

Әле яңы ғына ҡурҡа-ҡурҡа ғына мәктәп тупһаһына аяҡ баҫҡан кескәйҙәр, бөгөн инде төплө, аҡыллы, маҡсатлы егет-ҡыҙҙар булып үҫеп, киләсәккә ышаныслы ҡараш төбәп, оло юлға аяҡ баҫты. Байым урта мәктәбен быйыл 12 уҡыусы – 7 ҡыҙ һәм 5 егет тамамланы, улар белем усағының 58-се сығарылыш уҡыусылары. Быйылғы сығарылыш мәктәп тарихында иң шаян, шуҡ, шул уҡ ваҡытта ауыр эштәрҙе лә еңел генә башҡарып сыға алыуы, ҡыҙҙарының инсафлы һәм тыйнаҡ, егеттәренең ут кеүек булыуҙары менән айырылып тора. Улар араһында өлгөлө тәртибе, яҡшы уҡыуы, мәктәптә һәм районда ойошторолған барлыҡ эштәрҙә лә әүҙем ҡатнашыуы менән ихтирам яулаған уҡыусылар бар. Балаларҙы 4-се кластан алып мәктәпте тамамлағансы Рәйлә Собханғолова етәкләй. Башланғыс класта бер йыл ғына уларҙы уҡытып өлгөрһә лә, тиҙ арала уларға эҫенә уҡытыусы кеше, шуға ла ҡошсоҡтарын юғары кластарҙа ла ташламай.
Быйылғы сығарылыш уҡыусыларының уҡыу, спорт һәм ижади өлкәлә уңыштары тос. Регина Юнысова физкультуранан (етәксеһе Гөлниса Ғилметдинова) республика этабында еңеү яулаһа, Илһам Рамаҙанов муниципаль этапта технологиянан (етәксеһе Нур Әғзәмов) еңеүсе булған һәм төбәк кимәлендә ҡатнашыу хоҡуғы алған һәм республика этабында физкультуранан (етәксеһе Гөлниса Ғилметдинова) призер булып ҡайтҡан. Шуны әйтеп үтергә кәрәк, Регина физкультуранан республика этабы олимпиадаһында дүртенсе йыл, ә Илһам өсөнсө тапҡыр ҡатнашҡан. Илһам - Байым мәктәбенең лидеры. Бейеүсе, йырсы, гитарист егет күптәрҙән айырылып тора. Мәктәптең данын спорт өлкәһендә бермә-бер арттырыусылар ҙа үрҙә һанап үткән уҡыусылар. Рәмил Мөхәмәтдинов муниципаль этапта тарих фәненән еңеүсе булған, шулай уҡ республика кимәлендә ҡатнашҡан. Ул киләсәктә юрист булырға хыяллана, шуға ла йәмғиәтте өйрәнеү һәм тарих фәненән имтихандар һайлаған. Арслан Моратов менән Илһам Рамаҙанов техник университетҡа әҙерләнәләр, улар икеһе лә физиканан имтихан бирәсәк. Арслан робототехника түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнеп, райондың йәш техниктар станцияһы ойошторған конкурстарҙа “призер” статусын яуланы. Дәрестәрҙән буш ваҡытында Озон, Вайлберриз интернет-магазиндарында эшләргә лә өлгөрә. Ирәмәл Моратов иһә оҫта бейеүе менән күптәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итә. География фәнен яратып уҡый. Киләсәктә илдәр буйлап сәйәхәт итергә хыяллана. Илназ Өмөтбаев - тиктормаҫ, бейеүсе, юморға бай егет. Илназ ябайлығы, кеселеклеге менән тиҫтерҙәренән айырылып тора. Физкультура фәненән район этабында олимпиада призеры, ҡойоп ҡуйған әртис.
