

Ҡуш йөрәкле ҡыйыу ҡыҙ — Һәйетҡол ауылынан Сөмбөл Ялалованың шәфҡәт туташы булып былтыр контракт буйынса махсус хәрби операцияға китеүе тураһында яҙып сыҡҡайныҡ. Сөмбөлдөң: «Мин унда нығыраҡ кәрәкмен!» — тигән ҡәтғи һүҙҙәренә хатта ата-әсәһе ҡаршы тора алманы, хәрби бурыслы Гиппократ антына тоғро һылыу йөрәге ҡушыуы буйынса яраланған, медицина ярҙамына мохтаж яугир-ҙәргә ярҙамға ашыҡты.
Һәм бына йылдан ашыу ваҡыт уҙғас ҡына ефрейтор Ялалова яҡындары янына ялға ҡайтып төштө. Сөмбөлдө тыуған йортонда ғына түгел, ауылда байрам яһап, ҙурлап ҡаршы алдылар. Батыр ҡыҙға бөтә Һәйетҡол халҡы оло хөрмәт күрһәтте.
— Ауыл өҫтөндә елберләгән байраҡтар, дәртле йыр-моң тауышы, йүгереп йөрөп һый-хөрмәт күрһәткән апай-еңгәләр күңелемде оҙаҡҡа етерлек йылылыҡ менән сорнаны, көс бирҙе. Ныҡ һағынып ҡайттым. Бигерәк тә атайымдың илап ҡаршылауы тәьҫирләндерҙе. Утты-һыуҙы кискән, донъя күргән кеше булһам да, ҡәҙерлеләрем өсөн һаман шул бала — кинйәкәй булып ҡалам. Ә тыуған йортта рәхәт. Әйтеп аңлатҡыһыҙ тыныслыҡ. Һуңғы бер йылда йәһәт-йәһәт тип ашығыс ритмда йәшәгәндән һуң, хатта тормош туҡтап ҡалғандай. Иртән тороуыма әсәйем өҫтәлгә аш-һыуын әҙерләп ҡуя, танһыҡ өй ризыҡтары менән һыйлай. Таң менән сменаға эшкә киткән атайым: «Ярай, йоҡлаһын, бындай тәмле йоҡо күптән эләкмәгәндер», — тип ҡурсалап тыуған көнөм менән ҡотларға уятырға ҡыймай. Үҙемде нәҡ бала саҡтағылай хис итәм. Көтөп алған ялыма тыуған көнөмдөң тура килеүе яҙмыш бүләге булды. Төнгө сәғәт 12-лә баласаҡ әхирәттәрем Амангилденән Рәзинә менән Таштимерҙән Гөлназ ҡотларға килде. Хәйер, өйөбөҙҙән ҡунаҡтар өҙөлгән көн юҡ, үҙҙәре лә саҡыралар, — ти Сөмбөл.
Әкренләп һүҙҙе «теге яҡҡа» борам. Ҡурҡынысмы, эш ауырмы тип ҡыҙыҡһынам. Үҙ теләге менән хәрби юлды һайлаған ҡыҙ зарланмай. «Аңлы рәүештә, белеп яһаған аҙымым», — ти ул. Әсәһе Зәйнәп апай һөйләүенсә, Сөмбөл бәләкәйҙән малайҙар һымаҡ ҡурҡыу белмәгән сая холоҡло бала була, өҫтөнән салбар төшмәй. Ҡыҙҙы өс туған апайы Гөлнара Ҡаһармановаға оҡшаталар. Хатта полиция булам тигән ынтылышына тиклем дә оҡшар икән кеше?! Полиция апайы уға ҙурыраҡ уҡыуға — хәрби академияға бар тип кәңәш бирә. Ләкин үҙ ихтыярынан бигерәк ата-әсәһенең теләге буйынса Һәйетҡол ҡыҙы медицина юлынан китә. Белорет медколледжында акушерлыҡҡа уҡый. Диплом алғас, дауахана ҡаласығынан эш белешә. Роддомда ваҡытлыса буш «декрет» урынында эшләргә тәҡдим итәләр. Өлкән шәфҡәт туташы һүҙ араһында тәүәккәллеге, ҡыйыулығы төҫөнә сыҡҡан ҡыҙға травматология бүлегенә даими урынға операция шәфҡәт туташы талап ителеүен әйтеүҙе лә урынлы күрә. Шулай итеп, яҡты донъяға бәпестәр ҡабул итәһе урынға Сөмбөл ҡатмарлы йәрәхәттәр менән дауаханаға эләгеүселәргә оператив ярҙам күрһәтеү буйынса эшләй башлай. Әйтергә кәрәк, был йүнәлеш, киреһенсә, ҡыҙҙың күңеленә ята һәм квалификацияны үҫтереү курстарында ул хирургия шәфҡәт туташына уҡып сыға.
Белоретта төпләнеп, башбаштаҡ уй-хыялдарын «йүгәнләп», яратҡан эшендә 10-сы йыл хеҙмәт итеп йөрөгән Сөмбөл былтыр: «Янығыҙҙа булғым килә, Асҡарға эшкә төшәм», — тип тыуған йортона ҡайтып килә. Төрлө сәбәптәр арҡаһында эшкә урынлашыу мәсьәләһе һуҙыла, ә төп ғиллә ҡыҙҙың махсус хәрби операцияға китеүгә контракт төҙөүендә булып сыға. Әлбиттә, был хаҡта ул атаһы менән кәңәшләшеп эш итә, әсәһенә иһә китер саҡта ғына белдерә.
2024 йылдың 12 марты. Сөмбөл Ялалованың хәрби сафҡа аяҡ баҫҡан көнө. Хәрби шәфҡәт туташы булып махсус хәрби операцияға киткән Әбйәлилдән беренсе гүзәл зат вәкиле ул. Ныҡлы уйланылған ҡарар, һөнәри тәжрибә менән юлға сыҡһа ла, алда ни көткәнен аныҡ белмәй әле. Өфөнән Екатеринбургҡа, унан хәрби самолетта Дондағы Ростовҡа юлланалар. Физик һәм тактик медицина буйынса әҙерлек үткәс, «Урал» машиналарында сикте үтеп бер урман полигонында хәрби сирҡаныс алғандан һуң, кире был яҡҡа — Тоцк-2 гарнизонына алып киләләр. Хәрби ант ҡабул иткәндән һуң, яҡташыбыҙ ең һыҙғанып госпиталдә эш башлай. Хирургия өлкәһендәге тәжрибәһе һәм шәхси сифаттары өсөн Сөмбөлдө баштан уҡ өлкән шәфҡәт туташы итеп тәғәйенләйҙәр.
8 апрелдә иһә 30 кешенән торған медицина ротаһы Луганск Халыҡ Республикаһына командировкаға ебә-релә. Әҙер эш урыны көтөп тормай. Червонопартизанск тигән ҡала тибындағы ҡасабала үҙҙәре ремонт яһап госпиталде йүнәтеп алалар.
— Унда 300-сөләр, еңелсә яраланған яугирҙәр ятты. Ауыр хәлдәгеләргә беренсе ярҙам күрһәтеп Рәсәйгә оҙата инек. Көндәлек эшебеҙ, нигеҙҙә, яраларҙы бәйләү, тәндәге снаряд ярсыҡтарын сығарыуға бәйле булды. Миңә көн дауамында ҡайсаҡ 100-130 яугирҙең яраларын бәйләргә тура килә ине. Ә госпиталдә 500-600 һалдат ятты. Хатта коридорҙар ҙа туп-тулы. Карауат араларында ҡалдырылған тар ғына урындан йөрөргә тура килә ине. Яугирҙәр: «Ҡулың еңел», — ти торғайнылар. Дауаланып аяҡҡа баҫҡас, беҙгә ярҙамлаша башлай инеләр. Фекерҙәребеҙ, тормошҡа ҡарашыбыҙ уртаҡ булған ысын дуҫтар ҙа таптым улар араһында. Хушлашыу, кире фронтҡа оҙатыу — иң ауыры. Госпиталдә бер-береңә иҫтәлеккә әйбер биреү «йолаһы» бар. Мин дә байтаҡ пациенттарымдың иҫтәлектәрен һаҡлайым. Ҡулымдағы сәғәт — бер иптәшемдең аманаты. Күптәре менән телефон аша хәбәрләшеп торам. Улар араһында Башҡортостан ир-егеттәре лә бар. Үкенескә, ҡайһы берәүҙәре менән бәйләнеш өҙөлдө. Иҫән-имен генә йөрөһөндәр, тип теләйем, — ти ул.
Перевальскиҙағы медицина пунктында операция шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итергә лә тура килә яҡташыбыҙға.
