Ҡыҙғанысҡа күрә, Украинала барған мәхшәр илебеҙ өсөн ҙур һынау булды. Неонацизмды тар-мар итергә тип юлланған Йәнгел мәктәбенең сығарылыш уҡыусылары Әмир Камалов һәм Артур Абдуллин иҫтәлегенә арналған тантаналы сараға махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең туғандары, «Ватан һаҡсылары» Дәүләт фондынан Илнур Ҡарабулатов, Йәнгел ауылы хакимиәте башлығы Рөстәм Ҡадиров, мәрхүмдәрҙең класташтары, дуҫтары йыйылды.
Йәнгел урта мәктәбе директоры Альберт Ғәлиуллин ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм һалдаттарҙың исемен мәңгеләштереү, киләсәк быуынды улар өлгөһөндә тәрбиәләү белем усаҡтарының ҙур бурысы тип билдәләне.
Рөстәм Эрнст улы ла үҙенең телмәрендә былай тине:
— Был партала Геройҙарҙың фотоһүрәттәре урынлашҡан, уларҙың биографияһы, Тыуған иле алдындағы батырлыҡтары тураһында мәғлүмәт яҙылған. Ауылдаштарыбыҙ үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәй тыуған илдәрен һаҡлап ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Улар яҡты иҫтәлек булып беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәр.
«Герой партаһы»н асыу хоҡуғы Рөстәм Ҡадировҡа һәм Илнур Ҡарабулатовҡа бирелде. Сарала Йәнгел геройҙары тураһында яҡындары, уҡытыусылары ла бик күп йылы, күңелгә үтеп инерлек һүҙҙәр әйтте. Егеттәрҙең хәрби хеҙмәткә мөнәсәбәте, мәктәптә уҡыған йылдары, алға ҡуйылған маҡсаттарына өлгәшә белеүҙәре тураһында һөйләнеләр.
Әмир Ғөзәйер улы Камалов 1977 йылдың 14 авгусында донъяға килгән. Урындағы урта мәктәпте тамамлаған. Артабан 93-сө һөнәрселек училищеһында уҡыуын дауам иткән.
1995 – 1997 йылдарҙа Ватан алдындағы изге бурысын үтәгән. Һуңынан Магнитогорск ҡалаһы аэропортында, металлургия комбинатында хеҙмәт итә. 1997 йылда Әминә Абдрахмановаға өйләнә, кәләше менән Зарина исемле ҡыҙ үҫтерәләр.
2022 йылдың көҙөндә Әмир Ғөзәйер улы өлөшләтә мобилизацияға эләгә. Запорожье өлкәһендә дошманға ҡаршы көрәштә ҙур батырлыҡтар күрһәтә. 2024 йылдың 20 майында ауырыу сәбәпле, баҡыйлыҡҡа күсә. Үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены һәм генерал Шайморатов миҙалы менән наградланған.
Артур Кәрим улы Абдуллин 1988 йылдың 19 ғинуарында тыуған. 2003 йылдан алып Первомай ауылында йәшәй, Йәнгел урта мәктәбен 2005 йылда тамамлай. Артабан уҡыуын 104-се Магнитогорск һөнәри училищеһында дауам итә, автомеханик һөнәрен үҙләштерә. Магнитогорск ҡалаһында төрлө ойошма-предприятиеларҙа хеҙмәт итә, шулай уҡ вахта ысулы менән дә эшләй.
2023 йылдың декабрендә үҙ теләге менән Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм яу яланына юллана. Мотоуҡсылар бүлегендә гранатометсы булып хеҙмәт итә. 2024 йылдың 20 мартында ҡыҙыу алышта яҡташыбыҙ батырҙарса һәләк була.
Сарала ҡатнашыусылар ил именлеге өсөн шаһит киткән барлыҡ яугирҙәрҙе бер минут тын ҡалып хәтергә алды.
Геройҙарға мәңгелек дан! Үлгәндәрҙе иҫкә алыу — беҙҙең мәңгелек бурыс. Һәр герой партаһы артында кеше яҙмышы, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡтың шәхси миҫалы тора. Бындай парта артында ултырыу хоҡуғы Йәнгел мәктәбенең «Юнармиясылар»ына бирелде. Улар киләсәктә лә Геройҙар миҫалында тәрбиәләнер, илһөйәрҙәр һәм батырҙар булып үҫерҙәр, тип ышанабыҙ.
Г. ТИМЕРЙӘНОВА.