Изге йәнтөйәген һағынып ҡайтҡан ауылдаштарын, байрамға саҡырылған ҡунаҡтарҙы ауыл осонда милли кейемдәге ҡыҙҙар, егеттәр йыр-моң, икмәк, буҙа-ҡымыҙ менән ҡаршы алғандан һуң, барыһын да ауыл халҡының йәшәйеше менән танышыу маҡсатында ауыл урамдары буйлап үтергә саҡырҙылар.
Ҙур булмаған Дәүләтша ауылында 34 йортта 136 кеше йәшәй, бында өс урам бар. Тәүгеләрҙән булып ҡунаҡтарҙы Үҙәк урамда йәшәүселәр ҡаршыланы. Урамға аяҡ баҫыу менән Айгөл Ирғәлинаның йорто янында ҡуйылған өҫтәлдә ҡунаҡтар талсыҡҡан тамаҡтарын самауыр сәйе менән бер аҙ сылатып, милли ризыҡтарҙан ауыҙ иткәндән һуң, артабан атланы.
Байрамға әҙерлек сиктәрендә булдырылған ойоштороу комитеты рәйесе, Рауил ауыл Советы депутаты Юнир Әбдрәхимов менән Ишҡол китапханаһы мөдире Руфина Ирғәлина ауылдағы һәр өйҙә кемдәр йәшәгән, әле кемдәр ғүмер кисерә, уларҙың балалары, ғаиләнең хеҙмәттәге уңыш-ҡаҙаныштары тураһында ентекләп таныштырып барҙы. Ошо ауылда тәпәй баҫып, уҡып, бөгөн Асҡарҙа йәшәгән, район Советы секретары вазифаһын биләгән Булат Исламбаев та ауылдаштары тураһында үҙе белгәндәрҙе өҫтәп, тарихи мәғлүмәттәр менән тулыландыра барҙы. Шулай уҡ Калинин исемендәге колхозда алһыҙ-ялһыҙ тир түккән Дәүләтша уңғандары хаҡында үҙе белгәндәрҙе оҙаҡ йылдар колхозда эшләгән, бөгөн Рауил ауыл биләмәһенең ветерандар советын етәкләгән Әҙеһәм Йәрмөхәмәтов та бәйән итте.
Киләһе туҡталыш әллә ҡайҙан күркәмлеге менән үҙенә тартып торған Васил Абдрахмановтың йорто янында булды. Бында ла өҫтәлдәге ниғмәттәрҙән ауыҙ итеп, буҙа-ҡымыҙ менән һыйланып, гармун көйөнә бейеп тә алды ҡунаҡтар.
Был урамда булған элекке мәктәп бинаһы өр-яңы мәктәп төҙөлөп, буш ҡалғас, заманында ауыл халҡының берҙәмлеге, тырышлығы менән мәсет итеп үҙгәртелгән. Бөгөн иһә тау битендә өр-яңы иман йорто ҡалҡып сыҡҡан, уны ауылдаштары ярҙамында Сәғәҙәт Баһаув күтәрткән. Тик әлегә был мәсет рәсми рәүештә асылмаған. Шулай булһа ла, әйтеүҙәренсә, бөгөн ике мәсет тә буш тормай, халыҡ йома намаҙҙарына йөрөй, дини байрамдарға йыйыла икән.
Иҫке мәсетте ауылдың имамы Рафаил Кәримов ауылдаштарын йәлеп итеп, яңы бағаналар ултыртып, кәртәләгәндәр, Эльвира Кәримова бинаны ағартып ҡуйған.
Тау урамына сығыу менән үҙенең ҡапҡаһы алдында ҡунаҡтарҙы ауылдың иң оло ағинәйе 94 йәшлек Шәмсинур инәй Кәримова ҡаршы алды, һәр береһе менән күрешеп, хәл-әхүәлен һорашып ҡалды.
Тирә-яҡта бер генә ағас булмаһа ла, уларҙың йортона терәлеп тиерлек үҫеп ултырған берҙән-бер ҡайын иғтибарҙы йәлеп итте. Булат Юныс улы һөйләүенсә, һуғышҡа тиклем ошонда, тау битендә ҙур ғына ҡайынлыҡ булған. Ауыр йылдарҙа ауыл халҡы алыҫтан йөрөп утын әҙерләй алмау сәбәпле, ошо ҡайынлыҡты утынға бүлеп биргәндәр. Әммә Хәйбулла исемле олатай үҙенә эләккән ҡушҡайынды ҡырҡмай, ул һуғыш йылдарының хәтирәһе булып йыл да яҙ япраҡ ярған, тик бер нисә йыл элек ҡайындың берәүһе ҡороған. Ә икенсеһе тирә-яҡҡа матурлыҡ өҫтәп, үҫеүен дауам итә.
Ишбулды һәм Фәнүзә Динмөхәмәтовтар йорто алдындағы өҫтәлдә лә һыйҙың ниндәйе генә юҡ ине. Килендәштәр Фәнүзә менән Әсмә ҡунаҡ ҡаршылауға ихлас әҙерләнгәндәр. Әйткәндәй, Ишбулды Динмөхәмәтовтың улы Динис бөгөн махсус хәрби операция зонаһында. Күршеләре Фәйзрахман Суфиянов контракт буйынса бер йылдан ашыу Украинала хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан, ул “Хәрби хәрәкәттәр ветераны» исемен йөрөтә. Уның улы Маҙһар, шулай уҡ Динис Ҡужин, Илмир Ишбулатов әле Украинала неонацизмға ҡаршы барған хәрби операцияла. Салауат Баһаув МХО зонаһында булып, имен-һау әйләнеп ҡайтҡан. Ә Рәхимйән Рафиҡ улы Мөхөтдиновҡа тыуған яғына әйләнеп ҡайтырға насип булманы, батырҙарса һәләк булған яҡташтары Батырлыҡ орденына лайыҡ булған, яугир иҫтәлегенә ул уҡыған Ҡаҙмаш мәктәбендә таҡтаташ ҡуйылды. Шулай уҡ, Вадим Дәүләтбай улы Баһаув батырҙарса һәләк булған, ул да Батырлыҡ ордены менән наградланған, уның исеме Юлдаш башланғыс мәктәбендә мәңгеләштерелде.
Киләһе туҡталыш клуб янында булды. 1995 йылда Дәүләтшала кирбестән яңы башланғыс мәктәп асыла. Был белем усағына Калинин исемендәге колхозға Әхәт Фәйезов етәкселек иткән заманда нигеҙ һалына һәм хужалыҡҡа рәйес булып Булат Юныс улы килгәс, әлбиттә, иң элек ошо бинаны сафҡа индереүгә бар тырышлығын һала. Әммә заманалар үҙгәрә килә, ауылда эш булмау сәбәпле, йәш ғаиләләр күпселектә ситкә китеп, нигеҙ ҡора, һөҙөмтәлә ауылда балалар һаны кәмеүгә бара. Һәм мәктәп ябыла, уҡыусылар Ишҡол мәктәбенә йөрөп уҡый.
Бушап ҡалған бинаны район хакимиәте ярҙамында мәҙәниәт усағы итеп үҙәртергә ҡарар итәләр һәм Дәүләтшала ҙур ауылдарҙа һирәк булған бына тигән клуб барлыҡҡа килә. 2016 йылдан ҙур, яҡты клуб халыҡ мәнфәғәтендә хеҙмәт итә.
Ауылдаштар осрашыуына әҙерлек сиктәрендә клуб янында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, илебеҙ азатлығы өсөн яу ҡырында башын һалғандар, еңеү менән әйләнеп ҡайтып илебеҙҙе һуғыштан һуң аяҡҡа баҫтырырға ярҙам иткән ауылдаштары хөрмәтенә өр-яңы обелиск хасил булған. Был, Булат Юныс улының әйтеүенсә, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Аныҡ эштәр” программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған. Әйткәндәй, бәләкәй генә Дәүләтша ауылынан немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта 22 кеше ҡатнашһа, шуларҙың тик яртыһы – 11-е генә имен-һау әйләнеп ҡайтҡан. Бөгөнгө матур тормошобоҙ өсөн ғүмерҙәрен биргән ауылдаштары рухына ауылдың имамы Рафаил Ахунйән улы аят бағышланы. Бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителеп, обелискыға сәскәләр һалынды.
