Азамат Ишбирҙин 1992 йылдың 28 майында Тупаҡ ауылында тыуып үҫә. Ғаиләлә өлкән бала булараҡ, һеңлеһе Флүзә өсөн һәр саҡ терәк тә, яҡлаусыһы ла була. Урындағы мәктәптә урта белем алғандан һуң, Таштимерҙәге һөнәрселек училищеһында һөнәр үҙләштерә. Унан инде ил алдындағы изге бурысын үтәү мәле етә. Азамат хәрби хеҙмәтен ике йыл Чечняла үтә, ул хәрби хәрәкәттәр ветераны. Әрменән ҡайтҡас, районда, Магнитогорск ҡалаһында төрлө ойошмаларҙа хеҙмәт юлы үтә, сит ҡала-өлкәләргә йөрөп, вахта ысулы менән дә эшләй.
Уҙған йылдың февралендә үҙ теләге менән Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһына юллана. Уҡсы булараҡ яуҙа һәр саҡ алдынғы һыҙыҡта була. Ошо йылдың сентябрь аҙағында тыуған яҡтарына отпускаға ҡайта. «Егерме көнлөк отпускаһы мәлендә туғандар менән даими аралашып, имен-һау осрашырға өмөт итеп, октябрь башында кире киткәйне. Тик яҙмыш аяуһыҙ, башҡа күрешергә насип булманы», — тип үкенес белдерә туғандары.
Яҙмыштан уҙмыш юҡ. 2 декабрҙә райондың хәрби комиссариатына яугир А. Ишбирҙиндың 19 октябрҙә яуҙа батырҙарса һәләк булыуы тураһында хәбәр килә.
Райондың хәрби комиссары Максим Гребенщиков йыйылыусыларҙы яугирҙең биографияһы менән таныш-тырғандан һуң, һүҙҙе район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров алды.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы тыныс һәм яҡты киләсәгебеҙ өсөн ҡорбандар талап ителгән дәүерҙә йәшәйбеҙ. Тыныслыҡ даулап яу ҡырына юлланған күп яҡташ-тарыбыҙҙың ғүмере өҙөлөүө аяныс. Батырҙарыбыҙҙың исемен онотмаҫбыҙ, улар беҙҙең хәтерҙә мәңге йәшәйәсәк, — тине район хакимиәте исеменән яугирҙең әсәһенең, ҡыҙҙарының, туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашып Вадим Фәнил улы. — Мәңгелек йоҡоң тыныс булһын, батыр!
Ауылдаштары исеменән Марсель Хамматов һүҙ алды:
— Күҙ алдында уйнап үҫкән егеттәребеҙҙең МХО-ла һәләк булыуы күңелдәрҙе өтә. Тыуған ер өсөн башын һалған яҡташтарҙың батырлығы мәңгелек. Был ҡәһәрле һуғыш бөтһөн тиҙерәк, — тигән теләктәргә ҡушып, яу ҡырында һәләк булған ир-уҙамандарға арнап яҙған шиғырын уҡыны.
— Беренсе кластан 11-гә тиклем бергә уҡыныҡ Азамат менән. Ысын дуҫ, ярҙамсыл иптәш булды ул. Ватан, киләсәк өсөн ғүмерен биргән класташыбыҙҙың йәне йәннәттә булһын. Ҡанҡойғос мәхшәр тиҙерәк тамамланһын ине, — тине дуҫтары класташтары исеменән сығыш яһаған Надежда Әхтәмова.
Гөлсөм Хәйҙәрова яугирҙе һуңғы юлға оло хөрмәт менән оҙатырға ярҙам иткәндәргә, хушлашырға килгәндәргә туғандары исеменән рәхмәт белдерҙе.
Яугир тыуған ауылының зыяратында ерләнде. Батыр яҡташыбыҙҙың әсәһе Римма Хәҙис ҡыҙының, ҡыҙҙары Азалия менән Лиананың, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Йәнең йәннәттә булһын, яугир!
Р. ДАУЫТОВА.