Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
4 Март 2025, 14:26

"Яралы күңелдәре бөтәйһен..."

Ҡаҙмаштар «Айыҡ ауыл» бәйгеһе сиктәрендә сираттағы гуманитар ылау менән юлға сыҡты.

Был ылауҙы Ҡаҙмаш ауылының инициатив төркөмө егеттәре яралы яугирҙәргә, йәғни Луганск Халыҡ Республикаһындағы госпиталдә ятҡан һалдаттарға тәғәйенләне. Яҡташыбыҙ, Рауил ауылы ҡыҙы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр эштәре буйынса бүлеге баш белгесе Ләйсән Рабаданова 2024 йылдың аҙағында госпиталдәге ир-егеттәргә ярҙам итеү теләге менән ирекмән булараҡ Луганскиға барып ҡайта. Һәм ошо хәлдән һуң Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан 23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан гуманитар ылау ебәреү ойошторола. Беҙҙең «Айыҡ ауыл» бәйгеһендә ҡатнашыусы Ҡаҙмаш ауылының инициатив төркөмө егеттәре был башланғысты дәррәү күтәреп ала һәм ихлас ҡушыла. 
Амангилде ауылы биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин социаль селтәрҙәр аша халыҡҡа аҡса йыйыу тураһында мөрәжә-ғәт иткәс, тиҙ арала 200 мең һум самаһы аҡса йыйыла. Вадим Рәфҡәт улы әйтеүенсә, бында беҙҙең район халҡынан ғына түгел, күрше Сибай ҡалаһы, Хәйбулла, Баймаҡ, Белорет райондарынан, Силәбе өлкәһенән, бигерәк тә Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙан финанс ярҙам күп була. Йыйылған аҡсаға ҡаҙмаштар кейем-һалым, медицина кәрәк-яраҡтары һәм дарыуҙар һатып алған. Бынан тыш, районда һәм биләмәлә йәшәүсе һәр кем хәленән килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙған: кейем-һалымдар, таҫтамалдар, аяҡ кейемдәре, көнкүреш әйберҙәре килтергән. Ә район ҡатын-ҡыҙҙары тарафынан яугирҙәргә төрлө сәйҙәр (төрлө үләндәрҙән) әҙерләнгән, тәм-томдар бешерелгән. Һәм район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Элиза Ҡунафина етәкселегендә һәр ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһында яугирҙәргә рюкзактар тегелгән.
— Бөтәһе 344 рюкзак тапшырылды. Шуның 85-ен ҡусҡарҙар тегеп үҙҙәре оҙатты. Байымдар бөтәһе 126 теккән, 100-өн миңә бирҙеләр, 26-һын айырым ебәр-ҙеләр. 80 рюкзакты район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Вил Илһамов аша Өфөгә ҡоролтай ылауына ебәрҙек, 85 рюкзак Ҡаҙмаш егеттәре аша китте, — тип һөйләне был турала Элиза Әкрәм ҡыҙы.
Мәҫәлән, Үтәгәндән Нәжибә Солтанова — 6, Рима Әйүпова — 7, Гөлнара Әхмәтйәнова — 5, Зәбирә Әүбәкирова — 2 рюкзак теккән. Изге эштән хәмиттәр ҙә ситтә ҡалмаған. Зифа Мырҙағәлина үҙенең өйөнә Гөлдәр Абдуллина, Асия һәм Айгөл Мөхәмәҙиевалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Ҡәҙриә Шаһыбалованы саҡырып, бергәләп 37 рюкзак теккәндәр. Туҡыманы яугир ҡатыны Әлиә Ҡасимова һатып алып биргән. Буранғолдағы «Изгелек» ирекмәндәр ойошмаһы ағзалары Гөлсинә Хамматова, Айгөл Баязитова, Нурия Мөхөтдинова, Гөлйөҙөм Вәлиева 22 рюкзак тегеп тапшырған. Рысҡужалар 15 рюкзак текһә, ҡаҙмаштар үҙҙәре Рәсимә Мәхмүтова, Фәйрүзә Ихсанова, Бибинур Мәхмүтова ла изге эшкә ҡушылып, 18 рюкзак тегеп биргән.
