ППМИ ауылды күтәрә

Тотош Башҡортостанда киң ҡолас алған "Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү" программаһы тулыһынса халыҡтың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә юлланған.

Добавить в предпочтительные источники Google
ППМИ ауылды күтәрәППМИ ауылды күтәрә
ППМИ ауылды күтәрә

Социаль объекттарҙы һайлағанда бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ, төп талап - халыҡтың ниндәй ҙә булһа проектты яҡлауы һәм хуплауы. 

Быйыл Ҡырҙас ауылы ППМИ программаһында ҡатнаша һәм ошо уңайҙан бөгөн ауыл мәҙәниәт йортонда йыйылыш уҙғарылды. Көн тәртибенә бер нисә мәсъәлә сығарылһа ла, урындағы халыҡ ауыл биләмәһенең бинаһына ремонт үткәреүгә күпселек тауышын бирҙе. Инициатив төркөм өсөн 10 кеше һайлап алынды. Инициатив төркөм эште башлар, бағыусылар табылыр тип өмөт итә ҡырҙастар һәм проект еңеп сығырына ышана. 

 

 

 

 

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас