Эшҡыуарлыҡ сәғәте
Айҙар Хамбали улы район хакимиәтендә үткән эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашты. Был көндө район хакимиәте башлығы Айрат Әминев етәкселегендәге комиссияға Әбйәлил биләмәһендә тормошҡа ашырыу күҙалланған проекттары менән биш эшҡыуар килде.
«ИТ» ЯСЙ-һы директоры Егор Янков суммаһы 6-7 миллиард һум булған «Ике Тау» курорты» инвестпроекты менән инде. Эшҡыуар бында ҡунаҡхана, ресторан, спорт, шул иҫәптән аквапарк, боҙ майҙансыҡтары, йәйәүлеләр һуҡмаҡтары буйлап маршруттар, вертолет майҙансығы һәм киләсәктә саңғы тау үҙәге төҙөү, бер һүҙ менән әйткәндә, халыҡҡа ял итеү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған проекты тураһында һөйләп, был маҡсатта ер бүленеүе, уға кадастр номеры алыныуын әйтеп, ерҙе файҙаланыуға сауҙаһыҙ биреү мөмкинлеге тураһында белеште.
Айҙар Хамбали улы эшҡыуарҙан ял базалары төҙөлә ҡалһа, унда һыу, газ, электр менән тәьмин ителеш, тотонолған бысраҡ һыуҙы ҡайҙа итеү мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды. Өс йыл элек башланған һәм үҙгәртеп эшләнгән проектты финанслау, инвесторҙар тураһында ла күп һорауҙар бирелде Е. Янковҡа.
«Бындай объектҡа ер бүлеү мәсьәләһе Башҡортостан Башлығы ҡарары нигеҙендә башҡарыла, шуның өсөн проектты республика кимәлендәге инвестсәғәткә сығарғанда, барыһы ла урын-еренә еткерелеп эшләнгән, иҫәпләүҙәр теүәл башҡарылырға тейеш» тигән тәҡдимдәр әйтелде эшҡыуарға.
Шәфҡәт Ғәбитов Тал Ҡусҡары ауылы янында база төҙөп, шунда туристик ат походтарын ойоштороу проекты тураһында һөйләне. «Олоташ» ат-туристик комплексында ете ырыуҙы сағылдырған этно-глемпингтар, ресторан төҙөү ҡарала. Бик күп аттар менән хатта бер нисә көнлөк турҙар ойоштороу ниәте менән яна эшҡыуар. Йылҡы ите, унан төрлө продукция етештереп, ошо йүнәлештә лә эш алып бармаҡсы ул. Әлбиттә, был эштәрҙе бойомға ашырыу өсөн ер участкаһы һәм эшмәкәрлекте башлап ебәреү өсөн финанс ярҙам да кәрәк.
«Алтын ҡурай» ЯСЙ-һының үҫеш буйынса директоры Илфат Төлкөбаев эшмәкәрлеген киңерәк йәйелдереү маҡсатында Йәлембәт ауылындағы «Алтын ҡурай» кафеһы янында күп функциялы юл буйы сервисын төҙөү проекты менән таныштырҙы. Эшҡыуар ҡунаҡханаһы, магазиндары, автомобилдәр ремонтлау мастерской булған үҙәк төҙөргә ниәтләнә. Әлбиттә, пландарын тормошҡа ашырыу өсөн эшҡыуарға ер участкаһы кәрәк.
Г. Ш. Рамаҙанова шәхси предприятиеһы вәкиле Ринат Рамаҙанов Асҡар ауылында күп функциялы туҡталыш комплексы проектын тәҡдим итте. Был, комиссия ағзаларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, сөнки бәҙрәфтәре, буфеты, магазины булған павильонды әлеге автобустар туҡталышы урынында, баҙар янында ҡуйыу күҙаллана. Халыҡ ағымы өҙөлмәгән урында бәҙрәф бөгөн кисектергеһеҙ хәл итеүҙе көткән мәсьәлә. Р. Рамазановтың идеяһын барыһы ла күтәреп алды, тик уны бойомға ашырыу өсөн эшҡыуарға ер участкаһы талап ителә. Был проектты бойомға ашырыуҙа ярҙам вәғәҙә ителде.
«АРТ СКУЛЬПТИНГ» ЯСЙ-һы директоры Нияз Сибәғәтуллиндың эшмәкәрлеге төрлө скульптуралар яһауға бәйле. Нияз Фирғәт улы артабан был йүнәлештә ныҡлап шөғөлләнмәксе. Шуға ла эшҡыуар Асҡарҙа арт-скульптуралар эшләү оҫтаханаһын асыу проектын тәҡдим итте һәм ошо маҡсатта ҡорамал һатып алыуҙа ярҙам һораны һәм, әлбиттә, эште алып барыу өсөн база йәки ер участкаһы кәрәклеген әйтте. Оҫтаның «Урал батыр» эпосынан ҙур үгеҙ һыны эшләүен һәм әле халҡыбыҙҙың яуҙарҙа еңеүсе булыуын һынландырған һәйкәл өҫтөндә эшләүен әйтеп, Айрат Зиннәт улы был мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә кәрәклегенә баҫым яһаны һәм район үҙәгендә буш торған биналарҙы ҡарап, ҡулайлыһын һайлап алыуҙа мөмкин тиклем ярҙам күрһәтергә вәғәҙәләне.
Һәр эшҡыуар үҙенең проектының район иҡтисады, халыҡ өсөн мөһимлеген һәм кәрәклеген мөмкин тиклем иҫбатлап, үҙ йүнәлештәрендә эштәрен асыу һәм алып барыу өсөн кәрәкле ярҙам һоранылар.
