Ҡасандыр сит илдән килеп ингән “волонтер” һүҙе ҡолаҡҡа бер аҙ ятыраҡ тойолһа ла, ирекмәндәр хәрәкәте һуңғы ваҡытта тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ күренешенә әйләнде. Волонтер һүҙе латин теленән “ирекмән” тип тәржемә ителә, йәғни үҙ теләге буйынса ярҙам итеүсе. Был хәрәкәт тәү башлап XIX быуатта Америкала барлыҡҡа килә, шулай уҡ Германияла киң йәйелдерелә, Рәсәйҙә был йүнәлеш һуңғы ваҡытта киң үҫеш алды. Уйлап ҡараһаң, һәр замандың үҙ ирекмәндәре элек тә булған, хәҙер ҙә бар. Иң мөһиме – ирекмән булыу өсөн шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ, изгелек кеүек сифаттарға эйә булыу, кешеләр менән ихлас аралашыу, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙыуҙан тартынмаҫҡа, һәр саҡ хәрәкәттә булырға, алға ынтылырға кәрәк. Ирекмәндәр әйтеүенсә, улар бар эште күңел ҡушыуы буйынса башҡара, бер кем дә мәжбүр итә алмай. “Изгелек – телһеҙҙәрҙе һөйләштерә, һаңғырауҙарҙы ишеттерә ала торған ғәмәл ул”, – тигән бер аҡыл эйәһе. Ысынлап та, был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусылар раҫлай.
Әле беҙ ябай булмаған заманда йәшәйбеҙ. Бөгөнгө көндә мәҙәниәт усаҡтары, мәктәптәр һәм башҡа ойошмалар үҙҙәренең ҡәҙимге эшен генә башҡармай. Күптән инде бында ирекмәндәр махсус хәрби зонала йөрөүсе яҡташтарыбыҙ һәм башҡа яугирҙәр өсөн ҙур эш башҡара. Тәүгеләрендә ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә, маскировка селтәрҙәре үрһәләр, икенселәрендә алғы һыҙыҡтағылар өсөн гуманитар ярҙам йыйыла, кәрәк-яраҡ әйберҙәр туплана, аш-һыу йыйылмаһы әҙерләнә.
Буранғол ауылы мәҙәниәт йортон һуңғы ваҡыт күп тапарға тура килде. Барған һайын фойела үрелә башлаған маскировка селтәрҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар ҡулы менән эшләнгән “ҡоро душ”тар һәр саҡ күҙгә ташлана ине. Был хаҡта мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлйөҙөм Вәлиеванан һораштым. Баҡтиһәң, улар быйылғы йылдың ғинуар айынан “Изгелек” ирекмәндәр ойошмаһы төҙөп, яҡташ яугирҙәребеҙгә ихлас ярҙам итә.
Төркөм дүрт ҡатын-ҡыҙҙан тора. Гөлйөҙөм Вәлиева урындағы мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар ойоштороусыһы, Гөлсинә Хамматова гидрометика өлкәһендә белгес, Айгөл Баязитова ауыл китапханасыһы, Нурия Мөхөтдинова әлеге ваҡытта декрет ялында ултыра, күптән түгел уға ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе вазифаһын ышанып тапшырғандар. Үрҙә аталғандарҙың барыһы ла ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары.
Мәҙәниәт йортонда төркөм ағзалары өсөн айырым бүлмә лә булдырылған. Бында ҡыҙҙар башлыса маскировкалау селтәрҙәре үрә. Ҡоро душ эшләү идеяһын да тиҙ генә күтәреп алғандар. Материалдар һатып алыу өсөн аҡса йыйыу эшенә лә байтаҡ кеше ҡушыла. Йыйылған аҡсаға бер тапҡыр ҡулланыла торған таҫтамалдар, губка өсөн туҡыма, мамыҡ таяҡсыҡтар һәм төрөү өсөн пакеттар һатып алына. Эш конвейер һымаҡ бара: таҫтамалдарҙы бөкләргә, губка өсөн туҡыманы киҫәктәргә бүлергә, уларға йыуыныу гель тамыҙырға, уларҙы һәм дөрөҫ ҡулланыу өсөн белешмәне полиэтилен пакеттарға һалырға. Һалдаттарға геллы туҡыманы һыулап, ҡыҫып күбекләндерергә һәм тәнде ышҡып, таҫтамал менән һөртөргә кәрәк буласаҡ. Ялан шарттарында был таҙарыныуҙың иң ябай һәм тиҙ ысулы. Күптән түгел ирекмәндәр йәшәү беләҙектәрен әҙерләп һалдаттарға оҙатҡандар. Шулай уҡ Луганск Халыҡ Республикаһының хәстаханаһында дауаланған яралы һалдаттар өсөн сумкалар тегеүҙә лә әүемлек күрһәттеләр Буранғол ауылы ирекмәндәре. Улар Ҡаҙмаш ауылының “Айыҡ ауыл” сиктәрендә йыйған гуманитар ылауына 32 рүкзәк тегеп оҙатты.
– Посылкаларҙы үҙебеҙҙең биләмәнән киткән егеттәр исеменә ебәрәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары һәм ағинәйҙәр ярҙам итә беҙгә. Улар араһынан иң әүҙемдәре тип Мәрйәм апай Саҙыҡбаева һәм Азалия Баязитованы билдәләп үткем килә, көн дә тиерлек МХО-ға ярҙам итеү буйынса үҙ өлөштәрен индерәләр. Азалияның һаулыҡ мөмкинлеге сикле булһа ла, йәмәғәт эштәрендә ихлас ҡатнаша, - тип бәйән итте Гөлйөҙөм Ласын ҡыҙы. - Райондан гуманитар ылау киткән һайын нимәлер әҙерләп бирергә тырышабыҙ. Әле был юлы ла ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән берлектә сәк-сәктәр, йыуасалар, үлән сәйҙәре һәм көнкүреш әйберҙәре оҙаттыҡ. Был эштә әүҙем һәм битараф булмаған, тыуған төйәгебеҙ һәм ҙур илебеҙ өсөн күңелдәре менән борсолған кешеләр әүҙемлек күрһәтте.
“Изгелек” ирекмәндәр төркөмө ағзалары киләсәктә антидрон юрғандарын да тегергә ниәтләй. Уларҙың изге башланғысына Буранғол ауыл хакимиәте башлығы Фуат Мәхмүтов аҡсалата ярҙам күрһәтәсәге хаҡында белдергән. Изге күңелле, тилбер ҡуллы “Изгелек” ирекмәндәр төркөмө ҡатын-ҡыҙҙары һәр башҡарған эштәренә доғаларын һәм күңел түрендәге изге теләктәрен ҡушып, тиҙ арала тыныслыҡ, урынлашыуын теләй.
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.