Байрамдың барлыҡҡа килеү тарихы
1966 йылда күренекле шәхес Шаһиғәле Ишбулатовтың башланғысы менән тыуған ауылы — Ҡаҙмашта тәүге тапҡыр «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үткәрелде. Яҡташыбыҙ башлап ебәргән ауылдаштар осрашыуы төклө аяҡлы булды. Ул район, Башҡортостан сиктәрен үтеп, башҡорттар йәшәгән төрлө тарафтарға таралды. Байрам ауылдаштарҙы, туғандарҙы туплау, ата-бабалар тарихын барлау, үткәндәргә һәм киләсәккә байҡау яһау, быуындар күсәгилешлеген һаҡлау, ауылдарҙы төҙөкләндереү, тирә-яҡты тәртипкә килтереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы һәм уға иреште лә. Йылдан-йыл «Һаумыһығыҙ» байрамы яңы эштәргә дәртләндерә, яңы идеяларға башланғыс бирә һәм ауыл халҡын берләштерә, алға әйҙәй.
Ауылдаштарҙы, туғандарҙы бергә йыйған күңелле байрамды йылдар буйы һағынып, көтөп алыусан халыҡ. Ситтә йәшәгәндәр өсөн бигерәк тә ҡәҙерле ул. «Тыуған ерҙән торған ер яҡшы», тиһәләр ҙә тәпәй баҫҡан, кендек ҡаны тамған ауылдан да ғәзизерәге юҡтыр. Был тойғолар, кисерештәр ауылдаштар осрашыуы байрамдарында һис йәшеренеп ятманы: һәр береһенең йөҙөндә сағылды.
Осрашыуға әҙерлек
Байрам иғлан ителгәс, уның элеккесә юғары кимәлдә, ауылдаштарҙың күңелен күрер өсөн бөтә көстәрен һалып әҙерләнәсәктәренә шик булманы. Ҡаҙмаштар был юлы ла дәррәү тотондолар: кәртә-ҡураларҙы йүнәтеп, юл, урам, йылға буйҙарын таҙартып, өй, ҡапҡа, штакетниктарҙы буяп, яңыртып ҡуйҙылар. Төрлө тарафтарҙан йыйылған ҡунаҡтар алдында йөҙ ҡыҙарырлыҡ булмаһын өсөн барыһы ла эшләнде. 240 йыллыҡ тарихы булған ауылдың төрлө төҫтәргә буялған баҡсалары, семәрле биҙәктәр төшөрөлгән ҡапҡаларына ҡарап һоҡланырлыҡ. Сәмле, егәрле халыҡ ул ҡаҙмаштар. Ауыл егеттәре көсө менән эргәләге тау башында ҡурай һәм әүһәләк эшләнгән. Был хәҙер йәштәр телендә «Ҡурай» исеме менән аталып, йәштәрҙе туплар үҙәккә әүерелгән. Район хакимиәте Ҡаҙмаш ауылының 2500 метр юлында ҡырсынташ түшәтеүгә финанс ярҙам күрһәткән.
Ҡаршы алыу
Ҡунаҡтарҙы һыбай аттарҙа ҡаршы алғандан һуң, ҡаҙмаштарҙың олоһо ла, кесеһе лә ихлас таҡмаҡтар әйтеп, милләтебеҙҙең матур йолаһына ярашлы икмәк-тоҙҙан, ҡымыҙҙан ауыҙ иттерҙе. Артабан мул ғына итеп йәшел бесән һалынған егеүле ат арбаһына ултырттылар ҡунаҡтарҙы, улар мәҙәниәт йортона тиклем ат арбаһында тирә-яҡты байҡап барҙы.
Хәтер тере
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыны рәткә килтереү буйынса Амангилде хакимиәте башлығы Ринат Сафиуллин «Салауат» компанияһы директоры Таһир Бәхтегәрәйевҡа мөрәжәғәт итә. Таһир Тимербай улы мөрәжәғәтте кире ҡаҡмай һәм обелискыны рәтләү буйынса эштәр башлана. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамының 60 йыллығына «Салауат» компанияһы майҙансыҡты төҙөкләндерҙе: яңы юл өсөн тротуар плиткаһы һәм бордюрҙар һалды. Ә байрам көндө ҡунаҡтар менән бергә обелиск майҙанына 12 төп зәңгәр шыршылар ултыртылды. Барлыҡ сығыш яһаусылар ҙа обелиск төҙөлөшөнә ҡулдан килгәнсә өлөш индергәндәре, үҙ илебеҙҙең һәм тыуған төйәгенең яҡты киләсәге өсөн ғүмерҙәрен биргән ауыл халҡы тураһындағы иҫтәлектәрҙе һаҡлап ҡалыуҙа ярҙам иткән һәр кемгә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Һәр кем шыршылар шаулап үҫеп китһен, Ер йөҙөндә тиҙерәк ҡан-ҡойоштар туҡтаһын тигән теләктә ағастарҙы ултыртты.
Ҡаһарман яугир йәшәй бында
Ҡаҙмашта бөгөн райондағы берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов йәшәй, ҡунаҡтар ветерандың инеп хәлен белеште.
Йәшләй генә килеш әсиргә эләгеп, һуғыш михнәттәрен татыған ветеран Пермдә 1951 йыл башына тиклем йәшәй һәм эшләй. Бында Раҡыя исемле ҡыҙ менән таныша, ул сығышы менән Илеш районынан була. Өйләнешкәс, тыуған яҡтарына ҡайталар. Өс ул һәм бер ҡыҙға ғүмер биреп бик матур итеп йәшәп китәләр. Ауылда эш булмау сәбәпле, Күсем руднигына эшкә барып урынлаша Ишҡол Хәмзә улы. Унда төрлө эштә йөрөй. Хатта Мәғнит ҡалаһындағы ММК-ла домна мейестәрен таҙартыусы була. Рудник ябылғас, Салауат утарында ММК өсөн ағас ҡырҡа. Шунан һуң ауылына ҡайтып төпләнә. «Заветы Ильича» колхозында бар тырышлығын һалып көс түгә. Хаҡлы ялға сыға, матур итеп йәшәп ятҡанда, ҡыҙғанысҡа күрә, ҡатыны һәм улы вафат булған, шулай ҙа ветеран әле лә тормошҡа булған ҡыҙыҡһыныуын, һөйөүен һаҡлап ҡалған, ул һәр ваҡыт теремек һәм кәңәштәрен бирергә әҙер.
Бөгөн ул 99 йәш менән бара. Һуғыш уны ныҡлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа өйрәткәндер, татыулыҡ, берҙәмлек менән яулап алынған яҡты тормоштоң ҡәҙерен белеп ғүмер итә ул, ҡалғандарҙы ла матур тормош, яҡты маҡсат менән йәшәргә саҡыра. Уны бөгөн ҡыҙы Әнисә ҡарай һәм тәрбиәләй.
Ҡаҙмаштың урамдары, тынмаһын йыр-моңдары
Ҡаҙмаш тирә-яҡтан уратып алған тауҙар ҡосағында ултырыуы, ауылға инеү менән тормош ҡайнауы, тирә-йүнгә йәм биреп ултырған мәсете әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торғандай. Ысынлап та, гөрләтеп донъя көтәләр бында — халҡы тырыш, татыу, берҙәм. Аҙан тауышы яңғырап торған ауылда шулай булырға тейеш тә! Һәм артабан ҡунаҡтар мәсеттә, мәктәптә булды, урамдар буйлап үтте, ауыл менән мәктәп директоры Зариф Атауллин таныштырҙы. Ауылды икегә йырып, Оло Ҡаҙмаш йылғаһы аға. Шуға ла халыҡ телендә аръяҡ Ҡаҙмаш, бирьяҡ Ҡаҙмаш тип йөрөтөлә.
Мәсет алдында һый-хөрмәт менән ҡаршы алдылар. Уның имам-хатибы Данил Әһелов изге йортто ғаилә ағзалары менән бергә тәртиптә тота, бөтә дини байрамдар бында уҙа. Йәштәргә никах уҡытыу, сабыйҙарға исем ҡысҡыртыу кеүек матур йолалар ҙа ошонда башҡарыла.
Ауылдағы мәҙәниәт йорто элек мәсет булған. Ул Әбделғәзе ауылынан бура килеш килеп ултыра һәм мәсет итеп асыла, һуңынан клуб итеп үҙгәртелә. Бөгөн клуб гөрләп эшләп тора.
