— Махсус хәрби операция башланғас, Дамир Шөғүров, Вадим Папанин, Ғаяз Әсәҙуллиндар менән бергәләп яугирҙәргә мунса эшләнек һәм 2023 йылдың октябрендә башҡа әйберҙәр менән МХО зонаһына алып барҙыҡ. Унда барыһын да үҙ күҙем менән күреп, күңелем аша кисергәс, яугирҙәрҙең ярҙамға бик мохтаж булыуын күрҙем. Райондан гуманитар ылау киткән һайын башҡалар кеүек мин дә хәлемдән килгәнсе ярҙам йыйып-әҙерләп ебәреүгә булыштым. Ни тиклем төркөмдәр күберәк булһа, шул тиклем ярҙам да ҙурыраҡ булыр тигән маҡсаттан сығып, ирекмәндәр төркөмө төҙөргә ҡарар иттем, — тип һөйләй «Берлек»тең етәксеһе Радмир Әминев.
Әлбиттә, был бер кешенең генә эше түгел, күмәкләп башҡарғанда ғына ул тейешле һөҙөмтә биреүе көн кеүек асыҡ. Төркөмдөң исеме лә «Берлек», йәғни бергә эшләгәндә, һөҙөмтә була һәм берҙәм булырға кәрәк тигәнде аңлата ла инде.
— Төркөмдөң етәксе составында Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың атаһы Айсар Әнүәр улы, хәрби бәрелештәр ветераны Азамат Шәйәхмәтов, «Рәсүлиә» мәсетенең имамы, Урал аръяғы райондарының имам ахуны Сәйфулла хәҙрәт Ғайсин, Дауыт ауылынан Әсләм Шәрәфетдинов. Улар төркөмдөң эшен ойоштороу, йәғни аҡса йыйыу, гуманитар ярҙам туплау, МХО зонаһына алып барыуҙы ойоштороу менән шөғөлләнһәләр, төп ярҙам халыҡтан, эшҡыуарҙарҙан, ысын күңелдән яугирҙәргә ярҙам итергә теләгән кешеләрҙән килә, улар менән алдыбыҙға ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәйбеҙ, — тип дауам итә «Берлек» етәксеһе. — Ғөмүмән, неонацизмды еңеү хаҡына бергә тупланып, ҙур эштәр атҡарабыҙ.
Әйе, халҡыбыҙ махсус хәрби операция башланған тәүге көндәрҙән хәүефле ваҡыттарҙа ла берҙәм булыуҙарын раҫлап, яугир яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Төркөм етәкселәре фронт һыҙығынан яугирҙәр менән бәйләнеш булдырған һәм, иң тәү сиратта, кәрәкле әйберҙәрҙе йыйырға тырыша.
Радмир Әминевтың әйтеүенсә, Айсар Илһамовтың әүҙем эш алып барыуы һөҙөмтәһендә район ауылдары менән генә түгел, республиканың төрлө район-ауылдары менән дә тығыҙ бәйләнеш булды-рылған. Һуңғы ылауҙа Ҡырмыҫҡалы районы ирекмәндәре әҙерләп ебәргән маскировкалау селтәрҙәре, блиндаж шәмдәре, медикаметтар, аҙыҡ-түлек оҙатылған МХО зонаһына.
Яугир яҡташтарҙың һорауҙары буйынса генераторҙар, рациялар, тепловизорҙар, машиналарға резиналар, автономлы мейестәр кеүек үтә кәрәкле әйберҙәр ҙә оҙатыла гуманитар йөк менән.
«Берлек» ирекмәндәр төркөмө райондың төрлө ауылдарынан ярҙам иткән ирекмәндәргә һәм халыҡҡа, ғөмүмән, яугирҙәргә ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә рәхмәтле.
— Райондың дин әһелдәре, атап әйткәндә, бала саҡтарында һуғыш килтергән ауырлыҡтарҙы үҙ иңдәрендә татып үҫкән Салауаттан Рафиҡ ағай Шәйәхмәтов, Ишбулдынан Юлай ағай Хәйбуллин, Йәлембәттән Ғәйнетдин ағай Шәмсетдинов, Хәлилдән Вәхит ағай Сәйфетдинов, Сәйфулла хәҙрәт даими ярҙам итәләр, — тип дауам итә Радик Мөбәрәк улы. — МХО зонаһында булған егеттәргә ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына оло рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм.
Яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәр һатып алыу, юл сығымдарын ҡаплау өсөн аҡса күсереүселәр ҙә бик күп. Кемдән күпме аҡса килгәнлеген, нимәләр алыуға күпме тотонолғанлығын да «Берлек»тең ватсаптағы, Бәйләнештәге төркөмдәрендә тулыһынса сағылдырып барыла.
Гуманитар ярҙам Асҡар ауылының «Рәсүлиә» мәсетендә йыйыла. Гуманитар йөктөң оҙатылыу көнө билдәле булһа, төрлө ауылдарҙан тәмле-татлы күстәнәстәр ебәрәләр. Әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар мәсеткә йыйылып, тыуған яҡ күстәнәстәре: сәк-сәк, йыуаса бешерәләр, талҡан, ҡорот әҙерләүгә тотона. Шулай уҡ буш ваҡыттарында улар май шәмдәре әҙерләйҙәр, яугирҙәребеҙгә бетеүҙәр эшләйҙәр. Бетеү эсенә доғаны быйыл Ислам университетын тамамлаған Миләүшә Сәйетғәлина ҡулдан яҙа, ә башҡалар иһә уны һыу үтмәһен өсөн башта фольгаға төрөп, яһалма күн менән тышлайҙар һәм муйынға тағып йөрөтөү өсөн уңайлы итеп бауға тегәләр.
