Ирекмәнлек – йәшәү рәүеше

Һәр кем ирекмән була ала, әммә һәр кем өсөн ул йәшәү рәүешенә әйләнмәй.

Асҡар ауылында йәшәгән Динә апай Солтанова өсөн иһә ирекмәнлек, ысынлап та  уның йәшәү рәүешенә әйләнгән. 
— Ринат улым 2024 йылда махсус хәрби операцияға китте. Барғас та ун көн үтеүгә үҙе теләп Авдеевка йүнәлешендә хәрби заданиеға сыҡты, 4-5 көн бәйләнешкә инмәне, аяғына еңелсә яраланған булған. Күп тә үтмәй Селидово өсөн барған ҡаты алыштарҙа һәләк булды, — тип һөйләй Динә Әүбәкер ҡыҙы. 
Улы батырҙарса яу яланында һәләк булғас, әсә МХО зонаһындағы яугирҙәргә ярҙам итеүҙе үҙенең изге бурысы тип ҡабул итә һәм ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушыла.
—Улымды кире ҡайтарып булмаһа ла, башҡа әсәләрҙең улдарының ғүмерен һаҡлап ҡалыуға, уларға Еңеү менән ҡайтырға аҙ ғына булһа ла өлөшөмдө индерергә тейешмен – ошондай маҡсат менән йәшәйем бөгөн дә, — ти батыр яугир әсәһе.
Райондағы ирекмәндәр төркөмө составында туғыҙ тапҡыр (!) махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау оҙатып бара Динә Солтанова. Барған һайын яугирҙәргә йыуаса, икмәк, сәк-сәк бешереп, сало тоҙлап, һалма ҡырҡып, ҡаҙы, талҡан һәм башҡа танһыҡ ризыҡтар әҙерләп алып бара.
— Үҙем хәҙер йөрөмәһәм дә, гумконвой киткәндә егеттәребеҙгә әле лә өй ризығын мөмкин тиклем әҙерләп ебәрергә тырышам, — ти ул.
Яу яланындағы яугирҙәргә аҙыҡ-түлек кенә ебәреп ҡалмай ул, тылда ла ярҙамы тос.  Мәҫәлән, улдары МХО-ла һәләк булған Әлфиә һәм Вәзир Ғиләжевтар, Динә Ғәлиуллина һәм Динә апай бергәләп аҡса йыйып, дүрт сәнәғәт теген машинкаһы һатып алып, яугирҙәргә кейем-һалым тегеү маҡсатында цех астылар. Бында ил киләсәгенә, ир-егеттәребеҙ яҙмышына  битараф булмаған изге күңелле ҡатындар йыйылып, яугирҙәргә балаклавалар, толстовкалар, башҡа кәрәк-яраҡ тегәләр, маскировкалау селтәрҙәре үрәләр, посылкалар йыялар. Райондан гумкон-вой киткән һайын, бик күп әйбер оҙата цех ирекмәндәре.
— Цехҡа көн дә эшкә барған кеүек йөрөйбеҙ. Ҡулыбыҙҙан килгәнсе егеттәргә ярҙам итербеҙ: әйберҙәр тегербеҙ, селтәрҙәр үрербеҙ, ярҙам да йыйырбыҙ, һуғыш ҡына тиҙерәк бөтһөн — ошондай маҡсат берләштерә барыбыҙҙы ла, — ти Динә апай.
Әлбиттә, цех туҡтауһыҙ эшләп торһон өсөн туҡымаһы ла, башҡа әйберҙәр ҙә кәрәк, улар изге күңелле яҡташтар цехҡа ярҙам йөҙөнән күсергән аҡсаға  һатып алына. Нимәлер алырға ҡапыл аҡса кәрәк булып китһә, йыш ҡына  Динә апай ярҙамға килә икән.
Цех эшенә генә ярҙам итеп ҡалмай Динә апай. Уҙған йыл егеттәр тәгәрмәсле мунса һорап мөрәжәғәт иткәс, үҙ аҡсаһына мунса эшләтеп оҙатҡан. «Берлек» ирекмәндәре МХО-ға гуманитар йөк менән йөрөү өсөн һатып алған ГАЗель машинаһына тәгәрмәс кәрәк булғас, бында ла Динә апай ярҙамға килгән, дүрт тәгәрмәс алып биргән. Бынан тыш, машинаны ремонтлауға ла ҙур ғына сумма күсергән. Шулай уҡ яугирҙәр һораған генератор, башҡа кәрәкле әйберҙәргә лә аҡсаһын йәлләмәй оло йөрәкле ҡатын.  
Таҡһырҙа тыуып үҫкән Динә Әүбәкер ҡыҙы Асҡар егете Абдулхаҡ Абдулхай улы (үкенескә күрә ире яҡты донъяларҙан иртә китә) менән өс балаға ғүмер бирәләр. Ғаиләлә иң ҙуры булған Люция менән кинйәләре Гүзәлиә үҙ ғаиләләрен ҡороп, Магнитогорск ҡалаһында йәшәйҙәр, балалар үҫтерәләр. Ринат улы килене Римма менән өс ҡыҙға ғүмер биргәндәр: өлкәндәре Рината ауыл хужалығы институтында белем алһа, Диана менән Руслана Асҡар мәктәбе уҡыусылары. 
Ватан киләсәге өсөн ғүмерен йәлләмәгән улының яуҙа күрһәткән батырлығы үлемһеҙ булыуы менән сикһеҙ ғорурлана әсә. Ринат белем алған Асҡар мәктәбендә уның иҫтәлегенә таҡтаташ асылды, Герой партаһы булдырылды. Яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң бирелгән Батырлыҡ ордены һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалына өҫтәп, Ватан һаҡсылары көнөнә арналған байрамда  әсәһенә яугирҙең Шайморатов орденын тапшырҙылар.
— Һуғыш бөтөп илебеҙгә тыныслыҡ килһен өсөн махсус хәрби операция яугирҙәренә артабан да хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә тырышасаҡмын. Күмәкләгән — яу ҡайтарған тигәндәй, бергә булһаҡ, берҙәм булһаҡ, һис шикһеҙ, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, —  ти махсус хәрби операцияның ауырлығын һәм мөһимлеген аңлаған Динә апай.

Рәмилә Истанбаева.

Читайте нас