Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
13 Июнь 2025, 16:58

Өйөндә селтәр үрә

«Тыл — фронтҡа!» — был һүҙҙәр бөгөн дә көнүҙәк. Ишбулды ауылында йәшәүсе Зифа Хажина ла ваҡытын, ҡул көсөн һис йәлләмәй махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙҙең именлеген тәьмин итеү маҡсатында өйөндә маскировкалау селтәрҙәре үрә.

Уның ҡулдарының тилберлегенә күҙ ҙә эйәрмәй. 2х3 ҙурлыҡтағы селтәрҙе Зифа апай бер үҙе өс көн эсендә үрә, уның араһында өй эштәрен башҡарырға ла өлгөрә.
— Бөйөк Ватан һуғышында еңеү берҙәм көс менән яуланғанын атай-әсәйҙәрҙең һөйләгәненән ишетеп үҫкән быуын беҙ. МХО башланғас та, бына шулар иҫкә төштө. Даими рәүештә аҡсалата ярҙам итергә хәлдән килмәһә лә, ҡул көсө менән булыша алабыҙ тигән уй тынғы бирмәне. Нисек тә МХО-ға ярҙам итеү теләге көслө ине. Интернеттан Сибайҙа маскировкалау селтәрҙәре үреүҙәрен белгәс, уларға ҡушылдым. Беренсе барғанда ҙур тоҡ тултырып алама сепрәк-сапраҡ алып барҙым. Башта селтәрҙәрҙе иҫке әйберҙәрҙән үрә инек. Нисек таҫмалап ҡырҡыуҙарын өйрәнеп ҡайтҡас, икенсе юлы барыуға уларҙы күп итеп әҙерләп ҡуйҙым. Был МХО башланған 2022 йыл ине. Ул ваҡытта беҙҙең ауылда түгел, районда ла селтәр үрмәйҙәр ине әле, — тип хәтерләй ул ирекмәнлек эшен башлаған сағын.
Әбйәлилдә лә селтәр үрәйек тип унда-бында мөрәжәғәт итеп ҡарай  Зифа Йомор ҡыҙы. Тәҡдиме үтмәгәс, майшәм эшләүселәргә ҡушыла, кәнсир банкалар йыйып тапшыра, өйөнә лә эш һорап алып ҡайтып парафин иретеп ҡоя.
Былтыр көҙ Ишбулдыла ҡатын-ҡыҙҙар клубҡа йыйылып тәүгә селтәр үрә. 3х6 метр ҙурлығында селтәр була ул. Зифа Хажина ауылдаш ҡатындарға эштең рәт-сиратын күрһәтә, аҙаҡ селтәрҙе өйөнә алып ҡайтып урын-еренә еткереп эшләп бөтөрөп Асҡарға алып барып тапшыра. Быйыл ауыл халҡы йыйған аҡсаға һатып алынған селтәрҙе һорап алып бер үҙе үрә. Сибайҙа Дилә Игликова етәкләгән «Ватан» ирекмәндәр ойошмаһынан ҡыҫҡа таҫмалар менән үреү оҫталығын үҙләштерә. 
Рамаҙан айында ғаиләһе исеменән фытыр саҙаҡаһын изге эшкә йүнәлтә, быға өҫтәп туғандары, күрше-күләне үҙ өлөштәрен бирә һәм Зифа апай «Озон»дан 2х3, 3х3 ҙурлыҡтағы ике селтәр яҙҙырып, ураҙа ваҡытында үреп тә ҡуя. Район мәҙәниәт йортонда селтәр үрәләр, ярҙамға кешеләр кәрәк тигәнде ишетеп унда ла эшләшергә бара һәм быға ғына риза булмай тағы ла өйгә эш биреүҙәрен һорай. Өйҙә уның айырым бүлмәһе лә, махсус станогы ла юҡ. Ләкин теләк булһа, эшләргә була. 
— Бәләкәй селтәрҙәрҙе ултырғысҡа тарттырып үрәм, ҙурҙарын өрлөккә элеп эшләйем, ситтәрен тарттырыуға торбалар ҡулайлаштырғанмын. Әлбиттә, селтәр үргәндә өйҙән тәртип «ҡаса», өйҙәгеләргә минең баррикаданы урап йөрөргә тура килә, өндәшмәйҙәр, түҙәләр. Тормош иптәшем дә һәр яҡтан ярҙам итеп тора. Материал алып ҡайтып бирә, әҙер эштәрҙе райүҙәккә илтеп ҡуя, ­ —  тип һөйләй илебеҙ өсөн ҙур файҙа килтергән селтәр үреүсе апай. — Ҡайҙалыр барып үреп ҡайтыуҙан эш әллә ни ырамай. Ваҡытың сикле, уның күпмеһелер юлға китә. Өйҙә иһә саҡ ҡына бушаныңмы — селтәргә тотонаһың. Хужалыҡ эштәре лә бергә китеп бара. Бөтәһен бергә ҡушһаң, көнөнә 5-7 сәғәтемде селтәр артында үткәрәмдер ул. Ныҡ ҡомарландыра, тиҙерәк һөҙөмтәһен күрге килә. РДК-нан йома көнө алып ҡайтҡан материалдарҙы шишәмбегә үреп бөтөп тапшырҙым да, өс көндә 2х3 селтәр әҙер булды. Һарыҡ ҡырҡыуға, картуф сәсеүгә тип ошо көндәрҙә  үҙемә әҙерәк ял алдым. Берәй аҙнанан тағы селтәргә тотонам тип торам.
Зифа апай өйҙә селтәр үреү буйынса тәжрибәһен бүтәндәр менән бүлешергә лә әҙер. Гәзиттән уҡып өйрәнергә килһендәр тигән маҡсат менән генә уның тураһында яҙып сығыуыбыҙға риза булды. «Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары өсөн бәпкә-себештәр сыҡҡан, баҡса сәскән, көн дә һөт-ҡаймағын эш иткән мең мәшәҡәтле миҙгел етте. Һис кенә лә өйҙән йырылып сығып булмаған мәл. Ә һуғыш уты туҡтамай. Яугирҙәребеҙ хәүефһеҙлеге өсөн маскировкалау селтәрҙәре һәр ваҡыт кәрәк. Өйҙә, эш араһында, ял иткәндә үрергә була тип, теләктәре булғандарҙы өйрәнергә килергә саҡырам», — тине ул. 
Әйткәндәй, Тәпәндән Сәрүәр Түлебаева Зифа апай өйрәтеүендә бер селтәр үреп тапшырған да. Ошо ирекмән апайҙарыбыҙ кеүек һәр кемебеҙ МХО-ға шәхсән өлөшөн индерһә, тиҙерәк тыныслыҡ яуланыр ине.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас