

Йыш ҡына дошман БПЛА-ларының маҡсаты булып сәнәғәт ҡалаларында урынлашҡан эре заводтар тора. Дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы көрәшеү өсөн Башҡортостанда махсус отряд ойошторолдо.
Уҙған аҙнала Өфө нефть эшкәртеү комплексына Украинаның пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүмен «Илдең хәрби армия резервы» (БАРС) территориаль отряды яугирҙәре кире ҡағырға ярҙам итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итеүенсә, яугирҙәр 12 дрондың бишәүһен атып төшөргән.
— Беҙ «Башнефть» компанияһы менән бергә террористик һөжүмдәргә ҡаршы торабыҙ. Уҙған аҙнала 12 пилотһыҙ осоу аппаратын бәреп төшөрҙөк. Беҙ «БАРС» отрядын ойошторҙоҡ, ҡорал менән тәьмин иттек. «БАРС» беренсе алышты үткәрҙе. Халыҡ та яғыулыҡ менән бәйле хәлдең ауыр хәрби хәл фонында барыуын аңларға тейеш. «БАРС» яугирҙәрен, Оборона министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм предприятиеларҙың именлек хеҙмәттәре вәкилдәрен дәүләт наградаларына тәҡдим итергә кәңәш бирәм. Асылда, улар һуғышта һәм үҙ бурысын үтәй. Был еңел бирелмәй. Бергәләп ошо проблеманы хәл итеү зарур. Уны хәл итеп була, — тине Радий Хәбиров.
Билдәле булыуынса, Башҡортостандың «БАРС» отрядында хәрби тәжрибәгә эйә булған 300 кеше иҫәпләнә. Улар араһында МХО яугирҙәре лә бар.
Илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләүселәр Асҡар ауылы, Совет урамы, 27, адресы буйынса район хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итеп, хәрби хеҙмәт шарттары һәм дәүләт ярҙамы саралары тураһында тулыраҡ белә ала. Тел.: 8 (34772) 2-12-90.
Шулай уҡ мәғлүмәтте түбәндәге сығанаҡтарҙан алырға мөмкин: Башбат.рф сайтынан;ТГ-да чат-ботта: t.me/VBSBashBot;МАХ-та чат-ботта: ru/vbsbashkor; 122 номеры буйынса.