Барыһы ла Еңеү өсөн
27 Февраля , 06:09

Атанан күргән...

«Минең атайым Нәжип Ҡасим улы Фазлетдинов Бөйөк Ватан һуғышында хәрби летчик булып яу юлын үткән, бәлки шунан күскәндер миңә радиотехникаға, квадрокоптерҙар эшләүгә һөйөү», — ти Салауат Фазлетдинов, «Йәш техниктар станцияһы» етәксеһе.

— Станцияла 2000 йылдан эшләйем. 2006 йылдан радио аша идара ителеүсе самолеттар эшләй башланым. Оҙаҡ эҙләндем, өйрәндем, эш башлап ҡына торғас, бигерәк тә был өлкәлә шөғөлләнеүселәр ҙә һирәк булғас, әллә ни ярҙамға өмөт итеп булмай ине. Магнитогорск ҡалаһынан дуҫтарым ярҙам итте. Әлеге мәлдә түңәрәккә йөрөүсе малайҙар икенсе быуын уҡыусыларым, баштан йөрөгән балалар инде үҫеп, студенттар булдылар, шулай ҙа каникул ваҡытында килеп, ярҙам итеп, хәл белешеп йөрөйҙәр. Башланғыс класс малайҙарын тәүҙә ҡағыҙҙан, аҙаҡ пенопласттан самолет эшләргә өйрәтәм, яйлап компьютерҙа симуляторҙа осорға, унан 3D моделләүҙе өйрәнә башлайҙар. Ғөмүмән, һәр балаға айырым ҡараш кәрәк, сөнки кемдер тиҙ генә отоп алып йәһәт үҫешә, ә икенселәргә оҙағыраҡ ваҡыт талап ителә, — тип һөйләй Салауат Нәжип улы. — Квадрокоптерҙар эшләүҙе 2017 йылдан башланым, тәүҙә үҙем яҡшылап өйрәндем, аҙаҡ балаларға ла өйрәтә башланым. 
Дүрт йыл элек конкурста ҡатнашып, грант яулаған һәм шул ваҡытта 3D моделләү, пилотһыҙ осоу аппараттары эшләү түңәрәге асҡан С. Фазлетдинов. Түңәрәк хәҙер «Бөркөт» исеме аҫтында уңышлы эшләп килә. Был юҫыҡта 5-6-сы класс уҡыусылары квадрокоптерҙар эшләү менән шөғөлләнә һәм яйлап авиамоделист булырға өйрәнәләр. Түңәрәккә йөрөүсе малайҙар төрлө конкурстарҙа  ҡатнашып, призлы урындар яулай.
— Өфөлә Аграр университетта беҙҙеке кеүек түңәрәк эшләй, улар менән тығыҙ бәйләнештә, ойошторолған конкурстарында ҡатнашабыҙ. Беҙҙең түңәрәккә йөрөү бушлай, әммә радиотехникаға, самолеттарға, квадрокоптерҙарға запас частәр күп кәрәк, уларҙы күберәк ата-әсәләр һатып ала. Ҡыйбатлы, яҡшы аппаратураға өмөт итә алмайбыҙ, Ҡытайҙа эшләнгәне лә ярап ҡала, Магнитогорск баҙарынан да алабыҙ. Түңәрәк эшләгәнен белгән район кешеләре, хатта Питерҙан дуҫым 3D принтер, Өфөнән дә самолеттарға, квадрокоптерҙарға төрлө деталдәр ебәрәләр. Лазерлы принтер, радиоидара итеү буйынса китаптар, роутер, пластиктарҙы тап шул меценаттар, битараф булмаған кешеләр алып килеп бирҙе, — тип дауам итә әңгәмәсем. — Уңайы сыҡҡанда, райондағы хәрби-патриотик үҙәккә һәм уның етәксеһе Азамат Амангилдинға рәхмәт белдерәм, улар ярыштар ойошторорға ярҙам итә, әле беспилотниктар эшләү өсөн тимер вәғәҙә иттеләр. Дрондарға килгәндә — уларҙы өлкәнерәк малайҙар, студенттар менән бергә эшләйбеҙ. Сөнки был ҡатмарлы, юғары теүәллек, яуаплылыҡ талап иткән эш. 
С. Фазлетдинов фекеренсә, дрондар эшләү, бигерәк тә яңы ғына булдырылған БПЛА ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү өсөн күп сифаттарға эйә булырға: сыҙамлыҡ, түҙемлек, көсөргәнешле мәлдәрҙе тыныс үткәрә белеү, унан тыш физика, черчение, картография, география, 3D моделләүҙе, яңы технологиялар менән эшләй белеү ҙә кәрәк.  
— Беҙ үҙебеҙ эшләп махсус хәрби операцияға гумконвой аша квадро-коптер биреп ебәрҙек, элекке уҡыусым менән бергә әҙерләгән бомбометатель, самолет-разведчиктарҙы ла яу яланына оҙаттыҡ. Беҙҙең яҡташ, МХО-ла йөрөүсе БПЛА операторы әйтеүенсә, ебәргән техникабыҙ яҡшы оса, хеҙмәт итә. Тиҙҙән ул яугир ялға ҡайтырға тейеш, һәм беҙ уға тағы бер самолет, был юлы планер-разведчик бүләк итергә уйлайбыҙ. Әлеге ваҡытта уның өҫтөндә эшләйбеҙ. Киләсәктә лә яугирҙәр менән бәйләнеште өҙмәҫбеҙ, тип уйлайым, улар беҙҙән һораған техниканы мөмкинлегебеҙҙән сығып эшләп биреп торорға әҙербеҙ, сөнки беҙ ҙә көндән-көн яңы алымдарҙы өйрәнеп, ҡулланып үҫешәбеҙ. Белгәнебеҙҙе уларға ла өйрәтербеҙ, атап әйткәндә, самолеттарҙы осороу өсөн тәғәйенләнгән программа — конфигураторҙарҙа эшләргә өйрәтергә уйлайым, — тип киләсәккә пландары менән уртаҡлашты  Салауат Нәжип улы.    
Шулай итеп, ҡасандыр мауығыу һымаҡ башланып киткән квадрокоптерҙар эшләү түңәрәге бөгөнгө көндә бик мөһим эштәр башҡара. Уларға уңыштар, алдарына алған маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләйбеҙ. 
Гөлнара НУРҒӘЛИЕВА.

Илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләүселәр Асҡар ауылы, Совет урамы, 27, адресы буйынса район хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итеп, хәрби хеҙмәт шарттары һәм дәүләт ярҙамы саралары тураһында тулыраҡ белә ала. Тел.: 8 (34772) 2-12-90. 
Шулай уҡ мәғлүмәтте түбәндәге сығанаҡтарҙан алырға мөмкин:  Башбат.рф  сайтынан; ТГ-да чат-ботта: t.me/VBSBashBot; МАХ-та чат-ботта: ru/vbsbashkor; 122 номеры буйынса.

Читайте нас