Ватан именлеген яҡлап яуҙа булған ир-егеттәргә ярҙам йыйыу, һәр ваҡыттағыса, әүҙем барҙы. Яугирҙәргә ярҙам итеп, шуның менән еңеүҙе яҡынлаштырырға тигән ниәт менән күптәр мәрхәмәтлек күрһәтте, был изге эшкә һәр кем хәленән килгәнсе үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Кемдәрҙер аҡсалата ярҙам итһә, икенселәре яҡташтарыбыҙҙың шәхсән һорауҙары буйынса МХО зонаһында үтә кәрәкле әйберҙәр һатып алып бирҙе, өсөнсөләр һәр саҡ талап ителгән көнкүрештә кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек тапшырҙы.
Күптән түгел асылған «Берлек»тең тегеү цехында яугирҙәргә жилеттар, маскировкалаусы кейемдәр тегелде, маскировкалау селтәрҙәре эшләп өлгөрттөләр.
Ярҙам ҡулы һуҙған ойошма-предприятиеларҙың, эшҡыуарҙарҙың, кешеләрҙең һәр береһенең исемен атап әйтеп бөтөрлөк түгел, уларҙың барыһы хаҡында «Берлек»тең социаль селтәрҙәге төркөмөндә мәғлүмәт биреп барылды.
Мәҫәлән, МХО зонаһында һәләк булған Ринат Солтановтың әсәһе Динә апай күсереп йөрөтмәле мунса эшләүгә мейес, профлист, башҡа кәрәкле әйберҙәрҙе һатып алып бирҙе, ярҙамсыл оҫта ҡуллы егеттәр, уны эшләп өлгөрттө.
«Тачки», «Мир запчастей», «Красотка», «Партнер», «Монетка» һәм башҡа бик күп сауҙа нөктәләре хужалары төрлө әйберҙәр менән ярҙам итһә, «Тәмле Күстәнәс» пекарняһы уңғандары (һүрәттә) МХО зонаһына тәмле сәк-сәк, йыуаса һәм башҡа икмәк-булкалар оҙатты.
Яҡындарына адреслы посылкалар ебәреүселәр ҙә күп булды. Мәҫәлән, Әлмөхәмәт ауылы халҡы аҡса йыйып, яугирҙең һорауы буйынса «Мавик» квадрокоптерын һатып алып оҙатты.
Шулай уҡ гумконвой менән изге күңелле яҡташтар ярҙамы менән алынған ике мотоцикл, 13 генератор, машиналарға тәгәрмәстәр, төҙөлөш материалдары, эске кейемдәр һәм башҡа бик күп әйберҙәр китте.
Ҡырмыҫҡалы районының «Za СВОих ребята» ирекмәндәр штабы, Өфө ҡалаһынан бер нисә ойошма маскировкалау селтәрҙәре, антидрон пәрҙәләр, окоп шәмдәре, үлән сәйҙәре, варенье, йәшелсәләр (картуф, кишер, сөгөлдөр) ебәрҙе.
Һәр саҡтағыса әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар ҡамыр ризыҡтары бешереп алып килеп, уларҙы йәшниктәргә тултырыуҙа ҙур ярҙам күрһәттеләр.
Гумконвойҙы тантаналы оҙатыу өсөн теләге булғандар «Рәсүлиә» мәсетенә йыйылды.
— Бик изге эш менән юлға сығаһығыҙ, егеттәр! Аллаһ Тәғәлә ҡурсалап йөрөтһөн, хәүеф-хәтәрҙәрҙән аралаһын. Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен, — тип изге теләктәрен еткерҙе күптән түгел махсус хәрби операция зонаһында өс ай булып ҡайтҡан Сәйфулла хәҙрәт.
Унан һуң барыһы ла тәмле былауҙан ауыҙ итеп, хуш еҫле сәй эскәндән һуң, күстәнәстәрҙе имен-һау алып барып тапшырыуҙарын, Ватан һаҡсыларының тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуҙарын теләп, доғалар ҡылып, бергәләп оҙатып ебәрҙеләр.
Юлға Айсар Илһамов, Дамир Шөғүров, Радмир Әминев, Әсләм Шәрәфетдинов, Азамат Шәйәхмәтов, Рушан Мостафин өс Газель машинаһында сыҡты.
Яугирҙәргә инселәп ебәрелгән әйберҙәрҙе егеттәр имен-һау алып барып тапшырһын, был ярҙам тиҙерәк еңеү яуларға ярҙам итһен, тигән теләктә ҡалабыҙ.