Ринат 1980 йылдың 24 декабрендә Зифа һәм Ғөбәйҙулла Таһировтарҙың ишле ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Әбделмәмбәт урта мәктәбендә туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң, 93-сө һөнәрселек училищеһында тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә, оҙаҡ йылдар Магнитогорск ҡалаһының “Мостострой” ойошмаһында хеҙмәт итә.
Өсөнсө йыл инде дауам иткән махсус хәрби операцияға, илебеҙҙең яңы төбәктәрендәге тынысһыҙ хәлгә битараф ҡала алмайынса, ул, ағымдағы йылдың 9 июлендә, үҙ теләге менән МХО-ға юллана. Өлкән уҡсы-сапер вазифаһында хәрби бурысын намыҫлы үтәй. Үкенескә күрә, 29 августа яҡташыбыҙ батырҙарса һәләк була...
Р. Ғ. Таһиров менән бәхилләшеү буйынса матәм митингыһында ауыл халҡы, мәктәп коллективы һәм район хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.
– Беҙгә бик ҡатмарлы осорҙа йәшәргә тура килә. Ватаныбыҙ хәүеф аҫтында. Уның мәнфәғәтен яҡлап неонацизмға ҡаршы көрәш алып барыла, ҡан ҡойола. Күп кенә яҡташтар ошондай ауыр мәлдә Ватанды һаҡлаусы юлын һайланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәғзеләре яу яланында башын һалды, ләкин ғүмерҙәренең һуңғы һулышына тиклем хәрби бурысына тоғро ҡалды. Бөгөн дә районда ҙур юғалтыу – Әбйәлил тағы бер улын һуңғы юлға оҙата. Район хакимиәте исеменән Ринат Ғөбәйҙулла улының туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Батырҙарҙың исеме мәңге йәшәргә, халыҡ хәтерендә һәр ваҡыт һаҡланырға тейеш. Күмәкләп ошо бурысты беҙ үтәрбеҙ тип ышандырам, – тине район башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары В. Ф. Ғафаров.
Артабан һүҙ алған һәр кем яугирҙең тыныс тормошта ниндәй кеше булыуын, яҡшы сифаттарын иҫкә төшөрҙө.
Ринаттың класс етәксеһе булған Ә. Ф. Нуриманова уҡыусыһын шуҡ, шаян тиҫтерҙәре араһында тыныс, аҙ һүҙле малай булды, тырышып уҡыны, тормошто яратты, ярҙамсыл ине, тип иҫкә алды. “Ринат һөнәри белем алғас, тормошта үҙ урынын табып, матур итеп эшләп йөрөнө. Тик ир-егет тәҡдире шулмы – МХО-нан ситтә ҡала алманы. Тыуған илебеҙ батырлығыңды онотмаҫ, ҡыйыу уҡыусым, бәхил бул!” – тине ул.
Яугирҙең һабаҡташы Ғәфүр Миңдейәров бөтә класташтары исеменән Ринат менән бәхилләшеп, уның бер туғандары – апайы Гөлсинәнең, ағаһы Данилдың, һеңлеһе Ләйсәндең һәм ҡустыһы Нурҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Әйткәндәй, Нур ҙа әлеге ваҡытта МХО-ла, уның иҫән-һау ҡайтыуын теләйек.
Туғандары араһынан Айытбай Ҡарабәндин ҡәйнешен һуңғы юлға оҙатырға килеүселәргә рәхмәт әйтте, ил-йорт тыныслығы теләне. Тыуған ил өсөн ғүмерен биргән Ринат Таһировтың батырлығы тураһында иҫтәлек итеп Рәсәй байрағы мәрхүмдең ағаһы Данилға тапшырылды.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.