Йыл да был программа һәр ауыл биләмәһенән бер ауыл ҡатнаша, урындағы халыҡ мөһим һорауҙарҙы күтәреп сығыш яһай һәм ауыл халҡы тарафынан кәрәкле проект тормошҡа ашырыла, халыҡ әүҙемлек күрһәтә һәм төрлө саралар уҙғара.
Быйыл был программала йәнгелдәр ҙә ҡатнаша, улар тарафынан проект сиктәрендә төрлө саралар үтә. Программа сиктәрендә Йәнгел ауылында “Яңы йыл ғаилә уйындары” спорт ярышы уҙҙы, унда уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашты.
Яңы йыл алдынан райондан МХО биләмәһенә гуманитар ылау оҙатылды. Ылау Донецк Халыҡ Республикаһына, Луганск Халыҡ Республикаһына һәм Запорожье йүнәлешендә хеҙмәт иткән һалдаттарыбыҙға тапшырылды. Йәнгел вуыл биләмәһе башлығы Рөстәм Ҡадиров үҙе гуманитар ылауҙы оҙатып йөрөнө һәм шәхсән беҙҙең яугирҙәргә яңы йыл күстәнәстәрен тапшырҙы.
Осрашыу барышында Рөстәм Эрнст улы хәрбиҙәргә урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы тураһында һөйләне, проекттың мөһимлеген билдәләне. Беҙҙең хәрбиҙәр яңылыҡты йылы ҡабул итте һәм халыҡ һайлаған проект конкурс аша һайлап алыныр һәм хуплау алыр тигән өмөт белдерҙе.