Ҡыҙҙар араһында уҡытыусы һәм тәрбиәсе һөнәрҙәрен үҙләштерергә теләүселәр бар. Уларҙың береһе – Нурия Ғайсина Сибай ҡалаһында тәрбиәсе һөнәренә уҡырға йыйына, сөнки ул кескәйҙар менән тиҙ уртаҡ тел таба, балаларҙы ярата. Нурия мәктәптә уҡыу йылдарында үҙенә йөкмәтелгән йомошто теүәл үтәүе, һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер булыуы менән класташтары, дуҫтары араһында абруй ҡаҙанған. Арина Йомағужина башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерәсәк. Хыялы - юғары белемле булырға, һайлаған һөнәреңдән, хеҙмәтеңдән кинәнес алып, ҡәнәғәтлек кисереп эшләргә. Ҡупшы, баҫалҡы, тәртипле Арина үҙе лә оҫта бейей, класташтары өсөн дә заманса коллектив бейеүҙәр һала. Ораторлыҡ оҫталығы менән төрлө шиғыр бәйгеләре, район кимәлендә “Йәнле классика” конкурсы еңеүсеһе, мәктәптең алыштырғыһыҙ алып барыусыһы Элина Вәлиева үҙен киләсәктә филология өлкәһендә күрә, журналист йә диктор булып эшләргә теләй. Ҡара тырыш Элина 11 йыл дәүерендә мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәгән - класс, мәктәп, район сараларында әүҙем ҡатнашҡан. Музыка мәктәбенең хореография класын тамамлаған. Өс йыл рәттән башҡорт теле фәненән муниципаль этапта Бөтә Рәсәй предмет олимпиада призеры һәм еңеүсеһе. Үҙ һүҙле, үткер, оҫта ойоштоусы Дилбәр Йортомбаева күп йылдар класта староста йәки уҡыу секторы вазифаһын башҡарған. Ул һәм спортсмен ҡыҙ Регина Юнысова киләсәктә үҙҙәрен медицина өлкәһендә табип итеп күрәләр. Динә Махийәнова ҙур хыялдар менән йәшәй - юғары уҡыу йортона барыу, компьтерҙы ныҡлап өйрәнеү һәм үҙ файҙаңа егеү. Дәрестәрҙән һуң ул ҡул эштәре менән булырға, бейергә, спортзалға йөрөргә ярата. Мәктәптең, райондың спорт тормошонда әүзем ҡатнашып, райондың маҡтау билдәләре менән бүләкләнгән. Кластың йәш рәссамы, әҙәби китаптар уҡырға яратыусы, тыныс холоҡло Карина Яҡупова әле һайлау алдында.
өҙҙөрә баҫып бейей торғандарҙан. Улар бөтәһе лә тиерлек урындағы музыка мәктәбенә йөрөнө. Ауыл мәҙәниәте йортонда эшләп килгән “Шатлыҡ” бейеү ансамблендә бейеүселәр бар. Походтарға, киноларға йөрөргә ярата торғайныҡ. “Бөтә класс менән “Аманат”ҡа!”, ағас ултыртыу акцияларында ҡатнашҡаныбыҙ хәтерҙә. Һәр бер уҡыусының хәҙер үҙе буйлыҡ ағасы бар. Тағы ла республика кимәлендә “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” юлдарҙа хәүефһеҙ тәртип булдырыуға йүнәлтелгән йәш хәрәкәт инспекторҙары конкурсында (ЮИД) ҡатнашыу хоҡуғы алдыҡ, ошо уҡ темаға арналған шаяндар һәм отҡорҙар клубында район кимәлендә еңеүсе булдыҡ, - тип бәйән итте Рәйлә Урал ҡыҙы ҡарлуғастары хаҡында.
Класс етәксеһе әйтеүенсә, мәктәптә билдәле шәхестәр исеменә бирелгән премиялар күп, быйылғы сығарылыш уҡыусыларының барыһы ла тиерлек премия лауреаттары. Улар йыл да теге йәки был өлкәлә ҙур уңыштарға өлгәшеп, премиялар алыу хоҡуғына эйә булғандар. Шулай итеп, быйыл да төрлө яҡтан һәләтле 58-се сығарылыш ҡарлуғастарын оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙы Байым урта мәктәбе.
Уҡыусылар өсөн яҡты кластар, аҡбур менән һыҙылған таҡта, ҡайҙалыр юғалып ҡалған көндәлек, беренсе хистәр, талапсан уҡытыусылар, атай-әсәйҙең кәңәштәре, тәүге уңыштар барыһы ла артта ҡалды. Алда уларҙы яңы үрҙәр, бейеклектәр көтә. Аҡ юл һеҙгә, егеттәр һәм ҡыҙҙар!