Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
14 Март 2025, 06:00

Кадрҙар программаһы оҙайтылды

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн кадрҙар программаһы март аҙағына тиклем оҙайтылды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Кадрҙар программаһы оҙайтылды
Кадрҙар программаһы оҙайтылды

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыу өсөн теркәү ваҡыты 2025 йылдың 31 мартына тиклем оҙайтылды.

Хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында яҡшы идарасылар, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн мөһим сифаттарға эйә булғандар бар, тине Радий Хәбиров.

Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ил төбәктәрендә «Геройҙар дәүере» федераль кадрҙар программаһы кеүек махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан идарасылар әҙерләү программалары эшләй. Был программа шул уҡ ваҡытта  ошо йыл башынан эшләй башлаған “Кадрҙар” милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөшөн индерәсәк. Республикала ул «Башҡортостан геройҙары» тип атала, программа 2025 йылдың 24 февралендә старт алды

10 мартҡа ҡарата унда ҡатнашыу өсөн 900-ҙән ашыу ғариза теркәлгән. Уларҙың яртыһынан ашыуы – алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр. Ғариза тапшырыусыларҙы 93% — республикабыҙҙан, ә 7% —Рәсәйҙең 36 төбәгенән.

Ҡатнашыу шарттары тураһында тулыраҡ – героиБашкортостана.рф сайтында.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас