

«Арчи» позывнойлы яугир Михайловка ауылында 1993 йылда күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән техника менән мауыҡҡан егет, колледжда уҡып һөнәр алғас та әрмегә Һауа оборонаһына ҡаршы ғәскәрҙәр сафына алына. Хеҙмәт иткәндә алған белеме контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға барғас та, пилотһыҙ осоусы аппараттар менән идара итеүҙе тиҙ арала үҙләштерергә булышлыҡ итә. Тәүҙә һөжүмсе була, шул уҡ ваҡытта дрондар менән идара итергә лә өйрәнә.
— Оператор булыуы еңелдән түгел, тәүге ваҡытта бигерәк ауыр булды. Хәҙер йомоҡ күҙҙәр менән дә аппаратты һүтеп йыя алам һәм үҙем һалдаттарҙы өйрәтәм, — ти ул.
«Арчи» бер нисә ведомство миҙалы, Суворов ордены менән наградланған. Әлеге ваҡытта ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан яугирҙе район хакимиәтенә саҡырып, район башлығы Айрат Әминев «Әбйәлилдең яугир геройы» күкрәк билдәһе тапшырған.
— Иң ҙур бүләкте ҡатыным эшләне, бер нисә көн элек хәләлем менән яңы тыуған ҡыҙымды бала табыу йортонан алып ҡайттым. Ун йәшлек улыбыҙ бар ине, хәҙер ғаиләм ишәйҙе. Кәләшемә рәхмәтлемен, минең ҙур хыялымды тормошҡа ашырҙы, — ти егет, шатлығы менән уртаҡлашып.
Гөлнара Нурғәлиева.