Махсус хәрби операцияла булғандағыларға һәр кем ҡулынан килгәнсе ярҙам итә. "Мин унда нығыраҡ кәрәкмен" тип, ҡатын-ҡыҙҙар араһынан тәүгеләрҙән булып яугирҙәргә ярҙам итеү маҡсаты менән контракт төҙөп МХО-ға юлланған шәфҡәт туташы, Һәйетҡол ауылы ҡыҙы Сөмбөл Ялалованың хеҙмәт итеүенә бер йыл да булып килә. Уға ауылдаштары, ул белем алған Буранғол урта мәктәбе коллективы ҙур ярҙам йыйған.
- Уҡытыусылар һәм техник хеҙмәткәрҙәр медикаменттар йыйҙыҡ, аҡсалата ярҙам йыйып тапшырҙыҡ. Технология уҡытыусыһы Филүзә Ғилманова 7 класс ҡыҙҙары менән күстәнәскә талҡан эшләнеләр, - ти белем усағының тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Нәйлә Ғибәҙәтова.
Ә Һәйетҡол ауылы халҡы кейем-һалым, көнкүрештә кәрәкле әйберҙәр йыйған. Ҡатын-ҡыҙҙар милли ризыҡтарҙы ла күстәнәскә йәлләмәгән. Пакет-пакет йыуаса, сәк-сәк, сәй һәм башҡа аҙыҡ-түлектәр тиҙҙән Сөмбөлгә барып етәсәк.
Сөмбөл Ялалова йәрәхәтләнгән яугирҙәргә яу яланында беренсе медицина ярҙамы күрһәтә, күсереп йөрөтөп булмаған ауыр яралыларҙың ғүмерҙәрен әжәл тырнағынан йолоп ҡалыу өсөн мөмкин булған әмәлиәттәрҙе башҡара. Яҡташ ҡыҙыбыҙҙың изге ғәмәлдәре үҙенә меңләтә әйләнеп ҡайтһын!