Ябай халыҡҡа ла, алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға ла берҙәй ярҙам итә эшҡыуар. МХО-ла хеҙмәт итеүселәрҙең яҡындарын да үҙ ҡанаты аҫтына алып, Әбделғәзе ауылында йәшәүсе яугир әсәләренә һәм 70 йәштән уҙғандарға утын менән ярҙам итеүе хаҡында гәзиттә мәҡәлә баҫтырғайныҡ.
Быйылғы яҙҙа эшҡыуар үҙебеҙҙең яҡташ егеттәребеҙгә тип мобиль мунса эшләгән. Үҙенең инициативаһы менән эшләгән мунсаның өсөнсөһөн оҙата ул. 131-се полк егеттәренән мобиль мунса хаҡында үтенес килеп төшкәс, ул эшкә тотона. Мунсаға тигән бөтә кәрәк-яраҡты үҙе һатып алып, тиҙ арала мобиль мунсаны эшләп тә ҡуйған.
— Мунсаның эсе вагонкалар менән көпләнгән, лак менән буялған. Мейес нығытылған. Иҙәне ҡарағас таҡтанан һалынған. Яугирҙәргә кейемдәрен элеү өсөн элгестәр ҙә эшләнгән, — тип һөйләне эшҡыуар. — Беренсе мунсаны мин 2023 йылдың мартында эшләп оҙатҡайным. Унда тәжрибә аҙыраҡ булғас, мунса ҙур килеп сыҡты, айырым прицебын да һатып алырға тура килгәйне. Икенсе мунса өсөн мин ағастан 3х3 метр бура оҙаттым. Быныһы иһә өсөнсөһө. Хәлемдән килә икән, мөмкинселегем бар икән, яугирҙәргә артабан да ярҙам ҡулы һуҙасаҡмын. Улар беҙҙең матур, тыныс киләсәгебеҙ өсөн именлек һағында торалар.
Изгелеге менән һәр береһенә йән йылыһын өләшеүсе депутаттың һәм эшҡыуарҙың мәрхәмәтле эштәре һоҡландыра, күрәһең, ул кешеләрҙе саҡ ҡына бәхетлерәк итеүҙән, уларға изгелек өләшеүҙән үҙенә йәм таба.
Г. ҠУСҠАРОВА.