

Никах теркәү һарайына алтын, зөбәржәт һәм гәүһәр туйҙарын билдәләүсе парҙар саҡырылды. Алтын туйҙарын билдәләүсе бәхетлеләр — Рәшиҙә һәм Рәфҡәт Әсәҙуллиндар, Фәрзәнә һәм Фәрит Сәлиховтар, Рәйсә һәм Әсләм Тутаевтар, Гөлзөһрә һәм Данил Алтынбаевтар, Зилә һәм Рәүеф Манаповтар, Сәғилә һәм Салауат Ғәлимовтар.
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан 60 йыл бергә ғүмер итеүсе Үрге Әбдрәш ауылынан Рәйсә һәм Айбулат Сабитовтар «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн миҙалы» менән бүләкләнде.
Рәфҡәт Тимербай улы хеҙмәт юлын физика, математика уҡытыусыһы булып башлай. Күп тә үтмәй уны райкомға саҡырып алалар һәм ул комсомол хеҙмәткәре булып китә. Хаҡлы ялға тиклем ул мәғариф бүлегендә, райком партияһында, район хакимиәтендә эштәр идарасыһы һәм архив бүлеге мөдире булып эшләй. Ҡатыны Рәшиҙә Ҡотдос ҡыҙы Гусев мәктәбендә пионервожатый була, һуңынан Дәүләт ауылына клуб мөдире итеп тәғәйенләнә. Район үҙәгенә күсеп килгәс, төрлө ойошмаларҙа бухгалтер булып хеҙмәт итә. Асҡар ауылы биләмәһенең баш бухгалтеры булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Улар Азамат һәм Розалия исемле балалар тәрбиәләгән. Улы һәм ҡыҙы бөгөн эйәле-башлы, һәр береһенең үҙ ғаиләһе бар. Әсәҙуллиндар балалар, ейәндәр һөйөп, Асҡарҙың көньяҡ микрорайонында матур ғүмер итә.
55 йыл иңгә-иң терәшеп, ҡулды-ҡулға тотоноп атлаған, зөбәржәт туйҙарын билдәләүсе Владимир һәм Любовь Павлюковичтарҙы районда белмәгән кеше һирәктер. 1972 йылда Владимир Петрович ғаиләһе менән Әбйәлил районына күсеп килә, үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген ауыл хужалығы идаралығы инспекторы булып башлай, һуңынан ауыл хужалығы бүлеге мөдире була, ремонт-техник предприятиеһы директоры вазифаһын башҡара. Ун йыл Владимир Петрович район хакимиәтен етәкләй. Любовь Григорьевна иһә 1973 йылдан алып хаҡлы ялға киткәнсе Асҡар мәктәбендә балаларға белем бирә. Улар 3 ҡыҙға ғүмер бүләк иткән.
«Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе Үрге Әбдрәш ауылынан Рәйсә һәм Айбулат Сабитовтар наградланды. Сабитовтар ғаиләһе быйыл көҙ бергә йәшәүҙәренең 60 йыллығын билдәләй. Айбулат Фазлетдин улы ғүмер буйы «Урал» совхозында эшләй, башта һөтсөлөк-тауар фермаһы мөдире, һуңыраҡ умартасы була. Рәйсә Ғөбәйт ҡыҙы бар ғүмерен ауыл биләмәһендә гидролог хеҙмәтенә бағышлай, Үрге Әбдрәш ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе була. Өс бала тәрбиәләгәндәр: ҡыҙҙары Сәлимә БДПУ-ның кафедра мөдире, Минзифа Сибай ҡалаһында шәфҡәт туташы, ә Айҙар Өфө ҡалаһында стоматолог булып эшләй. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, хужалыҡ менән шөғөлләнә, тыуған ауылының йәмәғәт тормошонда ҡатнаша улар. Сабитовтар бөтә ауылдаштарына һәр яҡлап өлгө.
— Беҙҙең районда уңған, татыу ғаиләләр бик күп. Бөгөнгө сараға оҙон ғүмер юлын бергә үткән, ғорурланып та, һоҡланып та һөйләрлек ғаиләләр саҡырылған. Һеҙ, хөрмәтле апайҙар, ағайҙар, күпте күрҙегеҙ, төрлөһөн татынығыҙ. Барығыҙҙы ла районда яҡшы беләләр һәм хөрмәт итәләр. Лайыҡлы балалар тәрбиәләгәнһегеҙ, йәш ғаиләләргә өлгө күрһәтәһегеҙ, ышаныс һәм хәстәрлек нигеҙендә төҙөлгән ысын ғаилә бәхетенең нимә икәнен дәлилләнегеҙ. Ҡәҙерле юбилярҙар, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ. Йортоғоҙҙа һәр ваҡыт йылылыҡ хөкөм һөрһөн, үҙегеҙҙе яҡындарығыҙҙың мөхәббәте уратып алһын. Тыныс ҡартлыҡ насип итһен, - тине район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ринат Ғирфанов юбилярҙарҙы ҡотлап.
Тағы ла сараның сәбәпселәрен район ЗАГС бүлеге начальнигы Фәриҙә Әхмәтова, «Эшҡыуарҙар союзы» исеменән Гөлнара Әминева һәм «Собор русских» йәмәғәт ойошмаһынан Людмила Итекәева тәбрикләне, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре моңло йырҙары менән сараны биҙәне. Гөлнара Сәфәрғәле ҡыҙы матур парҙарҙы эшҡыуарҙар менән берлектә әҙерләгән күстәнәстәре менән һөйөндөрҙө.
Яҡындары һөйөүенә, ауылдаштары ихтирамына төрөнгән парҙарҙың да рәхмәттәре йөҙөнә яҙылғайны. Владимир Петрович бөтәһе исеменән сараны үткәреүселәргә иғтибарҙары һәм ихтирамдары өсөн рәхмәтен белдерҙе.
Алып барыусылар һәр ғаилә тарихына байҡау яһаны. Алдынғы йәмәғәтсе, уҡытыусылар, заманында колхозды, ауылды, районды күтәреүселәр, уның мәнфәғәтенә фиҙаҡәр хеҙмәт итеүселәр, 30-40 йыл килен-ҡәйнә булып йәшәгән уңған апайҙар, ул-ҡыҙҙарына арҡа терәге атайҙар... Һәр бер ғаилә — айырым тарих, һәр береһе тураһында сәғәттәр буйы яҙырлыҡ та, һөйләрлек тә...
Зөмәрә һәм Сәғит Хызыровтарҙың йырына вальста әйләнгәндән һуң, юбилярҙарға «Ҡурай» паркына, «Ватан-әсә» һәйкәленә, Дан аллеяһына һәм «Урал батыр» паркына экскурсиялар ойошторолдо. «Урал батыр» паркында ҡунаҡтарҙы «Алтынай» өлгөлө бейеү ансамбле дәртле бейеүҙәре менән ҡаршы алды, юбилярҙарға байрам хөрмәтенә мул табын ойошторолдо.
Эштә лә, тормошта ла, ғаиләһендә лә һынатмаған ошондай матур парҙарҙан йәштәребеҙ үрнәк алһын, тыуған төйәгебеҙҙә ныҡлы, берҙәм, ғүмерлек никахтар күберәк булһын ине.
Гөлфиә Ниғмәтуллина.