Байрамдар
29 Декабря 2025, 09:52

Яңы йыл мөғжизәләре

Яңы йыл байрамы алдынан кескәй балалар, мәктәп уҡыусылары өсөн шыршы байрамдары үткәреү, бүләктәр тапшырыу — йылдың-йылы башҡарыла торған күркәм йолаларыбыҙ. Быйыл да махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың һәм әле лә ил һағында тороусыларҙың балалары матур саранан ситтә ҡалманы. Улар өсөн Буранғол, Сиҙәм һәм Ташбулат мәҙәниәт йорттарында шыршы байрамдары уҙҙы.

Буранғол ауылында Ҡырҙас, Амангилде, Хәмит һәм Буранғол ауылы биләмәләренән 80 балаға байрам ойошторолдо. Уларҙы район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Абдуллин тәбрикләне. Балаларға Буранғол мәҙәниәт хеҙмәткәр-ҙәре тарафынан мажаралы тамаша күрһәтелде. 
Сиҙәм мәҙәниәт йортонда ике ағымда 242 бала өсөн Гусев мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тамаша күрһәтте. Балаларҙы район хакимиәтенең ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ирек Хәсәнов тәбрикләне. Сиҙәмдәр Хәлил, Әлмөхәмәт, Гусев, Йәнгел һәм Рауил ауылы биләмәләренән балаларҙы йыйҙы.
Ташбулат мәҙәниәт йортонда Байым, Ташбулат һәм Таштимер ауылы биләмәләренән 217 бала мөғжизәле Яңы йыл иленә тамаша ҡылды, спектаклде Таштимер мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҡуйҙы. Балаларға изге теләктәрен Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов еткерҙе. 
— Илебеҙгә тыныслыҡ килһен. Яңы йыл һеҙгә тик шатлыҡ һәм бәхет кенә килтерһен! Һау-сәләмәт булығыҙ һәм уҡыуҙағы уңыштарығыҙ менән ата-әсәләрегеҙҙе ҡыуандырығыҙ! — тине Йәлил Насип улы. 
Бөтә ҡыҙҙар һәм малайҙар «Мадагаскарҙа Яңы йыл» исемле спектакль ҡараны. Йәмле шыршы байрамында балалар үҙҙәренең һәләтен күрһәтеп, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡулынан тәмлекәстәр алыу бәхетенә эйә булды. Аҙаҡ район хакимиәте башлығының һәм «Салауат» ЯСЙ-һы әҙерләнгән яңы йыл күстәнәсен алып та ҡыуанды. 
Ниндәй генә тормош ауырлыҡтарына дусар булмаһындар, бындағы балалар Яңы йылдан мөғжизә көтә, шуға ышана, аталарының Еңеү менән ҡайтырына өмөт итә. 
Шыршы байрамынан алған яҡты тәьҫораттары оҙаҡ күңелдәрен йылытыр, яңы тыуасаҡ Ат йылында  яңынан-яңы үрҙәргә ынтылырға көс-дәрт бирер үҙҙәренә, тип ышанғы килә.

Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.

Район мәҙәниәт йортонда  МХО-ла изге бурысын үтәгән яугирҙәрҙең балалары өсөн ойошторолған «Яңы йыл Мадагаскарҙа» тип исемләнгән шыршы байрамында ҡатнашыусыларға Яңы йыл мөғжизәһе һәм күтәренке кәйеф бүләк итте мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре.

Кескәйҙәрҙе һәм уларҙың ата-әсәләрен район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтегәрәйев ҡотланы, улар ҡыҙҙар һәм малайҙарға тәмле күстәнәстәр ҙә тапшырҙы. Бөгөнгө балаларҙың ата-әсәләре яратып ҡарап үҫкән мультфильм «Мадагаскар»ҙың геройҙары Мартин, Алекс, Глория, Мелмандар сәхнәлә Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу менән осрашты. Унда хатта, интернеттан сығып «Эт-Нөктә-Ру» ҙа килгәйне. Яуыз көстәрһеҙ тамаша булмай, Хыялдар тылсымсыһы әкиәт геройҙарына төрлөсә ҡамасауларға маташты, тик, яҡшылыҡ барыбер еңде — Мадагаскар геройҙары Ҡарһылыу һәм Ҡыш Бабай менән осрашты һәм Яңы йылды күңелле байрам итте.
 Балалар Ҡыш Бабайға үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтте: йырланы, бейене, шиғыр һөйләне һәм әкиәт геройҙары менән бергәләп шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнаны.

Гөлнара НУРҒӘЛИЕВА.

Читайте нас