Геройҙар дәүере
10 Ғинуар 2025, 05:13

Уҡыусыларҙа илһөйәрлек рухын тәрбиәләп

Моңһоу ҙа, һағышлы ла сара махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Фидан Рөстәм улы Солтанов, Рәзил Рәжәп улы Дауытов һәм Айгиз Вәхит улы Юлдашбаевтың иҫтәлектәренә арналды.

Моңһоу ҙа, һағышлы ла сара махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Фидан Рөстәм улы Солтанов, Рәзил Рәжәп улы Дауытов һәм Айгиз Вәхит улы Юлдашбаевтың иҫтәлектәренә арналды. Тантаналы сарала яугирҙәрҙең ата-әсәләре Нуриҙә Ниғмәтуллина, Фәйрүзә һәм Вәхит Юлдашбаевтар, Рәүиә Дауытова һәм уларҙың туғандары, шулай  уҡ район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге начальнигы Гөлдәр Рәхимова, «Ватанды һаҡлаусылар» Дәүләт фондының социаль координаторҙары Дилә Ғәлиуллина, Илнур Ҡарабулатов, «Боевое братство» ойошмаһынан Азамат Амангилдин, махсус  хәрби операция зонаһында яраланып, әлеге ваҡытта реабилитация үтеүсе яугир Арслан Шаһиев ҡатнашты.

Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республи-каһы флагтары индерелгәндән һуң, дәүләт гимндарын мәктәп уҡыусылары башҡарҙы. Унан һуң Ишҡол мәктәбенең директоры Азат Махийәнов һүҙ алды:
— Бөгөн беҙҙең мәктәптә тарихи көн. Ошо белем усағында уҡыған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы Украинала барған ҡан-ҡойошта һәләк булған уҡыусыларыбыҙға «Герой партаһы» булдырҙыҡ. Улар быға лайыҡ! Бөтәһе лә тәртип яғынан өлгөлө, ярҙамсыл, изге күңелле егеттәр булдылар, — тине Азат Рәфҡәт улы.
Гөлдәр Әхмәҙулла ҡыҙы үҙ сығышында бөгөнгө көндә лә тыныс булмаған тормошта йәшәүебеҙҙе һәм илебеҙ именлеге өсөн үҙ ғүмерҙәрен фиҙа ҡылған геройҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡлығын телгә алды.
— Бындай герой парталары беҙҙең районда бихисап һәм киләсәктә лә был акцияны дауам итәсәкбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең тыныс күк йөҙө өсөн ғүмерҙәрен биргән ир-егеттәребеҙҙең һаны арта. Шуға күрә, беҙҙең төп бурысыбыҙ — улар тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү һәм уларҙы онотмау. Ҡаһарманлыҡтарын, ҡыйыулыҡтарын үҫеп килгән быуын өсөн өлгө итеп ҡуйырға кәрәк, — тине ул. 
Дилә Ҡасим ҡыҙы ла үҙенең телмәрендә яугирҙәрҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм киләсәк быуынды улар өлгөһөндә тәрбиәләү мөһим тип билдәләне.
Иң тулҡынландырғыс һәм ҡыҙғаныс минуттар ул, әлбиттә, «Герой партаһы»н асыу мәле. Фидан Солтановҡа арналған партаны әсәһе Нуриҙә Дим ҡыҙы һәм Арслан Ғәлим улы, Айгиз Юлдашбаевҡа бағышланғанды әсәһе Фәйрүзә Зәки ҡыҙы һәм Гөлдәр Әхмәҙулла ҡыҙы, Рәзил Рәжәп улына арналған партаны әсәһе Рәүиә Хәкимйән ҡыҙы һәм Дилә Ҡасим ҡыҙы асты. 
Бындай парталар артына тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән, республика, район, мәктәп кимәлендә үткәрелгән төрлө предмет олимпиадаларында, конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, спорт ярыштарында еңеүсе уҡыусылар ғына ултыра. Барлыҡ яугирҙәрҙе хәтерләп, бер минут тынлыҡ иғлан ителгәс, «Герой партаһы»на беренсе тапҡыр ултырыу бәхете 11-се класс уҡыусылары Рина Мөхәмәҙиева һәм Мансур Ғиниәтовҡа, 8-се класс уҡыусылары Дилбәр Хөбөтдинова һәм Зөлфиә Рамаҙановаға, 5-се класс уҡыусылары Ләйсән Зыяева һәм Руслан Ирғәлинға бирелде. Уҡыусылар һалдаттар иҫтәлегенә ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалғандан һуң, батырҙар хаҡында шиғырҙар һөйләне һәм артабан да яҡшы уҡыусылар булырға, уҡыу һәм спорт өлкәһендә һынатмаҫҡа вәғәҙәләр бирҙе.
Яугир ата-әсәләре исеменән сығыш яһаған Нуриҙә Дим ҡыҙы һалдаттарҙың исемен мәңгеләштереүҙә ярҙам ҡулы һуҙған Рауил ауыл биләмәһе хакимиәтенә һәм Ишҡол урта мәктәбе коллективына рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне.
«Герой партаһы» мәктәптең өс кабинетында урын алды һәм был кабинеттарҙа уҡыусыларға илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттарын тәрбиәләү маҡсатында батырлыҡ дәрестәре, Геройҙар тураһында төрлө хәтер һәм ҡәҙер саралары үткәреү планлаштырыла. Уҡыусылар ҙа, үҙҙәре белем алған мәктәптә ҡасандыр батырҙар уҡыуы тураһында белеп, уның партаһын күреп, ғорурлыҡ хисе уянһын, батырҙарға ҡарата хөрмәт һәм ихтирам хисе тыуһын.

