Район хакимиәтендә «Рәсәй Федерацияһы граждандарын торлаҡ менән тәьмин итеү» дәүләт программаһы сиктәрендә торлаҡ һатып алыуға (төҙөүгә) сертификаттар тапшырыу тантанаһы уҙҙы.
Программа ярҙамында Әбйәлилдән тағы ла дүрт йәш ғаилә торлаҡ мәсьәләһен хәл итәсәк.
Бәхетле көн хужаларын район башлығының беренсе урынбаҫары Ринат Ғирфанов ҡотланы.
— Илебеҙ өсөн ҡатмарлы осор булыуға ҡарамаҫтан, йәш ғаиләләрҙең һәм йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү буйынса дәүләт программаһы планға ярашлы тормошҡа ашырыла. Бөгөн һеҙҙең ҡулдарға тапшырыласаҡ сертификаттар — ышаныслы яҡты киләсәккә билет ул. Уларҙа билдәләнгән сумма — илебеҙ, республикабыҙ һәм районыбыҙҙың һеҙҙең ғаиләләргә бүлгән тос өлөшө. Был сертификаттар иртәгәһе көнгә өмөт уята, хыялдарҙы ысынбарлыҡҡа ашыра! — тине ул.
Торлаҡ сертификаттарына Байымдан Миләүшә һәм Фидан Ғилметдиновтар, Хәмиттән Ҡәҙриә һәм Илнур Шаһыбаловтар, Асҡарҙан Алина һәм Нур Фәтхетдиновтар, Нурия һәм Денис Ырыҫбаевтар лайыҡ булды. Уларҙың тәүге өсәүһе күп балалы ғаилә статусына эйә. Ринат Альберт улы йәштәргә артабан программа шарттарына ярашлы, һатып алыуға өй (фатир) һайлау йәки башланған төҙөлөштө тамамлап ҡуйыу, документ-отчеттар биреү кеүек күңелле мәшәҡәттәр көтөүе хаҡында аңлатты.
Тиҙҙән хыял йорттарының ишектәрен асасаҡ бәхетле ғаиләләр шатлыҡтарын гәзит аша ла уртаҡлашты.
— Өйләнешкәс тә «Йәш ғаилә» программаһына сиратҡа торҙоҡ. Сиратыбыҙ килеп еткәнсе өс балалы булып киттек. Салауатҡа — 9, Юлайға — 7, Регинаға 2 йәш. Байым ауылында кеше өйөндә түләп йәшәйбеҙ. Тормош иптәшем Фидан әлеге мәлдә Себерҙә вахтала. Үҙем «Абзелилспецкомобслуживание» МУП-ында бухгалтер булып эшләйем. Сертификатҡа әҙер өй алырға уйлайбыҙ, — тине Миләүшә Ғилметдинова.
Программала ҡатнашыусылар араһында күп балалы ғаиләләр өҫтөнлөккә эйә. Фәтхетдиновтар үҙ сиратын 2012 йылдан алып көткән. Был ваҡыт арауығында йәштәр өс балаға ғүмер биргән, Көнсығыш-2 биҫтәһендә ҙур өй күтәргән. Аҡса еткерә алмау сәбәпле, төҙөлөш оҙаҡҡа һуҙылған. Әле өйҙөң бер бүлмәһен генә эшләп сығып, мейес яғып йәшәйҙәр. Дилбәр, Инсаф, Илсен ҙур өйҙә, айырым бүлмәләрҙә йәшәү тураһында хыяллана. Ғаилә башлығы сертификат ярҙамында төҙөлөштө йәһәтләп тамамлап буласаҡ тип һөйөнөсөн белдерҙе. Алина Сәғит ҡыҙы өсөн был көн яңы асылған «Хазина» мәктәбендә уҡыта башлаған тәүге эш көнөнә тура килеүе менән икеләтә ҡыуаныслы булды.
Шаһыбаловтар ғаиләһе сертификат ярҙамында Асҡарға күсеү теләген тормошҡа ашырасаҡ. Хәмиттә магазин тотҡан, ире шәхси эшҡыуар булып теркәлгән, ҡатыны китапханасы булып эшләгән, ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләгән ғаиләнең тәү ҡарамаҡҡа ауылдан китерлек сәбәптәре лә юҡ кеүек. «Балаларҙың киләсәге тураһында уйлайбыҙ. Ижади юҫыҡта, спортта һәләттәрен үҫтергебеҙ килә. Ҡыҙыбыҙ Юлиә былтыр «Гүзәлкәй» район конкурсында беренсе урын яуланы. Рузил менән Румилдең дә ҡыҙыҡһыныуҙары күп төрлө», — ти әсәйҙәре Ҡәҙриә. — «Мырҙабай биҫтәһенән өй ҡараныҡ. Әлбиттә, сертификаттың суммаһы йорт өсөн тулыһынса иҫәпләшеүгә етмәйәсәк, ҡалған өлөшөнә ипотека аласаҡбыҙ. Йәш ғаиләләргә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы өсөн хөкүмәтебеҙгә ҙур рәхмәт», — тип һүҙҙе дауам итте атай кеше.
Етди сәбәп арҡаһында Ырыҫбаевтар тантанала ҡатнаша алманы. Нурия Рәфил ҡыҙының был көндә диплом яҡлауын, ә Денис Марат улының бәләкәй бала ҡарап ҡалыуын әйттеләр. Былар ҙа йәш ғаиләлә була торған күңелле мәшәҡәттәр. Ырыҫбаевтар ул һәм ҡыҙ үҫтерә. Сертификатты улар ипотека буйынса бурыстарын ҡаплауға йүнәлтәсәк.