— Инвестиция сәғәте эшен тергеҙҙек, һәм тәүге ултырышта Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министр урынбаҫары Айҙар Хамбали улының ҡатнашыуы ҡыуаныслы. Инвестсәғәткә килгән бөтә эшҡыуарҙарҙы беләбеҙ, шулай уҡ үҙ проектын районда ғәмәлгә ашырырға кемдең әҙер булыуын да беләбеҙ. Уларға беҙ ярҙам итергә әҙербеҙ. Ғөмүмән, беҙ инвестициялар яҡлы. Районға инвесторҙар килһә, район үҫешәсәк, һөҙөмтәлә район төҙөкләндереләсәк, әбйәлилдәрҙең йәшәү кимәле күтәреләсәк, — тине район хакимиәте башлығы Айрат Әминев һөйләшеүҙе йомғаҡлап.
«Урал батыр» паркында
Эш сәфәре барышында министр урынбаҫары А. Х. Ғәлин «Урал батыр» спорт-мәҙәни күңел асыу паркын ҡараны.
«Информтехника» ЯСЙ-һы үҙ иҫәбенә төҙөгән ғаилә менән ял итеү өсөн һәм Башҡортостандың милли мираҫын популярлаштырыу маҡсатында һалынған парк әле төҙөлөү өҫтөндә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул ял итеүселәрҙе ҡабул итә. Бында парк буйлап йөрөп, Урал батыр эпосы персонаждары, фонтандар, форель, карп һәм осетр үрсетелгән быуа, мәмерйәле шарлауыҡтары һәм Урал батыр скульптураһы, ял итеү зонаһы менән фонтан янында фото төшөргә мөмкин. Тирмә-ресторанда тәмле ризыҡтан ауыҙ итергә була, биләмәлә ҡуйылған бер нисә бәләкәй тирмәсәктәрҙә шешлек ҡурып, ял итеү мөмкинлеге лә бар.
Резина япма менән ябылған, төрлө уйын ҡорамалдары, йәнһүрәттәр персонаждары менән йыһазландырылған балалар майҙансығы ла ҡыҙҙар-малайҙарҙың яратҡан урыны.
Парк территорияһында шулай уҡ никахты күсмә теркәү өсөн матур урын булдырылған, һәр аҙна бер нисә пар ғүмер юлын бергә үтергә нәҡ ошонда бер-береһенә һүҙ бирә икән.
Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан «Урал батыр» үҙенең заманса булыуы менән йәлеп итә лә инде.
Әле парк территорияһында күҙәтеү башнялары менән инеү урыны эшләнгән, биләмә тулыһынса кәртәләп алынған. Шулай ҙа биләмәне төҙөкләндереү тәңгәлендә, төҙөлөштәр өлкәһендә эшләйһе эштәре, пландары күп йәш эшҡыуарҙың.
Ресторан менән ҡунаҡхана төҙөлөшө бара. Урман эсендә бөтә уңайлыҡтары менән ял итеү өсөн бер глэмпинг төҙөлөшө тамамланыу өҫтөндә, ул тиҙҙән ҡунаҡтар өсөн үҙ ишектәрен асасаҡ. Тағы ла бер нисә ошондай ҡунаҡ йорттары һалыу күҙаллана.
153 000 квадрат метр майҙанда киләсәктә тау саңғыһы үҙәге, йәйәү йөрөү һуҡмаҡтары һәм тауҙарға маршруттар, балалар өсөн тағы бер нисә уйын майҙансыҡтары, тюбингтарҙа шыуыу өсөн трасса, халыҡ кәсептәре сувенир продукцияһы магазины, туристик-спорт инвентары һәм балыҡ тотоу кәрәк-яраҡтары прокаты, тантаналар һәм эшлекле саралар өсөн тирмәләр, термаль аквапарк, ғаилә һәм балалар ялы зонаһы һәм башҡа уй-пландары хаҡында һөйләне «Урал батыр» паркы директоры Руслан Шәғәлин Айҙар Хамбали улына парк буйлап экскурсия үткәреп.
Министрлыҡ вәкиле парктан, унда барған төҙөлөш эштәре барышынан ҡәнәғәт ҡалды һәм объектты артабан төҙөкләндереү өлкәһендә үҙенең күҙаллауҙарын-тәҡдимдәрен еткерҙе, эшҡыуарҙың дәүләттән ниндәй ярҙамға өмөт итә алыуы хаҡында аңлатма бирҙе.
— Киләсәктә «Урал батыр» паркы ҙур туристик ағымды йәлеп итеренә ышанам, объектҡа юл яҡшы, яҡында ғына халыҡ-ара аэропорт бар, — тине Айҙар Хамбали улы. — Шуның менән район, иҡтисадына, үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Курорт төбәгендә
Министрлыҡ вәкиле шулай уҡ курорт зонаһында урынлашҡан Магнитогорск металлургия комбинаты төҙөгән «Эко ауыл-1» ҡаласығын ҡараны һәм тағы ла комбинат бойомға ашырасаҡ, Башҡортостандың өҫтөнлөклө проекты һаналған «Эко ауыл-2» төҙөләсәк урында ла булды.
Министр урынбаҫарының эш сәфәре Әбйәлил районы биләмәһендә күҙалланған «Урал» туристик-рекреацион тибындағы махсус иҡтисади зонаның мөмкин булған территорияһын ҡарау менән тамамланды.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.