Тағы шуныһы, район хакимиәте ярҙамы менән клуб яңыртып кәртәләп алынған, уның рәшәткәләре буялған. Әйтеүҙәренсә, бөтә был төҙөкләндереү эштәрендә ауыл халҡы дәррәү ҡатнашҡан.
– Киләһе йылда обелиск артындағы буш торған урында балалар өсөн уйын майҙансығы булдырыу күҙаллана, унда төрлө уйын ҡорамалдары ҡуйыу планлаштырыла, – тип вәғәҙәләне Булат Юныс улы.
Матур, етеш йәшәй дәүләтшалар. Ауыл урамдары буйлап үткәндә халыҡтың сәмләнеп, дәртләнеп донъя көтөүенә инандыҡ. Береһенән-береһе ыҡсым, төҙөк, матур йорттар биҙәй урамдарҙы, гөл-сәскәгә күмелгән ихаталар бында йәшәүсе халыҡтың егәрлелеге хаҡында һөйләй. Йорт хужалары баҡыйлыҡҡа күсеп, бөгөн буш торған йорттарҙы ла ауылдан ситтә йәшәгән балалары, туғандары килеп байрамға әҙерләгән, төҙөкләндергән.
Тәбиғәт ҡосағында дауам иткән байрамдың рәсми өлөшөн асып, Рауил ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Абулхай Солтанов йыйылған барса халыҡты осрашыу уңайынан тәбрикләп, байрамға әҙерлек сиктәрендә башҡарылған эштәргә туҡталып үтте, ауылды төҙөкләндереүҙә барыһының да әүҙем ҡатнашыуын әйтеп, уларға рәхмәт белдерҙе.
Ауыл биләмәләренә ҡараған ауылдарҙа “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы сират буйынса уҙғарылып килә. Рауил ауыл Советы биләмәһендә киләһе йыл исҡужаларҙың сираты. Шуға күрә Абдулхай Исмәғил улы ауылдаштар осрашыуының күсмә вымпелын Исҡужанан Рауил ауыл Советы депутаты Рөстәм Йәмилхинға тапшырып үтте.
Артабан һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. Булат Юныс улы үҙенең сығышында Дәүләтша ауылының барлыҡҡа килеү тарихына туҡталды. Ауылдың үҫеш йылдары, хөрмәтле ауылдаштары тураһында оҙаҡ йылдар тупланған бай материал менән таныштырып үткәндән һуң, ошо байрамға әҙерлек сиктәрендә район хакимиәтенән бирелгән 30 мең һумлыҡ сертификатты ойоштороу комитеты рәйесе Юнир Әбдрәхимовҡа тапшырҙы. Булат Юныс улы “Осҡон” гәзите иғлан иткән “Осҡон бүләк ит!” акцияһына ҡушылып, ауылдың иң олоһо булған Шәмсинур Кәримоваға һәм Сәйҙә Исламбаеваға ярты йылға район гәзитенә яҙылыу квитанцияһын бүләк итте.
Рауил ауыл биләмәһенең ветерандар ойошмаһын етәкләгән Әҙеһәм Йәрмөхәмәтов дәүләтшаларҙы байрам уңайынан ҡотлап, ауылдың матурайып ҡалыуына, төҙөклөгөнә, Ишҡол – Дәүләтша юлы төҙөкләндерелеүгә, ауыл урамдарына ҡырсынташ түшәлеүенә һоҡланыуын йәшермәне. Әҙеһәм Әхмәтшәриф улы ғүмере буйына тыуған еренә тоғро ҡалған ир-уҙаман, бала сағынан колхозда эшләгән, һуңынан Баймаҡта шоферҙар әҙерләү курсын тамамлап, хужалыҡта шофер ҙа, бригадир ҙа, ырҙын табағы эшсеһе лә, колхоздың баш ревизоры ла булған Ишморат Саҙрый улы Ишбулатовҡа хеҙмәте өсөн рәхмәт белдереп, “Рауил ауыл биләмәһенең почетлы гражданы” исеме бирелеүен әйтеп, уға ошондай яҙыулы таҫма таҡты. Тыуып-үҫкән атайсалын онотмаған, ауылына, ауылдаштарына һәр саҡ ярҙам итеп торған Булат Юныс улы ла шундай уҡ маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Район Советы депутаты, “Асҡар” МУП-ы етәксеһе Азамат Мортазин ауыл мәсетенә һәм клубҡа тәғәйенләп, сертификат бирҙе.