Матур традицияға нигеҙ һалған Шаһиғәле Ишбулатов йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылған, ҡунаҡтар бында ла туҡтап, арҙаҡлы шәхес иҫтәлегенә сәскәләр һалды.
Ауылдаштарының ҡайтыуына икеләтә әҙерләнгән туғандар. Комсомол, Шаһиғәле Ишбулатов, Көнсығыш, Партизан һәм Бейеш Батыр урамдарының һәр береһендә бер-нисә өй хужалары тарафынан мул өҫтәл әҙерләнгән ине, ялтыр самауыр әллә ҡайҙан балҡып, ҡайнап ҡунаҡтарҙы үҙенә саҡырҙы. Йор һүҙле, егәрле хужабикәләр иһә йыр-таҡмаҡтары менән ҡунаҡтарҙы һый-хөрмәт менән ҡаршыланы.
Мәктәп — ауыл йәме
Һәр ауылдың йөҙөк ҡашы ул, әлбиттә, белем усағы. Балаларҙың шат тауыштары тынмаған, киләсәк быуынды тәрбиәләүгә нигеҙ һалған Ҡаҙмаш мәктәбендә бөгөн бөтәһе 152 уҡыусы белем ала. Тарихына күҙ һалғанда, ул 1906 йылда земство мәктәбе булараҡ эш башлай. 1907 йылда Усман мулла Нияҙғолов тырышлығы менән йәдит мәктәбе асыла һәм ул 1917 йылға тиклем хеҙмәт итә.
Бөгөн мәктәп коллективында 19 уҡытыусы, 16 юғары категориялы, беренсе категориялы 1 уҡытыусы иҫәпләнә.
Артабан ҡунаҡтар мәктәп биләмәһендә репрессия ҡорбандары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә ҡуйылған монументҡа һәм махсус хәрби операцияла һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташтарға венок һәм сәскәләр һалды.
Йәйләүҙә ара-ара булып
Байрамдың тантаналы өлөшө Биксура яланында дауам итте. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының флагтарын тотоп бейегән балалар рус һәм башҡорт халҡының берҙәмлеген һәм татыулығын сағылдырҙы. Артабан беҙҙе йәш, урта, оло быуын ҡатын-ҡыҙҙары сағыу бейеүҙәре менән ҡаршы алды, йәй-ләүҙең бейе әйҙүкләп, түргә саҡырҙы. Ә аҡланға башҡорттарҙың ете ырыуын сағылдырғандай ете тирмә ҡоролған: Ҡаҙмаш ауылының 7 араһы туған-тыумасаларын, нәҫел-нәсәбен бер ергә тупланы. Ҡаҙаҡтар, көйөлдөләр, уфтарҙар, ҡарағалпаҡтар, маңҡалар, туҙғалталар, оҙон тәсбихтар ҡунаҡтарға үҙҙәренең зат-ара тарихын, көнитмешен һөйләне, йыр-моңдары менән ҡаршы алды. Киң сәхрәлә йылҡысылыҡ, малсылыҡ, һунарсылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән зат-нәҫелдәрҙең тирмәләре хәтәр шәп ине! Комиссия ағзалары уларҙың тырышлыҡтарын баһалап, бүләк тә әҙерләне. Туҙғалталар беренсе, оҙон тәсбихтар менән маңҡалар икенсе, ҡалған аралар иһә өсөнсө урындарҙа билдәләнде.
Көн үҙәгендә — тантаналы өлөш
«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын Амангилде ауылы хакимиәте башлығы Ринат Сафиуллин асыҡ тип иғлан итте. Ул әйтеүенсә, бөгөн ауылдың 219 йортонда 600 самаһы кеше йәшәй. Мәктәп, клуб, ФАП, китапхана, 4 крәҫтиән хужалығы, 8 шәхси эшҡыуар эшләп килә. Эш урындары булмағанлыҡтан, күптәр вахта ысулы менән эшләргә мәжбүр, әммә халыҡ бирешмәй төрлө ауылдарға, эргәлә ятҡан Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләүселәр ҙә бар.
