Тантаналы ла, һағышлы ла сараға батырҙарҙың яҡындары, туғандары саҡырылды, район үҙәгенән «Ватанды һаҡлаусылар» фонды социаль координаторҙары И. К. Ҡарабулатов менән Д. Ҡ. Ғәлиуллина ҡатнашты. Мәктәп, ауыл тормошондағы тарихи ваҡиғаға уҡыусы балалар һәм һуғыш михнәтен татыған һуғыш балалары категорияһына ҡараған Ишбулды ауылының оло быуын вәкилдәре шаһит ҡылды.
Бәләкәй генә Ишбулды ауылы күпме илһөйәр улдар үҫтергән! Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ир-азаматтар нисек нәфрәт менән ажарланып дошманға ҡаршы яуға күтәрелһә, унан һуң Афған, Чечня һуғыштарында ла ауылдаш егеттәр ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәткән. Махсус хәрби операция иғлан ителгәс, яугир рухлы ейәндәр быуыны ла ил һағына баҫҡан. Тик бәғзе берәүҙәренең йәшләй генә батырҙар үлеме менән ауыуҙары үкенесле. Уҙған өс йылда Ишбулдыға дүрт яугир цинк табутта ҡайтҡан. Уларҙан Нургиз Хәлисов, Азат Насиров, Рәмил Рәхмәтов — Ахай ауылының аҫаба ир-егеттәре булһа, ҡатынының тыуған ерен үҙ итеп ошонда донъя ҡорған уҙаман Марсель Талиповты ла кейәү булып йәшәгән ере ҡәҙерләп ҡосағына һыйындырҙы. Ишбулды ейәне, Хәлилдән Айгиз Ирназаров та олатайҙарының йәнтөйәгендә ерләнде. Яңыраҡ Ахай егеттәре уҙғарған асыҡ хоккей турниры ошо биш батыр иҫтәлегенә арналды.
Яугирҙәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү буйынса эҙмә-эҙлекле эштәр сираты дауам итә. Быға тиклем урта мәктәбе диуарында Азат Насиров һәм Нургиз Хәлисов иҫтәлегенә мәрмәр таҡтаташ ҡуйылғайны. Егеттәрҙең икеһе лә ошо белем усағын тамамлаған. Хәҙер бына улар исемендәге Герой парталары ла булдырылды, өсөнсө парта тыуған ауылында башланғыс белем алған Рәмил Рәхмәтовҡа асылды. 90-сы йылдар уртаһына ҡәҙәр Ахайҙа мәктәп башланғыс ҡына ине.
Тантананы Ишбулды урта мәктәбе директоры В. И. Хәйбуллина асты.
— Беҙҙең именлек, тыныс тормошобоҙ өсөн һәләк булған батыр уҡыусыларыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Ҡыйыу улдар үҫтергән ата-әсәләр алдында баш эйәм, — тине ул.
Әсәләрҙең йөрәк яраһын ҡуҙғатһа ла, ил геройҙарының исемдәрен мәңгеләштереү буйынса сараларҙың киләсәк быуындар өсөн әһәмиәте тураһында социаль координаторҙар әйтеп үтте. Сараны тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Д. З. Мырҙабулатова аһәңле итеп алып барҙы. Динара Зиннур ҡыҙы үҙе лә яугир әсәһе, хәрби юлын һайлаған улы Рамаҙан да әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Һалдат әсәһенең йөрәге аша иңрәп сыҡҡан һәр һүҙе йөрәктәргә үтте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г. А. Шөғүрованың уҡыусыһы Динислам Шөғүров менән «Әсә һәм ул һөйләшеүе» шиғырын тыңлағанда күҙ йәштәрен тыйып булманы.
Батырҙары тураһында Ишбулды уҡыусылары яҡты хәтер һаҡлай. Герой парталары янына баҫып уларҙың тормош һәм хәрби биографияларын бәйән иттеләр.
«Хәлисов Нургиз Нөғәмән улы 1997 йылдың 9 октябрендә Ишбулды ауылында донъяға килә. Ҙур татыу ғаиләлә, дүрт ул араһында икенсеһе булып үҫә. 2015 йылда мәктәп тамамлай. Уҡыу йылдарында үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә, һәйбәт уҡый, сәбәпһеҙ дәрес ҡалдырмай. Химия, ОБЖ, технология дәрестәрен үҙ итә. Спорт менән дуҫ була, көрәш секцияһында шөғөлләнә, төбәк-республика, район ярыштарында ҡатнаша, призер исемен яулай. Ағас һырлау түңәрәгенә йөрөй. Мәктәптә уҙған мәҙәни сараларҙа, кластың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Асыҡ, изге күңелле, тыныс холоҡло, ярҙамсыл егет була...»
«Насиров Азат Хәйҙәр улы 1985 йылдың 5 ноябрендә тыуа. Биш балалы ишле ғаиләлә үҫә. 1-11-се кластарҙа Ишбулды урта мәктәбендә белем ала. Азат һәләтле, тырыш уҡыусы була, «Бишле» һәм «дүртле» билдәләренә генә өлгәшә. Өйгә бирелгән эштәрҙе үтәмәй ҡалмай. Информатика, математика кеүек теүәл фәндәрҙе үҙ күрә. Класташтары менән дуҫтарса мөнәсәбәт һаҡлай. 93-сө һөнәрселек училищеһында автомеханик һөнәренә уҡып сыға. Ил алдындағы хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Өйләнә, Ишембай ҡалаһында йәшәй, шунан МХО биләмәһенә юллана...»
«Рәхмәтов Рәмил Мирйән улы 1974 йылдың 8 майында Ишбулды ауылында тыуған. 1981 йылда башланғыс мәктәпкә уҡырға бара. 1991 йылда Хәлил урта мәктәбен тамамлай. Әрмегә тиклем колхозда малсы булып эшләй. Ғаиләһе менән Себер яҡтарында төпләнһә лә, тыуған ауылы тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ауылда спортты үҫтереүгә күп тырышлыҡ һала. Уҡыусы балаларҙы футбол, хоккей буйынса төрлө ярыштарға йөрөтөүҙе ойоштора, уларҙың уңыштарына шатлана. 2023 йылдың 13 майында үҙ ирке менән махсус хәрби операцияға китә. 2-се айырым гвардия мотоуҡсылар бригадаһында хеҙмәт итә. Шул уҡ йылдың октябрендә яралана. Ләкин «Бомба» ҡушаматлы яугир — I статья старшинаһы госпиталдә дауаланғандан һуң бирелгән тейешле ялынан баш тартып фронтҡа юллана. 11 декабрҙә һәләк була. Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградлана. Батырҙың ҡатыны, ике балаһы ҡала...»
Герой парталарын асыу хоҡуғы Азат Насировтың әсәһе Айһылыу Ниғмәт ҡыҙына, Нургиз Хәлисовтың ҡатыны Екатерина Валерьевна һәм бер туған ҡустыһы Фәнзил Нөғәмән улына, Рәмил Рәхмәтовтың бер туған апайы Динә Мирйән ҡыҙына бирелде.
Был парталар артында тик уҡыу алдынғылары ғына ултырып уҡыясаҡ. Үҙҙәре ҡайталмаһа ла, дандары ҡайтты ҡаһарман ауылдаштарҙың. Ауылға башҡаса ҡайғы килмәһен. Яу ҡындағылар еңеү менән иҫән-һау ҡайтһындар!
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.