Фидан Солтанов Әлмөхәмәт ауылында донъяға килгән, ләкин яҙмыш ептәре уны Ишҡол мәктәбе менән бәйләй. Уҡыған осорҙа мәктәп тормошонда, йәмғиәт эштәрендә үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә. Ул бәләкәйҙән спортты үҙ итә, айырыуса милли көрәш буйынса секцияла ҙур теләк менән шөғөлләнә. Район һәм республика кимәлендә төрлө призлы урындар яулай. Йыр-моңға ғашиҡ егет матур йырлай ҙа, өҙҙөрә баҫып бейей ҙә. Туғыҙынсы класты тамамлағас та, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалында уҡып, водитель-автомеханик, иретеп-йәбештереүсе һөнәр-ҙәрен ала. 2017 йылда әрме сафына алына, Хабаровскиҙа элемтәсе булып хеҙмәт итә. Ил алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтҡандан һуң, Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй. Украинала ҡораллы низағтар башланғас, шунда ҡатнашырға ҡарар итә һәм контракт буйынса хәрби хеҙмәткә юллана. Тик тормош аяуһыҙ, дәрт-дарманы ташып торған йәш кенә егеттең ғүмере өҙөлә. 
Үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наград-ланған. 

Рәзил Дауытов 1985 йылдың 6 октябрендә күп балалы ғаиләлә икенсе малай булып донъяға килгән. Ата-әсәһенә, бер туған ағаһы Фәнзилгә таяныс һәм кәңәшсе, һеңлеһе Фаягөл өсөн ныҡлы таяу була. Ишҡол урта мәктәбендә 1-9-сы кластарҙа белем ала, тәртипле, тырыш егет булараҡ уҡытыусылары һәм класташтары араһында абруй ҡаҙана. 
2004 йылда Рәсәй Ҡораллы көстәре сафына алына, Ватан алдындағы бурысын Ырымбур өлкәһенең 21-се мотоуҡсылар бригадаһында үтәй. Ҡайтҡас, вахта ысулы менән төрлө ойошма-предприятиеларҙа хеҙмәт итә.
Нацизмға ҡаршы барған көрәштән ул да ситтә ҡала алмай. 2023 йылдың декабрь айында үҙ теләге менән Украинаға юл ала. Яу яланында барған ҡаты бәрелештәрҙә үҙ-үҙен аямай көрәшә, иптәштәренә тоғро дуҫ була, үҙен ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу һалдат итеп күрһәтә. 
3 февраль һуңғы тапҡыр әсәһе менән бәйләнешкә сыға. Шул көндән алып һалдат һыуға төшкәндәй ғәйеп була. Туғандары төрлө чаттар, интернет селтәрендәге төркөмдәр аша эҙләй, яугирҙең тере булырына өмөттәрен өҙмәйҙәр. Тик сыуаҡ май иртәһендә бөтә булған уй-өмөттәр селпәрәмә килә. 24 майҙа район хәрби комиссариатына Рәзил Рәжәп улының 2024 йылдың 4 февралендә батырҙарса һәләк булыуы хаҡында хәбәр ителә.
Үлгәндән һуң генерал Шайморатов һәм Батырлыҡ ордендары менән наградланған.

Айгиз Юлдашбаев Магнитогорск ҡалаһында тыуған. Ата-әсәһе Ишҡол ауылына күсеп ҡайтҡас, ошонда белем ала. Айгиз бәләкәй сағынан спорт менән шөғөлләнә, ярыштарҙа ҡатнаша. Татыу, өлгөлө ғаиләлә итәғәтле, ярҙамсыл, асыҡ күңелле булып үҫә. Ишҡол урта мәктәбен тамамлағас, Магнитогорск дәүләт техник университетына уҡырға инә. Алыҫ Көнсығышта хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, Магнитогорск металлургия комбинатында эш башлай. Өйләнеп, ғаиләһе менән Магнитогорскиҙа фатир алып, шунда төпләнә. Ғүмер юлдашы Линара менән ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. 2023 йылдың декабрь айында үҙ ирке менән контракт төҙөп, МХО-ға юллана. Бер ҡасан да юғалып ҡалмаған, сая рухлы егет иптәштәре араһында тиҙ арала абруй ҡаҙана. Ләкин хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. 
Үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наград-ланған.

Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас