

— «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға!» байрамын 2017 йылда үткәргәйнек. Унда яҙмыш ҡушыуы буйынса төрлө яҡтарҙа төпләнгән ҡыҙҙарҙы ҡаршы алып, ҡунаҡ иттек, ә үҙ ауылында яҙмышын тапҡандар саранан ситтә ҡалды. Белеүегеҙсә, Тупаҡ егеттәре күпселектә ауыл ҡыҙҙары менән йәрәшә, ситтән килен булғандар һанаулы ғына беҙҙә. Шуға әлеге сараны «Осрашайыҡ әле, ҡыҙҙар!» тип исемләп, Тупаҡтың бар гүзәл заттарын бергә йыйып, осраштырырға булдыҡ, — тип аңлатма бирҙе ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлсөм Хәйҙәрова.
Тыуып-үҫкән ауылын һағынып, төштәрендә генә ҡайтып урағандар өсөн дә, бер ҡайтып, ауыл урамдарынан үтеп, ғәмһеҙ бала саҡ, йүләр йәшлек менән осрашырға зар-интизар булғандар өсөн дә, бөтмәҫ-төкәнмәҫ донъя мәшәҡәттәренә сумып, әхирәттәре, класташтары менән күрешеү минуттарын көткәндәр өсөн дә шәп сәбәп булды был сара. Байрамды ойоштороусылар осрашыуға ҡайтҡандарға оло хөрмәт, ихтирам күрһәтеп, ауыл осонда ҡаршы алдылар. Ҡунаҡтар икмәк-тоҙҙан ауыҙ итеп, күпереп торған буҙа, шифалы ҡымыҙ менән һыуһындарын ҡандырғас, фольклор төркөмө ағзаларының күңелле таҡмаҡтарына рәхәтләнеп бейеп тә алдылар. Әйткәндәй, таҡмаҡтарҙы көн ҡаҙағына тейҙерерлек итеп ауылдың шағиры Марсель Хамматов яҙып биргән.
Артабан ҡунаҡтар ауылдағы иң ҙур һәм боронғо булған Фәйзрахман Хисмәтуллин урамы буйлап китте. Педагогик хеҙмәт ветераны Таңсулпан апай Мәғәфүрова ауыл буйлап ҡыҙыҡлы экскурсия үткәрҙе.
Кемдәрҙер автобустарға ултырып китһә, бәғзеләр йәйәүләп, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең машиналарында үтте баласаҡ эҙҙәрен һаҡлаған урамдарҙан. Әлбиттә, ауылды, уның халҡын Таңһылыу Вәки ҡыҙынан да һәйбәт белгән кеше юҡтыр. Сөнки күптән түгел 70 йәшлек ғүмер байрамын билдәләгән ағинәй: Тупаҡта тыуып-үҫеп, яҙмышын да ошо ауыл уҙаманы менән бәйләгән, бар ғүмерен мәктәптә балалар уҡытыуға арнаған. Таңсулпан Вәки ҡыҙы үҙенең бала сағынан алып бөгөнгә көнгә тиклем ҡайһы өйҙә кем элек йәшәгән һәм бөгөн йәшәй, улар ҡайҙа эшләгәндәр, балалары кемдәр, ниндәй уңыштарға өлгәшкән һәм башҡалар тураһында тулы мәғлүмәт биреп барҙы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, бөгөн махсус хәрби операция сиктәрендә ил һағына баҫҡан ир-уҙамандар, ҡырсылыҡта һәм малсылыҡта юғары хеҙмәт өлгөһө күрһәтеп, маҡтаулы исемдәргә, орден-миҙалдарға лайыҡ булған ауылдаштарын оло бер ғорурлыҡ менән иҫкә алды. Ата-бабалар данын лайыҡлы дауам иткән бөгөнгө быуын вәкилдәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана тупаҡтар. Мәҫәлән, ауылдаштары «Башаҡ» хужалығының уңған механизаторы Алмас Таһиров «Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исемен йөрөтә, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Әлбиттә, Тупаҡ ауылы тарихына ҡағылышлы ла бик күп ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла мәғлүмәт алды сарала ҡатнашыусылар. Күптән ауылда булмағандарҙың ауылға, халҡына ҡағылышлы һорауҙары ла яуапһыҙ ҡалманы.