Артабан сәхнәгә бер-бер артлы мәртәбәле ҡунаҡтар күтәрелеп, ҡаҙмаштарҙы байрамдары менән ҡотланы. Район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, социаль мәсьәләләр буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары Вадим Абдуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Хәлил Рәхмәтуллин, район Советы депутаты Даян Сафин, «Салауат» компанияһы директоры Таһир Бәхтегәрәйев, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире Рәшит Ишбулатов, Ҡаҙмаш ауылының почетлы гражданы, юл-төҙөлөш идаралығының почетлы ветераны Мирхәт Рәжәпов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған умартасыһы Мәҙинә Ибраһимова, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Фәнил Әсәҙуллин, Амангилде ауыл Советы депутаты Рамаҙан Шаһыбалов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Тимур Вәлитов, Татарстан Республикаһының башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Ғәли Хәсәнов ауылдаштар байрамы менән тәбрикләп, йылы һүҙҙәрен йәлләмәне. Һәр береһе урындағы халыҡтың дәррәүлеген, берҙәмлеген билдәләне, Ҡаҙмаш хәҙер ауылдаштар байрамына нигеҙ һалыусы ғына түгел, ә «Айыҡ ауыл» республика конкурсында беренсе урын яулаған ауыл булараҡ тарихта эҙ ҡалдырыусы ла икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алдылар.
Айрат Зиннәт улы Амангилде ауылы биләмәһе башлығы Ринат Сафиуллинға ауылдаштар байрамын үткәреүгә сертификат тапшырҙы. Хакимиәт башлығы «Әбйәлилдең яугир-геройы» күкрәк билдәһе менән Ринат Сәйфелмөлөков, Рауил Мәхмүтов, Динир Әхмәтҡужин, Арсен Мостафин, Вилдан Ихсанов, Әсғәт Садиҡов, Милләт Хәкимов, Илгиз Рәжәпов, Динис Йыһаншин, Нур Ғәбитовты наградланы. «Ватан һаҡсыһының атаһы» миҙалы менән Данил Әһелов, Нәсих Мырҙабаев, Әшираф Ихсанов, Вәлит Ғәбитов, Иршат Әхмәтҡужин, «Ватан һаҡсыһының әсәһе» миҙалы менән Тәғзимә Мәхмүтова, Әнисә Мырҙабаева, Фәйрүзә Ихсанова, Мәрйәм Ғәбитова, Зөһрә Ниғмәтуллина, Рәмзиә Әйүпова бүләкләнде. «Әбйәлилдең атҡаҙанған ветераны» исеменә Фирүзә Сафина лайыҡ булды.
Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты, «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы кавалеры Азамат Усманов ауылдың тарихына ҡыҫҡаса ғына байҡау яһап, бөгөнгө көнитмеше менән таныштырҙы.
Артабан төрлө номинацияларҙа бүләкләүҙәр башланды. «Иң оло пар» — Нәзифә һәм Ғәли Зәйнуллиндар, «Иң оло аҡһаҡал» — Ишҡол Мәхмүтов, алтын парҙар — Мәйсәрә һәм Данил Әһеловтар, Шәрифә һәм Мират Һатлыҡовтар, Рәсимә һәм Ишбулат Заһретдиновтар, «Өлгөлө ғаилә» — Тәғзимә һәм Вәкил Атауллиндар, Зифа һәм Наил Билаловтар, Рәшиҙә һәм Рауил Фәттәховтар, Сания һәм Манат Сафиуллиндар, «Татыу ҡәйнә менән килен» — Орҡоя һәм Гөлнур Әһеловалар, «Иманлы ғаилә» — Мәйсәрә һәм Данил Әһеловтар, Гөлнара һәм Ансар Тәхәүетдиновтар, «Иң йәш ғаилә» — Нурания һәм Ильяс Шәйхетдиновтар, «Иң йәш сабый» — Рамаҙан Ихсанов. Ауылдың уңғандарын, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыусыларҙы, ауыл хужалығы ветерандарын да бүләкһеҙ ҡалдырманылар.
Ҡунаҡтарҙың сығыштарын ауылдың һәүәҫкәрҙәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыр-моңдары менән биҙәне. Күңел асыу саралары күп булды был көндө, сауҙа рәттәре эшләне, әммә иң мөһиме, һис шикһеҙ, яҡын кешеләр менән күрешеү, туғандар менән аралашыу иң ҡыуаныслыһы булды. Ауылдаштар осрашыуы халыҡҡа һәм ҡунаҡтарға онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар һәм күңелле кәйеф бүләк итте.
Гөлфиә Ниғмәтуллина.