Байрамдар
22 Июнь , 04:51

Һаумыһығыҙ, хәлилдәр!

Бынан 60 йыл элек Әбйәлил ерендә башланғыс алып, йылдар ағышында күркәм йола булып нығынған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» осрашыуы быйыл райондың 13 ауылында үтә. Үткән аҙнала хәлилдәр был матур байрамға дәртле башланғыс бирҙе.

Һаумыһығыҙ, хәлилдәр!Һаумыһығыҙ, хәлилдәр!
Һаумыһығыҙ, хәлилдәр!

«Иң матур ауыл» исеменә тап төшөрмәйҙәр
Хәлил – 15 урам һәм 500-гә яҡын йорт-хужалыҡ иҫәпләнгән районда иң ҙур ауылдарҙың береһе булыуына ҡарамаҫтан, төҙөклөгө менән дан тота. Һүҙемде дәлилләүсе бер нисә фактҡа туҡталып үтәм. Бынан алдағы, 2017 йылғы осрашыуҙы ентекле әҙерлек һәм юғары ойошҡанлыҡ менән уҙғарған хәлилдәр «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы йомғаҡтары буйынса район конкурсының иң юғары баһаһына — гран-приға лайыҡ булһа, 2018 йылда «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы менән берлектә ойошторған «Иң матур ауыл» республика конкурсында еңеү яуланылар. Мәртәбәле бәйгенең бүләге лә елленән булды — 500 мең һум аҡса ауылға стела эшләтеүгә йүнәлтелде. Унан байтаҡ алда, 2006 йылда алтын ҡуллы оҫта Рәшит Ҡусҡаровтың әкиәт һарайылай зауыҡлы өйө республика буйынса «Иң матур йорт» тип билдәләнде. Ауыл халҡының 2024 йылда янғындан һуң дүрт ай эсендә өр-яңы мәсет төҙөп сафҡа индереүҙәре лә бөтә республикаға сенсация булды.
Ил-йортта тынысһыҙ булып киткәс, хәлилдәр ошоғаса байрам үткәреүҙән баш тартып килде. Туғыҙ йылға һуҙылған оҙайлы тәнәфестә буяуҙар уңып күркен юғалта, кәртә-ҡоймалар терәүгә ҡала башлағас, ауыл йыйынында быйыл, һис шикһеҙ, осрашыу үткәрергә кәрәк тигән ҡарарға килделәр һәм иртә яҙҙан, дөргөн күтәрелеп, әҙерлеккә тотондолар.
Дөйөм мәнфәғәттә ҙур эштәр башҡарылды. Халыҡ үҙ көсө менән ауыл ҡапҡаһын — стеланы яңыртты. Стела тип кенә әйтеү әҙ — мөһабәт монумент көндөҙ генә түгел, төнөн дә балҡып алыҫтан күренеп тора. Проекттың эскизын Хәлил мәктәбендә урта белем алған билдәле рәссам, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Нәсих Хәлисов эшләгән. Ә «Иң матур ауыл» тип яҙылған бүләк-стела ауылдың икенсе осона — Монаш тауы башына күсерелде. Дөйөм өмәләр, урындағы һәм ситтә йәшәүсе ауылдаштарҙың матди ярҙамы менән Дарыулы йылғаһы аша ауыл уртаһындағы күпер капиталь ремонтланды. Ауылға нигеҙ һалған Хәлил хәҙрәт олатайҙың ҡәберлегенә таҡтаташ ҡуйылды.
Балалар майҙансығы, йәмәғәт урындары тәртипкә килтерелде, буяуҙар яңыртылды. Хәлилдең административ үҙәгендә «Мин яратам, Хәлил!» арт-объекты хасил булды. Уны тыуған ауылына һөйөү һәм хөрмәт менән Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе Илдар Дәүләтов эшләне. Ауыл хакимиәте 2 километр юлға ҡырсынташ түшәтте.
Шәхси хужалыҡтарҙа гөрләгән төҙөкләндереү эштәре, үҙгәрештәр тураһында һөйләп бөтөрөрлөк түгел: күп йорттар «күлдәк-яулыҡтарын» яңыртты: өйҙәр замансалап көпләнде, ҡыйыҡ ябыуы, ҡапҡа-рәшәткәләр алыштырылды. Һәр кем көс-хәленән килгәнсә тырышты, буяу-бумала теймәгән ихаталар ҡалманы тиерлек. Байрамға әҙерлек халыҡтың ихлас, сәмле булыуын ғына түгел, ярҙамсыллығын да күрһәтте. Хәлил урта мәктәбенең 1982 йылғы сығарылышы сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле Ғәлиә һәм Иштимер Йыһаншиндар йәшәгән йортҡа тимерҙән ҡапҡа эшләтеп ҙур сауап алды.
Ҡыҫҡаһы, Хәлил яңырыу кисерҙе, бөтә ергә ҡот, йәм ҡунды. Осрашыуға килгән ҡунаҡтар, ҡырҙан ҡайтҡан ауылдаштар быларҙың барыһына ла үҙ күҙҙәре менән шаһит булды.