Дәүләтша килене, Асҡар икмәк комбинатының производство етәксеһе Нәзирә Исламбаева ла буш ҡул менән килмәгәйне, уның бүләктәре ауылдың 80-90 йәшлек оло ағинәйҙәренә тәғәйенләнде.
Тамырҙары менән ошо ауылға барып тоташҡан Ирғәлиналар – оҙаҡ йылдар район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын етәкләгән Таңһылыу Шакирйән ҡыҙы һәм Руфина Шакирйән ҡыҙы бүләктәрен клубҡа бирҙе.
Һәр ауылда үҙҙәренең эштәре, йәшәйеше менән ауыл данын арттырған фиҙакәр хеҙмәттәре менән ауыл йылъяҙмаһына яңы биттәр өҫтәгән, башҡаларға үрнәк булып йәшәгәндәр бар, байрамды ойоштороусылар абруйлы ауылдаштарын төрлө номинациялар буйынса билдәләп, бүләктәр тапшырҙы. Улар араһында ауылдың иң олоһо Шәмсинур инәй Кәримова, иң бәләкәйе Аделина Кәримова, шулай уҡ ошо ауылда тыуып-үҫеп бөгөн Күсемдә ғүмер кисергән Йомабикә инәй Хафизова бүләкләнде. Ғаилә йөгөн 50 йыл бергә тартҡан Флүрә һәм Ишморат Ишбулатовтар тәбрикләнде.
Заман ауырлығына һылтанмай, биш бала тәрбиәләгән Илгиз һәм Айгөл Ирғәлиндар сәхнәгә саҡырылды. Күптән түгел яңы йорт туйлаған Динир һәм Гөлнара Сафиуллиндар ҙа маҡтауға лайыҡ.
Шулай уҡ оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисергән парҙар, ата-бабалар нигеҙен ҡоротмай, шунда донъя төҙөп йәшәгәндәр, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, ул-ҡыҙҙарын яңғыҙ тәрбиәләгән әсәләргә ихтирам һәм хөрмәт күрһәтелде.
Заманында колхоздың ауыр эштәрен ең һыҙғанып башҡарған, күпләп балалар тәрбиәләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, хәҙер инде 80-де түңәрәкләгән ил инәләрен дә тәбрикләнеләр.
Ауылдаштарҙы осраштырған, ғаиләләрҙе, туғандарҙы берләштергән, байрам ауыл һәүәҫкәрҙәренең матур концерт номерҙары, ауылдаштарҙың сығыштары, төрлө спорт ярыштары менән үрелеп барҙы. Йыр-бейеүгә оҫталар сәхнә түрен яуланы. Клуб мөдире Эльвира Рафаил ҡыҙы етәкселегендәге ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының “Умырзая” вокал ансамбленең йырҙарын йылы ҡабул итте ауылдаштары. Шулай уҡ әсәле-ҡыҙлы Әлиә һәм Наҙгөл Сәйетбатталоваларҙың, Сәүиә Дәүләтбаеваның, Вадим һәм Илүзә Ишбулатовтарҙың, Альбина Ирғәлинаның бейеүҙәре, Фәнис Ҡаһармановтың, Минзәлә һәм Айгизә Фазыловаларҙың, Айгөл Ишбулатованың сығыштары көслө алҡыштарға күмелде. Көслөләр-таһыллылар төрлө спорт ярыштарында көс һынашты. Балалар өсөн төрлө ярыштар ойоштороп, уларҙы бүләкләгән Руфина Шакирйән ҡыҙы маҡтауға лайыҡ.
Көноҙоно дауам иткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамындағы осрашыу мәлдәре күңелдәргә дәрт-дарман өҫтәр, йөрәктәрҙә онотолмаҫ яҡты хәтирә булып уйылып ҡалыр, тигән ышаныс та таралышты байрамдан һәр кем.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.