Геройҙар дәүере
2 Апрель 2025, 09:56

Яугирҙәр иҫтәлегенә геройҙар парталары асылды

Рәхмәт мәктәбендә махсус хәрби операция зонаһында батырҙарса һәләк булған яугирҙәр: Илнур Басир улы Әхмәҙиев, Илнур Сәйфулла улы Әхмәҙиев, Айҙар Ғаяз улы Сәғәҙәтуллин иҫтәлегенә Герой парталары асылды.

Герой парталарын асыу хоҡуғы район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Илнур Илһамовҡа һәм баш белгесе Зинира Иҫәнамановаға, Күбәләк ырыуы ҡор башы Исрафил Йәнсәйетовҡа, Илнур Басир улының яуҙашы Фәнзил Тимерйәновҡа, Гөлнара Мөхәмәҙиеваға, Риф Мәсәлимовҡа бирелде. Рәхмәттәр герой ауылдаштарын бер минутлыҡ тынлыҡта иҫкә алдылар.
Батырҙарҙың туғандары: 8-се класс уҡыусыһы Айһылыу Сәғәҙәтуллина — ағаһы Айҙар Ғаяз улының, Ғәлинур Әхмәҙиев (11-се класс) — ағаһы Илнур Басир улының, Гүзәлиә Әхмәҙиева (7-се класс) Илнур Сәйфулла улының парталарына тәүгеләрҙән булып ултырҙылар. Уҡыу алдынғылары, спорт һәм төрлө өлкәлә еңеү яулаған уҡыусылар Герой парталары  артында ултырып уҡыу хоҡуғына лайыҡ.
Сарала ҡатнашыусыларҙы мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Илнур Илһамов, Күбәләк ырыуы ҡорбашы Исрафил Йәнсәйетов сәләмләне.
— Беҙҙең ҡаныбыҙҙа яугирҙәр рухы бар. Быуыныбыҙ егеттәре Ватанға ҡурҡыныс янағанда үҙ теләге менән беренселәр рәтендә ил һағына баҫа. Үҙемдең улым да МХО зонаһында бер йылға яҡын алғы һыҙыҡта булып ҡайтты, батырлығы төрлө наградалар менән баһаланған. Һәләк булған батырҙарыбыҙҙы онотмайыҡ. Уларҙы оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ, — тине батырҙар туғандары исеменән һүҙ алған Риф Мәсәлимов.
Яҡташтарыбыҙҙың батырлығы барыбыҙ өсөн дә илһөйәрлек, бурыс һәм намыҫ өлгөһө булһын.
Рәхмәт мәктәбендә киләсәктә шулай уҡ МХО-ла хәрби задание үтәгәндә батырҙарса һәләк булған Илгиз Хәлидар улы Ғирфановҡа Герой партаһы асыласаҡ.
Рәхмәт урта мәктәбе уҡыусылары һәр сарала ҡулдарын йөрәккә ҡуйып Башҡортостан һәм Рәсәй  гимндарын башҡара. Был мәктәптә ысын патриоттар үҫеүен раҫлай, лайыҡлы улдар һәм ҡыҙҙар үҫтергән ата-әсәләргә, уҡытыусыларға оло ихтирам. 

Гөлнара ШАКИРОВА.

Читайте нас