Герой биргән изге төбәк
Байрам ауыл осонда — яңы стела янында мәртәбәле ҡунаҡтарҙы йыр-бейеү, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алыуҙан башланды. Шатлыҡ уртаҡлашырға Әбйәлил башлығы А. З. Әминев, район Советы рәйесе А. Б. Хәйбуллин етәкселегендә ҙур рәсми делегация килде.
Был көнгә билдәләнгән бай саралар программаһы Советтар Союзы Геройы Ғәбдрәүеф Дәүләтовты һәм һуғыш ветерандарын иҫкә алыу митингыһынан, батырҙар мемориалына сәскә һалыуҙан башланды. Ауыл Бөйөк Ватан һуғышына 129 уланын оҙатҡан, яугирҙәрҙең 58-нә генә кире ҡайтырға яҙған. Яу ҡырында ятып ҡалғандар, баҡыйлыҡҡа күскән ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алынды.

Данлы шәхескә арнап
Элекке колхоз идараһы бинаһы диуарында Хәлил өсөн ҙур эштәр башҡарған алдынғы ҡарашлы етәксе Салауат Ҡадировҡа таҡтаташ асылды. 80-90-сы йылдарҙа ауылда инкубатор, быйма баҫыу, теген цехтары, шлакоблок эшләү, асфальт, май заводтары булдырылыуы, балалар баҡсаһы төҙөлөүе, үҙәк урамдарға асфальт түшәлеүе — барыһы ла уның яҡты исеме менән бәйле. 1983-1992 йылдарҙа Киров исемендәге колхозға етәкселек иткән Салауат Сәрүәр улы бигерәк тә ауыл хужалығы эшсәндәренә иғтибарлы булды, уларҙың хеҙмәт һәм йәшәү шарттарын яҡшыртыуға күп көс һалды. Хужалыҡ белгестәре, механизаторҙар, һауынсылар өсөн ул төҙөттөргән йорттарҙан яңы урам хасил булды. Ә иң ҙур ҡаҙанышы — колхоз ҡеүәте менән Асҡарҙан газүткәргес һуҙҙырып, 90-сы йылдар башында уҡ ауылды «зәңгәр яғыулыҡ»ҡа тоташтырыуға өлгәште.
Митингыла сығыш яһаусы Ғәлийән Әбдразаҡов Салауат Ҡадировтың Хәлил ауылы мәнфәғәтендәге эштәре тураһында бәйән итһә, Айрат Зиннәт улы уның ауыл хужалығынан тыш мәҙәниәт өлкәһендә лә хәстәрлекле, булдыҡлы етәксе булыуын иҫкә алып, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән исем бушҡа ғына бирелмәүенә баҫым яһаны. Шәхестең улы Даян Ҡадиров атаһының исемен мәңгеләштергән ауылдаштарына рәхмәт белдерҙе.

