Гөлнара һәм Айрат Карнаевтар, Гөлсирә Ҡараҡаева, Ләйсән һәм Данил Хөснитдиновтар, Нурания һәм Ғәзиз Фәтхуллиндар, Олеся һәм Әсғәт Нәҙерғоловтар, Регина, Илнур Хилаловтар, Илмира һәм Ринат Хафизовтар, Азалия һәм Рамаҙан Шәмсетдиновтар, Гөлнара һәм Айрат Ишмурзиндарға бирелде.
88 йәшен тултырған Әнисә Нәҙерғоловаға һәм иң бәләкәй Арыҫлан Хафизовҡа махсус бүләктәр тапшырылды. Быйыл үҙҙәренең күркәм юбилейҙарын билдәләгән ауылдаштар: Хөснә Хөшшәмованы, Даян Заһитовты тәбрикләнеләр, шулай уҡ быйыл йорт туйлаған Елена һәм Ишдәүләт Байгилдиндарҙы, Дилә һәм Айнур Ғайсиндарҙы ҡотлап үттеләр.
Ауылға бөтә яҡтан терәк булған аҡһаҡалдар Рәфҡәт Заһитовҡа, Камил Ишкилдингә, Зөлфәр Шакирйәновҡа, Фирғәт Арғынбаевҡа, Ишморат Әхмәткирәйевкә, Рәфис Хәлиловҡа, Ислам Хилаловҡа, Ҡадир Килдейәровҡа, Даян һәм Азамат Заһитовтарға, Рамил Шаһиевҡа, Әҡсән Ғайсинға рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. “Ағинәйҙәр” ҡоро ағзалары ла оло хөрмәткә лайыҡ булды.
 Байрам кискә тиклем дауам итте, үҙешмәкәр артистарҙың йырҙары һәм бейеүҙәре, шулай уҡ спорт уйындары менән аҡлан гөрләп торҙо. 

Гөлнара ҒИНИӘТОВА.

Читайте нас