Барыһы ла Еңеү өсөн
6 Февраля , 11:12

«Маҡсат — еңеү, бурыс — үҫеш»

Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә махсус хәрби операцияға булышлыҡ итеү төбәк власының иғтибары үҙәгендә ҡала, әммә шул уҡ ваҡытта республика халыҡ алдындағы бөтә йөкләмләрҙе тулыһынса үтәүен дауам итәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Яҡташтарыбыҙ был Мөрәжәғатнәмәне нисек ҡабул итте?

Район башлығы Айрат Әминев:
 — Төбәк етәксеһе үҙенең мөрәжәғәтнамәһендә  2026 йылға аныҡ бурыстарҙы билдәләне. «БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН!» — республика Башлығы билдәләгән лозунг аҫтында тырышып эшләйәсәкбеҙ һәм был һәр кемгә, шул уҡ эшсенән һәм уҡытыусынан алып фермерға һәм чиновникҡа тиклем ҡағыла. Һәр етәксе һәм хеҙмәткәр үҙенең эш урынында юғары яуаплылыҡ тойоп эшләргә тейеш. Районда төҙөлөш, төҙөкләндереү өлкәһендә һәм халҡыбыҙҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса эштәр гөрләп торорға тейеш. Һәр кем власть, бизнес, йәмәғәтселек менән берҙәм булғанда, бөтә бурыстар үтәлер. Әбйәлил, уның халҡы хаҡына артабан да тырышып эшләргә — ошондай ниәттәр менән ҡайттым Өфөнән. Дөйөм тырышлығыбыҙ, һис шикһеҙ, еңеүгә килтерәсәк. 

БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, «Абзелилспецкомобслуживание» предприятиеһы директоры Йәлил Зәйтүнов:
— Башҡортостан Башлығы, тап Рәсәй хәҙер ирекле донъя лидеры булып сығыш яһай, тип билдәләне. Шуға күрә иҡтисад, дипломатия, технологиялар, медиа һәм кибер киңлектә бөтә өлкәләрҙә лә ҡаты алыштар бара. Эйе, ысынлап та Рәсәйҙең тарихи яҙмышы, уның суверенитеты, балаларыбыҙҙың һәм ейәндәребеҙҙең киләсәге нәҡ уның һөҙөмтәһенә бәйле. «Беҙҙең дошман Украинаның туғандаш халҡы түгел. Беҙҙең дошманыбыҙ — яңынан баш күтәргән неонацизм. Көнбайыш илдәре бергәләп тиҫтә йылдар буйына Рәсәйҙе сит ҡулдар менән көсһөҙләндереү, тарҡатыу һәм юҡ итеү пландарын тормошҡа ашырып, неонацизмды көсәйтә. Нәҡ улар дуҫ йәшәгән халыҡтарҙы бер-береһенә дошман итте»,  тип белдерҙе Радий Хәбиров. 
Республика башлығы Украин халҡына ҡаршы һуғышмауыбыҙҙы әйтте. «Беҙ уларҙың аҡылын нәфрәт менән ағыулаусыларға ҡаршы көрәшәбеҙ. Бөгөн, 80 йыл элек булған кеүек, туғандаш украин халҡын нацизм тәьҫиренән азат итеү өсөн көрәшәбеҙ», — тигән һүҙҙәре менән Башҡортостан халҡының һәр береһе килешәлер.
Шулай ҙа төбәк Башлығы әйтеүенсә, һуғыш тиҙҙән тамамланыр, быларҙың барыһы ла тиҙҙән үтәсәк һәм элекке кеүек буласаҡ, тип  үҙеңде тынысландырырға ярамай. Беҙ неонацизмға ҡаршы көрәштә берҙәм булырға, дошманды еңеү өсөн яугирҙәребеҙгә терәк булырға, уларға мөмкин тиклем ярҙам итергә тейешбеҙ.

Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың атаһы, «Берлек» ирекмәндәр төркөмө ағзаһы Айсар Әнүәр улы:
— Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығышын: «Быйылғы йылға төп бурысты өс һүҙ менән билдәләй алам — «Барыһы ла еңеү өсөн!» тип башланы. 2026 йылда хәл ителәсәк бурыстарҙы аныҡ билдәләне. Радий Фәрит улының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәткән ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. МХО яугирҙәренә, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам сараларын арттырырға, Ватанын һаҡлап, батырҙарса һәләк булғандарҙың исемдәрен мәңгеләштерергә, хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәр мәсьәләһен күтәреп, Радий Фәрит улы офис асырға, эшсе төркөм булдырырға һәм ошо йүнәлештә ҙур эш алып барырға ҡушыуы бик мөһим. Шулай уҡ хәрби комиссариаттарға хәрби частар командирҙары менән берлектә ҡурҡыу белмәҫ йөрәкле яугирҙәрҙең батырлыҡтары юғары наградалар менән лайыҡлы билдәләнһен өсөн барыһын да эшләргә ҡушты.
«Бөгөн беҙҙең өсөн, Башҡортостан һәм ил халҡы өсөн, иң төп кешеләр — ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Ә беҙҙең барыбыҙ өсөн дә иң мөһим бурыс — МХО-ға ярҙам итеү», — тип билдәләп, республика Башлығы яугирҙәргә ярҙам күрһәткән Башҡортостан халҡына, ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе. 
Эйе, бар эшебеҙ Еңеү хаҡына башҡарылһа, Еңеү мотлаҡ  беҙҙең яҡта буласаҡ.

Урал аръяғы райондарының имам-ахуны, «Рәсүлиә» мәсетенең имамы Сәйфулла хәҙрәт Ғайсин:
— Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһенең төп темаһы — махсус хәрби операцияға ярҙам итеү. Һалдаттар бар көсөн һалып, илебеҙҙе яҡлай. Ә  беҙ бында һәр кемебеҙ ҡулынан килгәнсә, яугирҙәргә һөҙөмтәле ярҙам күрһәтеүҙе дауам итергә тейешбеҙ. Төбәк башлығы  республика халҡын «Барыһы ла Еңеү өсөн!» девизы аҫтында берләшергә саҡырҙы. Әлбиттә, алдағы йылдарҙағы кеүек, беҙ ҙә артабан да дөйөм эштән ситтә ҡалмаясаҡбыҙ.  Яугирҙәребеҙгә алғы һыҙыҡта еңел булмауы хаҡында ишетеп кенә белмәйем — махсус операция зонаһында яугирҙәргә терәк булып өс ай йөрөп ҡайттым, бер нисә тапҡыр гуманитар йөктө лә оҙатып барҙым. Ошо арала «Берлек» ирекмәндәр төркөмө составында МХО зонаһындағы яҡташтарыбыҙға тағы ла кәрәк-яраҡтар алып, юлға сығырға әҙерләнәбеҙ.  «Берҙәмлектә — көс», бергә булһаҡ — Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ.

Амангилде ауылынан медицина хеҙмәте ветераны Венера Мансурова:
— Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция барышына, ил һағында торған яугирҙәребеҙ, неонацизм ҡорбандары булған батырҙар, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары, халҡыбыҙҙың ярҙамы тураһында йөкмәткеле сығыш яһаны. Бөтөр, ябылыр сиккә еткән Талҡаҫ ял йортон ремонтлап, шунда яугирҙәр өсөн реабилитация үҙәге асыу тураһында белдереүенә сикһеҙ ҡыуандым. Сөнки МХО-нан яраланып ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ күп, бына шунда барып, улар сәләмәтлектәрен нығытырҙар. Беҙҙең яҡты киләсәк өсөн көрәшкән ҡаһарман яугирҙәребеҙ хаҡында хәстәрлек күрелеүе өсөн ысын күңелдән шатмын.
Р. ДАУЫТОВА.

Читайте нас