Ауыл матур, ауыл күркәм
Артабан ҡунаҡтар автобуста ауыл буйлап сәйәхәткә сыҡты. Бөтә ерҙә лә байрам рухы тантана итә ине, күркәм, күрмәлекле күренештәргә күҙҙәр ҡыуанды.
Ауыл менән танышыу «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамының тәү нәүбәттә төҙөкләндереүҙе маҡсат итеүен раҫланы. Ә ерле халҡы, үҙ сиратында, ихлас ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте, һәр урамда йыр-моң, һый тулы өҫтәлдәр, асыҡ йөҙ менән ҡаршыланылар.

Дарыулы буйы гөрләп торҙо
Төп байрам сараһы Дарыулы йылғаһы буйында — Үләндек тип йөрөтөлгән туғайҙа үтте.
Тәбрикләү һүҙе менән Әбйәлил башлығы А. З. Әминев, район Советы рәйесе А. Б. Хәйбуллин, ауыл биләмәһе башлығы М. М. Фәттәхов сығыш яһаны.
Айрат Зиннәт улы төҙөкләндереү йәһәтенән әҙерлек кимәлен юғары баһалап, тырыш, уңған Хәлил халҡына рәхмәт белдерҙе һәм район хакимиәте исеменән ауылға бүләккә 35 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы, фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән Хәлилдең үҫешенә тос өлөш индергән, 80 йәшлек оло юбилейҙарын билдәләгән Булат Мусинды, Ринат Ғәлишинды, шулай уҡ хәрби табип, отставкалағы подполковник Әмир Рәхмәтуллинды «Әбйәлил районының атҡаҙанған ветераны» билдәһе менән наградланы.
Хеҙмәт ветераны, өлгөлө ғаилә башлығы Ришат Ласыновҡа «Хәлил ауылының почетлы гражданы» таҫмаһы тағылды. Байрамды ойоштороу комитеты төҙөкләндереү эштәренең башында йөрөгән иң әүҙем ир-егеттәрҙе билдәләне. Күпер ремонтлауҙа Лик Нарынбаев, Таһир Ҡарағолов, Ғәйнислам Әсәҙуллин, стела ҡуйыуҙа Хәлил Ушанов, Илфат Сәйфетдинов, Руслан Ибраһимов, элекке стеланы күсереүҙә Таһир Әлибаев, Раил Мөхәмәтғәлин, Таһир Хәсәнов фиҙаҡәрлектәре өсөн ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Ойоштороу комиссияһы күп бала тәрбиәләп үҫтергән Ғәлимә Мырҙабаеваны «Герой-әсә», Бәҙерниса Йыһаншина, Нәфисә Фәрхитова, Хәмитйән Хәмзин, Зиннур Үтәғоловты «Иң оло кеше», ошо көндәрҙә генә донъяға килгән Гөлназ һәм Йәноҙаҡ Ғибәҙәтовтарҙың ҡыҙын «Иң йәш гражданин», Эльмира һәм Руслан Наумовтар, Гөлнәзирә һәм Иҙел Шәрәфетдиновтарҙы «Иң йәш ғаилә» номинацияларында бүләкләне.
Һүҙ әйтергә, бүләктәр бирергә теләүселәр күп булды. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Рәмзиә Кәримова-Байбулатова, килен булып төшкән ерен, уның талантлы, берҙәм халҡын маҡтаны, үҙенең шәхсән бүләген ул мәсет төҙөгәндәге ҙур ярҙамы өсөн Таңһылыу Мәсәлимоваға инселәне. Ауылдаштар осрашыуына Сочиҙан ҡайтып төшкән Хәлимә Бастанова йәнтөйәгенә арнап сығарған шиғырҙарын уҡыны һәм мәктәпкә китаптарын бүләк итте. Күрше Әбделмәмбәт ауылына килен булып төшкән Хәлил ҡыҙҙары балалар баҡсаһына аҡсалата бүләк тапшырҙы. Магнитогорскиҙан «Хәүефһеҙлек формулаһы» ойошмаһы директоры Руслан Ғәлин хоккей майҙансығы өсөн прожекторҙар алып килгәйне.

