Геройҙар дәүере
28 Март 2025, 06:12

Тыуған ил именлеге хаҡына — ватан һағында

Ил Башлығы Владимир Путин өлөшләтә мобилизация иғлан иткәндең тәүге көндәренән үк ил һағына баҫҡан ир-егеттәр әле лә сафта. Яҡташтарыбыҙ илебеҙ өсөн үтә лә ҡатмарлы осорҙа хәрби бурыстарын намыҫлы үтәй. Ватан алдындағы изге бурыстарын батырҙарса башҡарғандары өсөн төрлө наградалар ала.

Ил Башлығы Владимир Путин өлөшләтә мобилизация иғлан иткәндең тәүге көндәренән үк ил һағына баҫҡан ир-егеттәр әле лә сафта.  Яҡташтарыбыҙ илебеҙ өсөн үтә лә ҡатмарлы осорҙа хәрби бурыстарын намыҫлы үтәй. Ватан алдындағы изге бурыстарын батырҙарса башҡарғандары өсөн төрлө наградалар ала. Яугир яҡташтарға мәңгелек дан һәм хөрмәт!

Илгә ҡурҡыныс янағас, хәрби хеҙмәттә тәжрибәле офицерҙар һәм һалдаттар беренсе рәткә баҫтылар.
Радик Сафин Рәсәй Ҡораллы Көстәренә саҡырыу ҡағыҙын мобилизацияның тәүге көндәрендә эш урынында ҡулына ала. Офицер һәм өс бала атаһы Ватан саҡырыуын ҡабул итеп, махсус хәрби операцияға юллана. 
Радик Асҡар урта мәктәбен тамамлай һәм 1989 йылда Магнитогорск ҡалаһының Тау-металлургия институтына уҡырға инә, ошо уҡыу йортонда хәрби кафедрала белем эстәй. Юғары һәм хәрби белем алған егетте бер төркөм һабаҡташтары менән Читаға әрме сафына хеҙмәткә алалар. Радиктың хеҙмәт йылдары Чечен һуғышының осоро менән тап килә, 1995 йылдың ғинуарынан май айына тиклем ҡыҙыу нөктәлә хеҙмәт итә.
Радиктың ҡатыны Сәғиҙә Нуриәхмәт ҡыҙы Ҡужан ауылында ун балалы ҙур ғаиләлә туғыҙынсыһы. Ул буласаҡ ирен мәктәптә уҡығанда үк оҡшата, әммә уларҙың юлдары айырыла. Һалым инспекцияһында эш башлаған йәш белгес Сәғиҙә менән Радиктың юлдары йәнә осраша, йәштәр бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғаилә ҡоралар. Сәғиҙә Нуриәхмәт ҡыҙы полицияла оҙаҡ йылдар эшләп, майор дәрәжәһендә хаҡ-лы ялға сыға, айырым ҡаҙаныштары өсөн миҙалдар һәм маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.
Хәрби хеҙмәттән һуң Радик Юлай улы район производство берекмәһендә, һуңынан «Красная Башкирия» хужалығында механик, юл ремонт-төҙөлөш идаралығында баш белгес булып эшләй. 
2022 йылдың 4 октябрендә ул мобилизациялана һәм тәүге көндәрҙән үк алғы һыҙыҡта. Махсус хәрби операция зонаһында Радик взвод командиры итеп тәғәйенләнә, уның ҡул аҫтында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән егеттәр хеҙмәт итә.
Мәктәптә Радик уҡыуҙа ла, спортта ла көслө була. Уның фотоһы район Советының почет таҡтаһында эленеп тора, совет осоронда уҡыу алдынғыларын ошондай тәртиптә баһалай торғайнылар. Ул һәр ваҡыт ҡустыларына  ярҙам итә һәм тиҫтерҙәре араһында лидер була. Малайҙар йыйылып уйнағанда, Радик һәр ваҡыт командир булып, «хәрби бойороҡтар» биреп, уйындарҙы ойошторор булған.  
Ҡыйыу лидерға хәрби бурыстарҙы үтәгәндә лә был бик кәрәкле сифаттар.
Запорожье өлкәһендә Радик Сафиндың взводы Днепрҙың һул ярындағы Энергодар ҡалаһы янындағы ТЭЦ-ты һаҡлай. Донецк Республикаһында полигонда инструктор була, штурмлау бригадаһын алышҡа әҙерләй. ДНР полигонында һалдаттар тактик хәрәкәттәргә, шул иҫәптән төрлө позицияларҙан атыу, дошман техникаһын юҡ итеү һәм башҡа хәрби алымдарға тәжрибә туплай. Әҙерлек тамамланғандан һуң, штурмлау бригадаһы алғы һыҙыҡҡа ебәрелә. Радик хәрби иптәштәренә терәк, таяныс һәм ышаныслы командир.
Хәрби задание  менән ике-биш кешенән торған штурмлаусылар төркөмө һәр ваҡытта беренсе булып яуға инә һәм позицияны тота. Өлкән лейтенант Радик Юлай улы хәрби бурыстарҙы үтәгәндә ике тапҡыр яралана. Һул ҡулына яраланғас, бер нисә операция үткәреп дауаланғандан һуң, сафҡа кире ҡайта. Хәрби бурысты үтәгәндә уның штурмлау төркөмө дошман дрондары һөжүменә дусар була, был ҡаты бәрелештә Радик икенсе тапҡыр яурынына яралана, ә хәрби иптәше һәләк була. Яралы яугир хәрби дуҫының кәүҙәһен ҡалдырмай, ут эсенән алып сыға.
Бөгөн, дауаланғандан һуң, Радик Сафин йәнә махсус хәрби операция зонаһына юлланды.
Өйҙә яугирҙе ҙур татыу ғаиләһе көтә. Сафиндар 27 йыл бергә йәшәй. Өлкән улдары Вилдан Өфө авиация университетын тамамлаған һәм Санкт-Петербургта IT-белгесе булып эшләй. «Беренселәр хәрәкәте»нең урындағы бүлексәһе белгесе булып эшләгән ҡыҙы Розалия М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетының 5-се курсында белем ала. Кинйәләре Әмирхан Таһир Кусимов исемендәге гимназияның 6-сы шайморатовсылар класында уҡый. 
Был ғаиләлә ата-әсә өлгөһөндә тыуған илдең ысын патриоттары үҫә, илебеҙ шундай рухлы ғаиләләргә таяна. Радик Юлай улының иҫән-һау, еңеү менән тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ.

Гөлнара ҒИНИӘТОВА. 

Читайте нас