Үтәгән ауылында үткән йомғаҡлау йыйылышында район Советы секретары Булат Исламбаев ауыл халҡын «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһын тормошҡа ашырыуҙың ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Амангилде ауыл биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин уҙған йылдарҙа ауыл биләмәһенең унда ҡатнашыу һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Мәҫәлән, ошо программа нигеҙендә Ҡаҙмаш һәм Рысҡужа ауылдарында урамдар яҡтыртылған, Үтәгән мәктәбендә тәҙрәләр алмаштырылған, Амангилде, Ҡаҙмаш, Әбделғәзе, Рысҡужа ауылдарында зыяраттар кәртәләнгән.
«Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһында быйыл да ҡатнашырға тәҡдим ителгәс, Үтәгән ауылы халҡы был юлы зыярат кәртәләтеүҙе һайланы һәм ул бер тауыштан хупланды.
— Мәңгелек йорт кәртәләре иҫкергән, таушалған. Унда бит ата-бабаларыбыҙ ерләнгән, тимәк, был — беҙҙең изге ер. Йыл һайын өмәләр үткәрелеп, зыяраттарыбыҙ йыйыштырыла. Ошо программа ярҙамында уның ҡоймаларын да яңыртып ҡуйһаҡ, тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ. Төҙөлөш материалдары алыу менән был изге эш башланып, ауылдаштар ярҙамы менән тиҙ арала тамамланыр тип өмөт итәбеҙ, — ти Вадим Рәфҡәт улы.
Ошо маҡсаттағы программа менән еңеп сыҡһалар, һәр йорттан 1500-шәр һум аҡса йыйырға тигән ҡарарға килделәр. Ишбулат Әүбәкиров рәйеслегендә инициатив төркөм һайланды. Был төркөм конкурста еңгән осраҡта эштәр барышын контролдә тотасаҡ, программаны финанслау яғынан халыҡтан аҡса йыйыуҙы ойошторасаҡ.
Ауылда тырыш һәм уңған халыҡ йәшәй, сит-яҡта төпләнгәне лә тыуған төбәген онотмай. Ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итергә, матурларға, яҡшы эштәр эшләргә ашҡынып тора. Зыяраттың кәртәһен яңыртыуға ла һәр кем үҙ өлөшөн индерер тигән ышаныста үтәгәндәр.
Г. НИҒМӘТУЛЛИНА.