Тәүге туҡталыш ауылдың мәҙәни усағы алдында булды. Бында өлгөр хужабикәләр, ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ҡуйған өҫтәлдәр йыуаса, бауырһаҡ, сәк-сәк, башҡа төрлө милли ризыҡтар менән тулы ине. Ҡунаҡтар самауыр сәйе, буҙа-ҡымыҙ эсеп, бер аҙ ял итеп алғас, капиталь ремонттан һуң танығыҙ булып үҙгәргән клубҡа инде. Клуб мөдире Ғәлиә Ғиләжева мәҙәниәт йортоноң бөгөнгө торошон күрһәтеп, эше хаҡында ла һөйләп үтте. Иҫке бинаның бөтә шарттар булдырылған заманса мәҙәни усаҡҡа әйләнеүенә ғәжәпләнеп тә, һоҡланып та тамаша ҡылды ҡунаҡтар.
Һәр кемдең күңелендә уйылып ҡалыр осрашып-күрешеү ваҡиғаһын мәңгеләштереү өсөн райондың билдәле фотографы Иштимер Йосоповты саҡырғандар сараны ойоштороусылар. Шуны ла әйтеп китеү урынлы булыр, мәҙәниәт йортоноң бейек күтәрмәһендә бергәләп төшкән фотоларҙы эшләп, сара тамамланыуға ҡулдарына алып килеп тә тапшырҙы оҫта фотограф.
Ҡунаҡтар клуб янында ғына урынлашҡан иман йортонда булып, намаҙ уҡып, әрүәхтар рухына доға ла ҡылды.
Клуб менән мәсет янындағы майҙансыҡта Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған обелискыға илебеҙ тыныслығы өсөн һуғыш юлдарын үткән, тылда фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткән, илде һуғыштан һуңғы емереклектәрҙән аяҡҡа баҫтырыуға тос өлөш индергән ата-бабаларын, әсәй-өләсәйҙәрен оло хөрмәт менән иҫкә алды, улар иҫтәлегенә сәскәләр һалды ҡыҙҙар.
Артабан ҡунаҡтар аръяҡҡа сыҡты. Тупаҡ ауылының ҡалған бөтә урамдары Моһаҡ йылғаһы ашаһында урынлашҡан. Йылға буйы урамынан үтеп, автобус мәктәп янында туҡтаны. Тотош ауылдың йәме булған, «Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект» программаһы сиктәрендә төҙөлгән матур заманса мәктәп барыһының да күңеленә хуш килде. 40 йылдан ашыу педагогик стажлы мәғариф хеҙмәткәре, күп йылдар ошо белем усағына етәкселек иткән мәктәп директоры Гөлсөм Дәминдәрова мәктәп һәм балалар баҡсаһы менән таныштырып сыҡты. Иркен класс бүлмәләре, заманса спорт залы, ашхана, хеҙмәт дәресе класы, балалар баҡсаһының зауыҡ менән йыйыштырылған һәм биҙәлгән бүлмәләрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап сыҡтылар. Мәктәптең икенсе ҡатында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән ауылдаштарына арналған тотош диуарҙы биләгән стендтан һәр кем үҙенең яҡындарының, туғандарының фотоһүрәттәрен әҙләне, улар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе ҡат-ҡат уҡыны. Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугирҙәр тураһында ла хәтер мәңгеләштерелгән бында. Әйткәндәй, бөгөн ҡырҡтан ашыу Тупаҡ ир-егеттәре МХО зонаһында ил һағында. Күптәре батырлыҡ күрһәтеп, орден-миҙалдарға лайыҡ булғандар. Мәҫәлән, махсус хәрби операция башланғандан алып, алдағы һыҙыҡта булған Салауат Хөснийәров Шайморатов һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалдарына лайыҡ. Кесе лейтенат званиеһын алған, командир вазифаһында булған Рәйес Абдулхаҡов ике тапҡыр «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградланған. Лейтенант Вил Абдулхаҡовтың МХО зонаһында күрһәткән ҡыйыулығы бер нисә миҙал менән билдәләнгән.
Тик шәп, ыңғай тәъҫораттар ҡалдырған, тирә-яғы раузаларға күмелгән мәктәп менән хушлашып, ҡунаҡтар артабан Мәктәп, Йәштәр, Тыныслыҡ, шулай уҡ бер нисә йыл элек барлыҡҡа килгән Яңы төҙөлөш урамдарынан да үттеләр. Һәр урамда яңы, заманса, зауыҡ менән төҙөлгән, улар араһында ике ҡатлылары ла күп кенә, йорттарға ҡарап, йәштәрҙең ситкә китмәй, тыуған ерҙә төпләнеүенә ҡыуаныстарын йәшермәй, ауылдарының иртәгәһе ышаныслы булыуына инанды ҡыҙҙар. Һәм берҙәм генә төп байрам саралары ойошторолған Ҡороүҙәк тип аталған аҡланға ҡарай юл тоттолар. Әйтеүҙәренсә, нәҡ ошонда бала саҡтарында еләк йыйғандар, уйынға йөрөгәндәр икән барыһы ла.