Ҡыҫҡаһы, яугирҙәребеҙгә ярҙам итергә, Еңеүҙе яҡынайтырға теләгән һәр кем хәленән килгәнсе ярҙам итә.
Кемдер аҡса, яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәр кейем-һалым, күстәнәстәр килтерһә, икенселәр йөктө ҡапсыҡ-йәшниктәргә тултырырға ярҙам итә, өсөнсөләр машинаға тейәшергә килә.
Гуманитар ярҙам әҙерләп оҙатыуҙа, әлбиттә, райондың эшҡыуарҙарының ярҙамы ҙур. Кемделер исемләп яҙыу ҙа дөрөҫ булмаҫ кеүек, сөнки һәр кем махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ҙур теләк, оло йөрәк менән ҡулынан килгәнсә ярҙам итеүен дауам итә.
— Һуңғы барғанда гуманитар йөктө өс машина алып китте. Ҙур күләмле әйберҙәр булғас, фура машинаһы ялларға тура килде, унда Хусейн ҡушаматлы яугиргә ВАЗ машинаһы алып барҙылар, күсереп йөрөтмәле мунса ла оҙаттыҡ. Дауыт ауылы старостаһы Әхрәм ағай Шәрәфетдинов йөк алып барған һайын үҙенең бортлы Газель машинаһын бирә, рулдә улы Әсләм йөрөй. Был машинаға нигеҙҙә күстәнәстәр, адреслы посылкалар тейәлә, — тип һөйләй Радмир Әминев. — Яугирҙәргә һәр саҡ кәрәк булған маскировкалау селтәрҙәре күпләп оҙатыла.
— Күстәнәс-әйберҙәрҙе адрестарға ҡалдырыуы был юлы бик уңайлы булды, — тип һөйләй гуманитар йөктө даими оҙатып барыусы Азамат Шәйәхмәтов. — Сөнки һуңғы барғанда нәҡ Радмир Мөбәрәк улының идеяһы менән һәр туҡталышта ҡалдырырға тейешле йәшник-тоҡтарҙы бер төҫлө скотч менән ураныҡ һәм кәрәкле урынға барып етеү менән тиҙ арала бушатабыҙ, ары юл алабыҙ. Тағы шуныһы: юл йөрөүе еңел түгел, тәүлек әйләнәһенә тиерлек руль артында барырға тура килә ҡай саҡ. Айсар Әнүәр улы беҙҙең менән юл сыҡһа, тағы ла еңелерәк, сөнки ул Рәсәй юлдарын яҡшы белә, хатта Украинала аҙашып китһәк, шунда уҡ кәрәкле юлды тиҙ таба.
Шуны ла әйтеп үтеү урынлы булыр: күптән түгел «Берлек» ирекмәндәр төркөмөнә МХО зонаһына гуманитар йөк ташыу өсөн махсус тәғәйенләп, Газель автомобиле һатып алдылар. Был машинаға тәгәрмәстәрҙе һатып алыуға Асҡарҙан әүҙем ирекмән Динә апай Солтанова бағымсылыҡ иткән.
Бөгөн «Берлек» ирекмәндәр төркөмө юридик шәхес булараҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға социаль һәм гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма булараҡ теркәү үткән.
— Рәсми статус алыу эшебеҙҙе тағы ла әүҙемләштерергә мөмкинлек бирер, тип ышанабыҙ, — тигән фекерҙә Радмир Әминев. — Банкта төркөмдөң үҙенең иҫәбе буласаҡ. Шулай уҡ МХО зонаһын-дағы яугирҙәргә ярҙам ебәреүҙә теләктәшлек итергә теләгән ойошма-предприятиелар менән рәсми рәүештә эш итә аласаҡбыҙ, был тәңгәлдә ярҙам күрһәткән ойошмалар күпмелер ваҡытҡа һалымдан азат ителеүе билдәле.
Эйе, бөгөн яугирҙәребеҙ өсөн бер ярҙам да артыҡ түгел. Районда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн гуманитар ылау туплау, ярҙам итеү буйынса штаб, ирекмәндәр төркөмдәре бар. Уларҙы бер уй, бер маҡсат берләштерә. Ул да булһа тиҙерәк Еңеүҙе яҡынайтыу, яугирҙәргә бар яҡлап ярҙам итеү.
— Халҡыбыҙҙың күп өлөшө илдәге хәлгә битараф булмауын күрәбеҙ. Район хакимиәте, ойошмалар, эшҡыуарҙар, ирекмәндәр гуманитар ярҙам йыйыуҙа, транспорт менән ярҙам итәләр. — тине Радмир Әминев. — «Берлек» ирекмәндәр төркөмө МХО-ға ебәреү өсөн яугирҙәребеҙгә кәрәкле дарыуҙар, ваҡ көнкүреш әйберҙәре, техник саралар, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек һәм башҡа әйберҙәрҙе йыя. Теләгән һәр кем ярҙам итә ала, теләһә ниндәй суммала иғәнә мөһим.
Күмәкләгән — яу ҡайтарған, тип юҡҡа әйтмәгән халыҡ. Еребеҙгә именлек, илебеҙгә тыныслыҡ килтереп, барса яугирҙәр иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, тигән бер уй-теләктә башҡарыла эштәр. Беҙ бергә булғанда ғына бар ауырлыҡтарҙы еңеп, тиҙерәк Еңеүҙе яҡынайтасаҡбыҙ!