Байрамдар
26 Декабря 2025, 09:23

Асҡарса Мадагаскар мажаралары

26 декабрь район башлығының шыршы байрамы уҙҙы. Ул 120 уҡыу алдынғыһын – отличниктарҙы, олимпиадалар һәм конкурстар еңеүселәрен, спортсыларҙы, активистарҙы һәм тағы ла ишле ғаиләләрҙә үҫкән, тәрбиәгә алынған, балалар йортонда тәрбиәләнгән 40 баланы район мәҙәниәт йортондағы төп шыршы янында уҙған күңелле әйлән-бәйләнгә йыйҙы. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡуйған мажаралы, йыр-бейеүле “Яңы йыл Мадагаскарҙа” тип аталған Яңы йыл тамашаһы балаларҙың күңеленә хуш килде.
Шыршы байрамына саҡырылған бәләкәй, әммә мөһим ҡунаҡтарҙы район башлығы А. З. Әминев менән “Салауат” ЯСЙ-һы директоры Т. Т. Бәхтегәрәев ҡотланы һәм бүләктәр таратты.

Читайте нас