Ауылдың имамы Вәлит Таһиров ил-йортҡа именлек килеүен теләп, бөгөн баҡыйлыҡҡа күскән ауылдаштары рухтарына аят бағышланы.
Таштимер ауыл биләмәһе башлығы Зенфир Арғынбаев сарала ҡатнашыусыларҙы матур осрашыу уңайынан тәбрикләп, байрамды ойоштороуға, әҙерләүгә күп көс һалған ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары — Таңсулпан Мәғәфүрова, Гөлсөм Хәйҙәрова, Ғәлиә Ғиләжева, Вәсилә Суфиянова, Айсилә Әҡсәнова, Мөслимә Истамбаева, Айгөл Йыһангирова, Зөлфиә Муллағәлләмова, Гөлфиә Ғәлиуллина, Вәлимә Хөснийәрова һәм Ләлә Сафинаны биләмәнең рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Артабан китапханасы Миләүшә Боҫҡонова әҙерләгән сценарий буйынса сара әүҙем, дәртле генә дауам итте.
Осрашыуҙың рәсми өлөшөн алып барған Ғәлиә Ғиләжева менән Миләүшә Боҫҡонова сәхнә түренә һәр урам ҡыҙҙарын айырым-айырым саҡырҙы. Сәхнәгә сыҡҡан һәр төркөм үҙҙәре менән таныш-тырғандан һуң, бергәләшеп концерт номерҙары ла бүләк итте.
Шулай уҡ осрашыуға ҡайтҡан ҡыҙҙарҙың төп бүләге клубҡа тәғәйенләнде, оҙаҡ йылдар райондың инвалидтар ойошмаһын етәкләгән, сығышы менән Тупаҡтан булған Нәсимә Әҡсәнова байрамда ҡатнашыусыларҙан аҡса йыйыуҙы ойошторған.
Ойоштороусылар ҙа ҡунаҡҡа килгән ҡыҙҙарҙы буш итмәне – һәр урам ҡыҙҙарына бүләккә бер иш шарфтар әҙерләгәндәр ине.
Байрамдың рәсми өлөшө тамамланғандан һуң, осрашыуҙа ҡатнашҡан йөҙҙән ашыу ҡунаҡты аҡланда йәйелгән ашъяулыҡ артына саҡырҙылар. Аш-һыуҙан һығылып торған табын артында бала саҡ, йәшлек хәтирәләре тураһында һөйләшеүҙәр, күңелле йыр-моң, төрлө милли уйындар кискә тиклем дауам итте.
— «Осрашайыҡ әле, ҡыҙҙар!» байрамын үткәреүгә һәр кем хәленән килгәнсе ярҙам итте. Сараға үҙҙәре килә алмағандар ҙа иғәнә күсерҙе. Ҡушыйҙа йәшәгән Гөлдәр Һибәтова ауылдаштарын тәмле ҡымыҙ менән һыйланы. Күптән түгел пекарня асҡан Земфира Шәйхисламо-ваның ярҙамы ҙур булды, шулай уҡ Гөлнәзирә Ғәлиуллина һәм Тупаҡ килене Әнисә Әхтәмова күстәнәскә бәлештәр бирҙе. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары Мөслимә Истамбаева, Айсилә Әҡсәнова, Вәсилә Суфиянова, Айгөл Йыһангирова, Ләлә Сафина, Зөлфиә Муллағәлләмова, Гөлфиә Ғәлиуллина, Таңсулпан Мәғәфүрова күп көс һалды, — тип осрашыуҙы әҙерләүгә ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәтле Гөлсөм Хәҙис ҡыҙы.
Әлбиттә, күп кеше ҡатнашлығында оло байрамды ойоштороуы, уға әҙерлек эштәре алып барыу еңел эш түгел. Осрашыу ваҡытын билдәләү менән, байрамды үткәреүгә матди сығымдарҙы иҫәпләп, аҡса табырға ла, иғәнә йыйыуҙы ойошторорға ла, бүләктәр алырға ла, аш-һыуҙы хәстәрләргә лә кәрәк. Бында Гөлсөм Хәҙис ҡыҙының тырыш хеҙмәтен билдәләп үтмәү мөмкин түгел. Үҙенең ҡул аҫтында булған ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзаларын, ағинәйҙәрҙе, тотош ауыл халҡын бергә туплап, ҙур эш алып бара һәм маҡсатына ирешә ул: байрам бик шәп килеп сыҡты, был осрашыуҙан һәр кем дәрт-көс алып, күтәренке күңел менән, матур байрамды ойоштороусыларға оло рәхмәт белдереп таралышты.
Иштимер ЙОСОПОВ фотоһы.