Икеһе лә һөнәр алып эшләп йөрөгән, ғаилә ҡорған йәштәргә ошонан да ҙурыраҡ ҡыуаныс юҡтыр әлеге мәлдә. Сертификат уларға бөтә уңайлыҡтары булған торлаҡ һатып алыуға йәки ипотека кредитын ҡаплауға мөмкинлек бирә. Әлиә Ғәбитова Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, хәҙерге ваҡытта «Яҡты-Күл» шифаханаһында табип-терапевт булып эшләй. Айбулат Сәйфуллин иһә Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында электрогазосварщикка уҡып сығып, Магнитогорскиҙа «Гермес–Т» ЯСЙ-һында һөнәре буйынса хеҙмәт итә, кәләше менән ҡыҙ үҫтерә.
Торлаҡ сертификаттарын тапшырыусы район башлығы И. Т. Нафиҡов йәш ғаиләләргә тулы бәхетле тормош теләне.
Г. ФӘТХУЛЛИНА.