— Хәрби шарттарҙа универсал булыуың мөһим. Йоҡлау, ял итеү тураһында бөтөнләй оноторға тура килә. Бер ваҡыт ике сәғәт эсендә 9 операция яһаныҡ. Инстру-менттарҙы һәм бирсәткәләрҙе алмаштырыуға ғына туҡталабыҙ ҙа, артабан кеше ғүмере өсөн көрәшәбеҙ. МХО-ла медиктар етешмәй — иң ҙур проблема шул. Көндөҙгө сменала урындағы медперсонал эшләһә, беҙ төнө буйы аяҡ өҫтөбөҙ. Өс операция бригадаһы 20-30-шар операция башҡарабыҙ. Смена ваҡыты тамамланһа ла, эшебеҙҙе ҡалдырып булмай: операция өҫтәлендәге яугирҙәрҙе ташлап китмәйбеҙ, — Сөмбөлдөң һөйләгәндәре кино таҫмаһы һымаҡ күҙ алдымдан үтә. Ләкин был әсе ысынбарлыҡ. 32 йәшлек ҡыҙҙың хәрби тормошонан ҡыҫҡа ғына өҙөктәр.
Алһыҙ-ялһыҙ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн яҡташыбыҙ часть командованиеһының Рәхмәт хатына лайыҡ булған. Былтыр 9 Майҙа ефрейтор званиеһы бирелгән.
«Ҡурҡыныс аҫтынды ҡалғанығыҙ булдымы?» — был һорауым балаларса бер ҡатлы яңғырағандыр, күрәһең. Сөмбөл көлөмһөрәп ҡуйҙы:
— Сик артында булғанда пилотһыҙ аппараттарҙың, дрондарҙың бызылдап осоп йөрөүҙәре тәбиғи. Ташландыҡ лагерҙә тома бәйләнешһеҙ йәшәнек. Госпиталгә эләккән яралыларҙың да иң тәүҙә документтары менән бергә телефондарын ала торғайныҡ. Телефон — бер яҡтан дуҫ, бәйләнеш сараһы булһа ла, икенсе яҡтан урыныңды «Һатыусы» дошман да, һаҡ булыу мөһим. Һауа тревогаларына ла эләктек, ашығыс эвакуацияланған мәлдәр ҙә булды. Шөкөр, иҫәнмен. Ҡалғанын һөйләгем килмәй.
2 февралдә генә Сөмбөл МХО биләмәһендәге оҙайлы командировканан кире Тоцкиҙағы хәрби часткә ҡайта. «Шунда ғына йөрәгем урынына ултырҙы. Юғиһә, йоҡом йоҡо, ашағаным аш түгел ине», — ошо урында ҡыҙҙың әсәһе Зәйнәп апай һүҙгә ҡушылды.
— Теге яҡта булыу, ысын һуғышты күреү тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтте, — ти Сөмбөл. — Ә бында частә барыһы ла расписание буйынса, таҙа. Һәр иртә стройға теҙелеүҙән башлана, контроль, пропуск режимы, тикшереүҙәр көслө. Әммә госпиталдә тегендәге кеүек баш әйләнгес әйләнеш юҡ. Шуны беләм: хәрби юлды һайлағанмын икән, кире сигенеү юҡ. Был минең яҙмыш. Бөтәһе кеүек тиҙерәк ҡанҡойош тамамланыуын теләйем. Ләкин хәрби булып ҡаласаҡмын, — тип киләсәккә ҡарарын да әйтте «Басай». Әйткәндәй, ҡушамат һайларға ҡушҡастар, Сөмбөлдөң уйына кинәт ауылының икенсе атамаһы килә. «Башай тиһәң, яңғырамай кеүек, шуға күрә «Басай» тип алдым. Хәрби иптәштәргә ауылымдың атамаһы тип аңлатам», — ти ул ҡушаматы менән ғорурланып.
Ялға ҡайтҡас, хәрбиҙәргә тейешенсә, хәрби комиссариатҡа билдәләнергә килгәнендә Сөмбөлдө район комиссары М. В. Гребенщиков: «Беҙҙең тәүге ҡарлуғасыбыҙ!» — тип ҡолас йәйеп ихлас ҡаршылаһа, кире ҡуҙғалыр мәле еткәс, изге теләктәрен әйтеп оҙатып ҡала. Ғорурланмаҫлыҡмы ни шундай батыр ҡыҙыбыҙға?! Дүшәмбе Сөмбөл алыҫ юлға сыҡты. Барыр ерҙәре имен, хәүеф-хәтәрһеҙ булһын, Хызыр Ильяс юлдаш булып, фәрештәләр һаҡлап йөрөтһөн!
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.