Мин ҡуш ҡуллап риза булһам да, мәҡәләмдең геройы үҙе хаҡында һөйләргә теләмәне. Бары тик телефон аша бәйләнешкә сығып, уның менән бер нисә тапҡыр һөйләшеп өлгөрҙөм.
Михайловка ауылынан булған, урындағы мәктәпте тамамлаған Радмир Мифтахов 93-сө һөнәрселек училищеһында тракторсы һөнәрен үҙләштерә. 2011-2012 йылдарҙа ил алдындағы изге бурысын үтәй. Һуңынан Магнитогорск металлургия комбинатында, Таштимерҙә иретеп-йәбештереүсе булып эшләй. 2023 йылдың март айында урындағы хәрби комиссариаттан килгән саҡырыуҙы ҡабул итә һәм үҙ теләге менән контракт төҙөп, МХО-ға юллана.
Ниндәй маҡсат менән яу яланына юлландығыҙ тигән һорауыма «Шрам» позывнойлы яугир ошолай тип яуап бирҙе:
— Беҙ һеҙ тыныс шарттарҙа уҡыһын, эшләһен һәм йәшәһен өсөн яу яланындабыҙ. МХО-ға контракт яҙырға ла ошо маҡсат этәргәндер тип уйлайым.
Гуманитар ылауҙар хаҡында ла һораштым.
— Яҡташтарҙан килгән ярҙам өсөн ҙур рәхмәт, алғы һыҙыҡта ул беҙгә ныҡ кәрәк. Гуманитар ылауҙы ике йыл эсендә бер тапҡыр алып өлгөрҙөм, адрес менән төбәп ебәрелгәндәре тиҙ килеп етә.
Радмир Әхтәм улының расчетында 4 кеше иҫәпләнә. Улар «Урал» машинаһы һәм пилотһыҙ аппарат менән тәьмин ителгән. Командирҙың иңенә хәрби әҙерлекте камиллаштырыу буйынса план төҙөү, аныҡ бурыстар ҡуйыу, теоретик дәрестәр һәм күнекмәләр, шәхси состав менән хәрби уҡыуҙар үткәреү, расчет белгестәрен әҙерләү йөкмәтелгән.
— Егеттәргә әхлаҡи-сәйәси һәм психологик әҙерлек буйынса дәрестәр үткәрәм. Яңы килгәндәргә хәрби бурысты үтәү өсөн кәрәкле сифаттарҙы, хәрби анттың изгелеген һәм йөкләмәләре тураһында аңлатырға тырышам. Батырлыҡты, сыҙамлыҡты, тапҡырлыҡты, уяулыҡты һәм үҙ-ара ярҙам тойғоһон үҫтереүҙе лә маҡсат итеп ҡуям. Командамдағы егеттәр шәп, — тип бәйән итте ул хеҙмәттәштәре тураһында.
Үҙе тураһында артыҡ һөйләргә яратмаған командир бер тапҡыр ҡаты яраланған. Шулай ҙа ул бөгөн дә дошман менән аяуһыҙ алыша һәм Еңеүгә табан бөтә командаһы менән бергә алға ынтыла. Даян Мурзин исемендәге батальонда ике йыл хеҙмәт итеүсе ҡыйыу яҡташыбыҙ алғы һыҙыҡта күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Батырлыҡ өсөн», генерал Шайморатов һәм «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға» миҙалдары менән наградланған.
Үрҙә һанап үтелгән наградаларҙың ни өсөн бирелеүе менән ҡыҙыҡһындым. Әммә яугир: «Һалдатты һөйләгән хәбәре һәм иҫтәлектәре түгел, ә күкрәгендәге орден-миҙалдары данлай. Ул турала һөйләгем килмәй», — тип яуап ҡайтарҙы.
Аҙ һүҙле, һәр һорауыма аныҡ яуап ҡайтарыусы, хәрбиҙәрсә тәрән фекер йөрөткән Радмирҙы бушҡа ғына командир итеп тәғәйенләмәгәндәрҙер, тигән фекергә килдем мин. Икенсе район яуҙаштарынан яҡташыбыҙ хаҡында йылы һүҙҙәр ишетеүе ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Тимәк, «Шрам» позывнойлы яҡташыбыҙ, ысынлап та, хәрби бурысын намыҫ менән үтәй, бүтән яугирҙәргә өлгө күрһәтә тигән һүҙ.