Батырлыҡ онотолмаҫ!
Байрам барышында МХО яугирҙәренә ҙур әһәмиәт бирелде. Геройҙар дәүере, ватансылыҡ тойғоһо темалары сараның башынан аҙағынаса ҡыҙыл еп булып үтте. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы-лар, һалдат бурысын Афған, Чечен һуғыштарында үткән яугир-интер-националистар, локаль бәрелештәр ветерандары тураһында ла онотманылар. Әлеге ваҡытта барған МХО-ла ауылдан 18 ир-егет ҡатнаша, 7 яугир батырҙарса һәләк булған. Үкенескә һуғыш ҡорбанһыҙ булмай шул. Тыуған ил өсөн башын һалған төрлө дәүерҙәр батырҙары бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алынды.
Махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Вәхит Байбулатовтың Батырлыҡ ордены, Азат Ғәлиәкбәровтың «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы, Айрат Кәримовтың Батырлыҡ ордены һәм «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы уларҙың ғаиләләренә мәңгелеккә һаҡлауға тапшырылды.
Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, район башлығының эске сәйәсәт буйынса кәңәшсеһе Хәлил Рәхмәтуллин бөгөнгө ябай булмаған ваҡытта яугирҙәребеҙгә һәр төрлө ярҙам күрһәткән «Ихлас йөрәктән» ирекмәндәр хәрәкәте ағзаларын тәбрикләне. Динар Ласынов, Лилиә Ҡадирова, Сәриә Килдейәрова, Фәйрүзә Ласынова, Рауза Дәүләтова, Гүзәл Ирғәлина, Земфира Дәүләтҡолова, Гөлбикә Килдейәрова, Роза Ғәлимова «Махсус хәрби операцияға ярҙам өсөн» миҙалына, Фәнүзә Ҡусҡарова, Айһылыу Булатова, Байрамбикә Әлибаева, Гөлшат Ғәлишина, Һыуһылыу Ласынова, Мөслимә Моталова, Сәүҙә Ғәбитова Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамының спорт программаһында ла төп ярыштар батырҙар иҫтәлегенә ойошторолоуы менән көслө тәьҫир итте. Ошо ауылда тыуып-үҫкән Әлфир Сарбаев иҫтәлегенә футбол, Ринат Хәйруллин иҫтәлегенә волейбол һәм Азамат Дәүләтҡолов иҫтәлегенә көрәш ярыштары гөрләп үтте. Был ярыштарҙы яугирҙәрҙең ғаиләләре ойошторҙо һәм бағыусылыҡ итте. Айрат Кәримовтың туғандары балалар өсөн уҙғарылған ярыштарҙың бағыусыһы булды.

Хәлил таланттарға бай
Циклон байрамды урап үтмәне. Ҡойоп яуған ямғыр концертты ла, спорт ярыштарын да туҡтата алманы. Республика өсөн күп талантлы шәхестәр биргән ауылдың байрам сәхнәһе һис буш торманы. «Етегән» төркөмө, Башҡортостандың атҡа-ҙанған артисы Динар Ласынов, ветерандар хоры, «Малайҙар», «Ынйылар», «Ялан сәскәләре» ансамблдәре, «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре коллективы, Айгиз Моталов, Сафия Байгилдина, Рөстәм Әбдразаҡов, Нәркәс Әсәҙуллина, Фирүзә Мырҙабаева, Руслан Ғайсин, Иҙел Ишбулатов һәм башҡаларҙың сығыштарын халыҡ бик йылы ҡабул итте. Аҙаҡ йыр-бейеүгә конкурс дауам итте.
Республикала ғына түгел, башҡорттар күпләп йәшәгән күрше төбәктәрҙә лә танылыу алған «Самауырлы ритайым» Хәлилде лә гөрләтте. Проект авторы һәм алыштырғыһыҙ алып барыусы Рөстәм Әбдразаҡов мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм дәртле йәштәр менән бергә байрам кисендә тыуған ауылында онотолмаҫ күңелле ритайым ойошторҙо. Ауылдаштар самауыр сәйе менән һыйланып, рәхәтләнеп аралашып, уйнап-көлөп, йырлап-бейеп күңел асты.

Читайте нас