— Сираттағы гуманитар ярҙам ебәреүгә «Ғәлиә» фольклор ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары күп көс һалды, 3 көн эсендә 2 маскировкалау селтәре үрҙек. Ауылдаштарҙан 3500 һум аҡса йыйылды, йыйылған аҡсаға һалдаттарға кәрәкле әйберҙәр һатып алынды. Тағы ла күп кенә ауылдаштар әйберләтә ярҙам итте. Ирле-ҡатынлы Гөлиә һәм Заһир Исҡаҡовтар, Дилә һәм Рим Кинйәбулатовтар, Айбикә Солтанбаева, Сәриә Кинйәбулатова, Сәүиә Усманова, Гөлсинә Носратова, студент ҡыҙҙар Илсиә Исҡаҡова, Гөлзиә Килдейәрова, уҡыусы ҡыҙҙар Наҙгөл Исмәғилева, Әлфинә Өмөтҡужина, Зилиә Рәхимова, Айһылыу Бикйәнова ҡушылды. Рәйлә Йәнбирҙина, Рәзилә Солтанбаева, Мәфтуха Рәхмәтуллина, Зәлиә Хәсәнова 22 рюкзак тектеләр. Һалдаттар Рәхилә Ғайсина, Гөлсинә Носратованың сәксәктәренән, Дилә Кинйәбулатованың печеньеһынан, Әлфиә Ғәлләмованың «ҡырмыҫҡа иләүе»нән, Мәфрүзә Суфиянованың үҙе киптергән шөкәрәнән, талҡанынан, ыҫланған ҡоротонан ауыҙ итеп, үҙҙәрен тыуған яҡтарына ҡайтҡандай хис итһендәр ине, — тине Әбделғәзе ауылы клубы мөдире Әлфиә Ғәлләмова.
Тағы ла Ҡаҙмаш егеттәренең күмәк көсө менән эшләнгән тәгәрмәсле мунса ла оҙатылды яугирҙәребеҙгә. Улар мунса эшләү өсөн шулай уҡ халыҡтан финанс ярҙам йыйған һәм йыйылған аҡсаға кәрәк-яраҡтар һатып алғандан һуң, мунсаны эшләп тә ҡуйған. Тәгәрмәсле мунса Луганск өлкәһенә тап Ҡаҙмаш егеттәре өсөн оҙатылды.

Гуманитар ылауҙы оҙатыу сараһында Вадим Рәфҡәт улы яралы яугирҙәргә ярҙам ҡулы һуҙған һәр бер кешегә рәхмәт белдерҙе. «Яугирҙәрҙең яралары, күңелдәре бөтәйһен өсөн эшләнде был изге эш», тип белдерҙе ул үҙенең сығышында. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Вил Илһамов та яҡташтарыбыҙҙың изге башланғысын хупланы һәм «Айыҡ ауыл» бәйгеһендә ҡатнашыусы Ҡаҙмаш ауылы халҡына уңыштар теләне.
Яугирҙәргә ярҙам һәм тыуған яҡ сәләмен еткергән яҡташтарыбыҙ Амангилде ауылы биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин, эшҡыуарҙар Айтуған Фәттәхов менән Азат Сафиуллин һәм Тупаҡтан Артур Исхаҡов гуманитар ылауҙы Өфө ҡалаһына тиклем илтте. Артабан улар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов етәкселегендәге төркөмгә ҡушылып Луганскиға юлланды. Улар тап Ватанды һаҡлаусылар көнөнә яугирҙәргә тыуған яҡтан күстәнәстәр алып барып, уларҙы шатландырып ҡайтты. 

Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас