Барыһы ла Еңеү өсөн
27 Февраля , 10:35

Ваҡыт үҙе беҙҙе һайланы

«Геройҙар кисә, бөгөн, иртәгә» республика музейҙары акцияһы сиктәрендә райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам сараһы ойошторолдо.

Барлыҡ ил һаҡлаусы ир-егеттәребеҙгә бағышланған сарала Бөйөк Ватан һуғышы, Афған, Чечня, МХО-ла башын һалған һалдаттарыбыҙҙы иҫкә алып, уларҙың илебеҙ тарихында мәңгелеккә герой булып ҡаласағын бәйән итте музей директоры Шәүрә Әхмәткужина һәм хеҙмәткәр Ләйсән Бисенғолова. 
Сараға махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан, демобилизацияланған яугирҙәр, район Советы секретары вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәлилов, МХО-ла һәләк булған яҡташтарҙың ата-әсәләре, ҡатындары, йырсы, музыкант Руслан Ниғмәтов, «Балалыҡ новигаторҙары» проекты координаторы Айгөл Ғәлина, Красная Башкирия, Йәнгел мәктәптәре директорҙары кәңәшселәре Екатерина Лазарева, Александра Бондаренко, уҡыусылар, «Ил һаҡсылары фонды» координаторы Илнур Ҡарабулатов һәм «Боевое братство» төркөмө етәксеһе Рузил Низаметдинов саҡырылғайны.
 — Бөйөк Ватан һуғышында тар-мар ителеүенә ҡарамаҫтан, фашизм һаман баш күтәрә. 1941 йылдың 22 июнендә радио аша яңғыраған: «Хаҡлыҡ беҙҙең яҡта. Дошман тар-мар ителәсәк. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!» — тигән һүҙҙәр бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тағы актуаль», — тине Шәүрә Ильяс ҡыҙы. 
Экранда күрһәтелгән 2022 йылдың көҙөндә мобилизацияға эләккән яҡташтарыбыҙҙы оҙатыу күренешен кәүҙәләндергән видеояҙманы бер кемдә тыныс ҡына ҡарай алманы. Эйе, инде дүрт йыл Украина ерендә махсус хәрби операция бара, илдең иртәгәһе булһын, тыныслыҡ килһен өсөн ир-егеттәребеҙ ғүмерҙәрен аямай алыша. 
— Арабыҙҙа һуғыш шауҡымы ҡағылмаған кешеләр юҡ. Ил һаҡсыһы — ул танкист, артиллерист йә пехотинец ҡына түгел. Улар рәтендә табиптар, санитарҙар, волонтерҙар, уҡытыусылар һәм, ғөмүмән, тыныслыҡ яҡлы кешеләр. Районда бер генә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡалды. Һуңғы ветеран менән бергә тотош дәүер китәсәк һәм яңы һуғыш яңы тарихи хәтирәләр яҙасаҡ. Киләсәк быуын беҙҙең тарихты ҡабатламаһын, фашизмдың нимә икәнен белеп, уны булдырмау өсөн бөтәһен дә эшләһен өсөн кәрәк ул хәтирәләр,— тине Руслан Ғөзәйер улы ла үҙенең сығышында.
Яҡташыбыҙ Руслан Ниғмәтов «Спецназ» исемле автор йырын үҙенең дуҫына бағышланы. 
Илнур Ҡарабулатов үҙенең сығышында яугир әсәләренә сабырлыҡ теләне. «Боевое братство» исе-менән сығыш яһаған Рузил Низамутдинов ҡотлау һүҙҙәрен матур йырҙары менән дә еткерҙе. 
Яугир әсәләре — Әлфиә Ғиләжева, Динә Солтановаларҙың сығыштарынан сарала ҡатнашҡан һәр кемдең күҙҙәренә йәш эркелде.
— Минең улым яуға ярҙам итеү маҡсаты менән барып ятып ҡалды. Ҡасан ғына бәйләнешкә инһәң дә «Барыһы ла яҡшы», тиер тине, яуҙағы һалдаттарҙың барыһы ла тик яҡшы булһын. Улымдың ҡәбере өҫтөндә ант иттем, көсөм барҙа ҡулымдан килгәнсә яугирҙәргә ярҙам итәсәкмен, — тип Әлфиә апай, яугирҙәргә кәрәк-яраҡ тегеү өсөн үҙҙәре асҡан цехҡа ярҙам итеүҙәрен һораны.
Шулай уҡ улын яуҙа юғалтҡан яугир әсәһе Динә Солтанова: «Егеттәребеҙ барыһы ла имен-аман әйләнеп ҡайтһындар. Беҙ барлыҡ ҡайғыбыҙҙы волонтерҙар эше менән, кеше араһында йөрөп яҙабыҙ. Улымдың һуғышҡа барырға ҡарар итеүе минең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Һәр кемдең үҙ ниәте, маҡсаты була, тик минең балам аҡса өсөн китмәне, тип ауыҙ тултырып әйтә алам, сөнки ул МХО-нан алда ла етәрлек аҡса эшләй белде. Унда малайҙарға ярҙам кәрәк, тине улым. Һуғыштан бөтәһе лә тере сыҡмай әсәй, тип мине алдан ныҡ булырға ла киҫәтте. Һуғышҡа барған һәр һалдатыбыҙ герой исемен йөрөтмәгән хәлдә лә — герой. Ябай тормошта, бәлки әллә ниндәй ҡаҙаныштары ла булмағандыр уларҙың, тик үҙең теләп ил һаҡлайым, иптәштәремә ярҙам итәйем тип яуға инеү, ғүмереңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыу геройлыҡ тип һанайым». Залда ултырған балаларға мөрәжәғәт итеп: «Лайыҡлы кешеләр булып үҫегеҙ, спорт менән дуҫ булығыҙ, илегеҙҙе, халҡығыҙҙы яратығыҙ. Һеҙ матур йәшәһен өсөн яуға бара атай-ағайҙарығыҙ», — тине Динә Әбүбәкер ҡыҙы. 
Красная Башкирия, Йәнгел мәктәптәренән килгән уҡытыусылар  үҙҙәренең ирекмәндәр эшмәкәрлеге тураһында һөйләп, балаларҙа Тыуған илгә һөйөү тойғоһо тәрбиәләүҙә ирекмәндәр эшмәкәрлегенең баһалап бөткөһөҙ икәнен әйттеләр. Екатерина Лазарева балаларҙың хеҙмәт һәм факультатив дәрестәрендә үҙ ҡулдары менән эшләгән окоп шәме, ҡоро душ өлгөләрен күрһәтте. Балалар һалдаттарға даими хаттар яҙа, тине һәм бер йыл элек атаһы яуҙа ятып ҡалған ҡыҙыҡайҙың һалдаттарға яҙған хатын ялға ҡайтҡан яугирҙәргә тапшырҙы. Йәнгелдән килгән Александра Бондаренко үҙҙәренең мәктәбендә хәрби темаға бағышланған махсус кабинет асыуҙа миллиондан ашыу аҡса биреп спонсорлыҡ ярҙамы күрһәткән МХО яугире тураһында һөйләне. Был төбәктә генә түгел, республикала уникаль күренеш, тине ул. 
Артабан тулҡынландырғыс, шул уҡ ваҡытта тантаналы һәм моңһоу ҙа сарала яуҙа башын һалған бөтә  яугирҙәр иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.
 Музей хеҙмәткәрҙәренең: «Үлгәндәрҙе онотмайыҡ, тереләргә көсөбөҙ еткән тиклем ярҙам итәйек. Ошо дәүерҙә йәшәүҙе беҙ үҙебеҙ һайламаныҡ, ваҡыт үҙе беҙҙе һайланы. Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ!» — тигән йомғаҡлау һүҙҙәре бер үк ваҡытта саҡырыу,  ышаныс һәм өмөт тә булып яңғыраны...

Гөлнара НУРҒӘЛИЕВА.

Читайте нас