19 ғинуарҙа ауыл мәҙәниәт йортонда проект буйынса йыйылыш үтте. Сатлама һыуыҡҡа ҡарамаҫтан, залдағы атмосфера ярайһы уҡ йылы һәм йәнле булды. Йәшәгән еренә ысын хужа булып, уның төҙөклөгө, матурлығы өсөн битараф ҡалмаған ауылдаштар булғанда, йәшәү һулышы һүрелмәйәсәк икәнен яҡшы аңлай иҙәштәр.
Йыйылыш рәйесе һәм секретары һайланғандан һуң, Гусев ауыл биләмәһе башлығы Ш. С. Ғәтиәтуллин бөтәһен дә программа һәм унда ҡатнашыу шарттары менән таныштырҙы.
Йыйылышта “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ярҙамында хәл итеп булған проблемалар тикшерелде. Ауыл халҡы бер тауыштан программала ҡатнашырға теләк белдерҙе.
Иҙәштәргә спорт майҙансығы төҙөү, ағымдағы йылда клубты ремонтлау һәм зыяраттың территорияһын төҙөкләндереү кеүек проекттар тәҡдим ителде, тәҡдимдәр ҡыҙыу бәхәскә килтерҙе. Шуға ла ауыл халҡы араһынан инициативалы эшсе төркөм ойоштороласаҡ һәм өҫтөнлөклө проект һайлау маҡсатында халыҡтан һорау алынасаҡ.
Ауыл биләмәһе башлығы барыһына ла әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт әйтте һәм дөйөм тырышлыҡ менән генә ауыл тормошонда ыңғай үҙгәрештәргә өлгәшергә мөмкин булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ауыл халҡы ла, һинең өсөн уңайлыҡтарҙы ситтән килгән кемдер тыуҙырмай, барыһы ла үҙебеҙҙең тырышлыҡтан тора тигән фекерҙә.