Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
29 Май 2025, 14:52

Ил һағында батыр егеттәр

Украиналағы махсус хәрби операция башланыу менән ҡурҡыу белмәҫ ир-егеттәребеҙ илебеҙ һағына баҫты. Улар бөгөнгө көндә үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй. Мәйгәште ауылынан һуғыш яланында «Башкир-2» исемен йөрөткән яҡташыбыҙ Наил Солтанов та шундайҙарҙан.

Ил һағында батыр егеттәр
Ил һағында батыр егеттәр

Наил Мәйгәште ауылында йәшәгән Илсиә һәм Жәмил Солтановтарҙың ике ул тәрбиәләнгән ғаиләһендә кинйә малай булып донъяға килгән. Тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң, Буранғол урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Таштимерҙәге һөнәрселек училищеһында уҡып, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала.
Артабан ил алдындағы изге бурысын үтәү мәле етә һәм Наил Кемеров өлкәһендә хәрби хеҙмәтен үтә. Байтаҡ йылдар үҙ һөнәре буйынса эшләгәндән һуң, шәхси һаҡ хеҙмәте хеҙмәткәре курстарын тамамлай һәм махсус хәрби операцияға оҙатылғансы райондашыбыҙ ошо йүнәлештә хеҙмәттә була.
Илебеҙ тыныслығын һаҡлау өсөн ирекмәндәр йыйыу башланғас, Наил оҙаҡ уйламай, яҙылырға була. Әлбиттә, был хаҡта башта яҡындарына өндәшмәй, документтарын әҙерләй. МХО зонаһына китергә өс көн ҡалғас, ата-әсәһенә, туғандарына хәбәр итә.
Был уйынан кире ҡайтарырға күпме тырышһалар ҙа, Наил һүҙендә ныҡ тора, яуабы һәр саҡ бер була: «Мин барырға тейешмен!»
Һамар ҡалаһында хәрби әҙерлек үтә һәм махсус хәрби операцияға юллана. Әлеге ваҡытта яҡташыбыҙ Сармат батальонының 30-сы айырым гвардия бригадаһында өлкән техник булып хеҙмәт итә.
Ике йылға яҡын ут эсендә йөрөгән яугир хәрби хәрәкәттәр ветераны стату-сына эйә. Наил Жәмил улының МХО зонаһында күрһәткән ҡыйыулығы Рәсәй Президенты Указына ярашлы икенсе дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән билдәләнгән. Ул шулай уҡ «МХО-ла ҡатна-шыусы» миҙалы менән бүләкләнгән.
Республика Башлығы Радий Хәбиров исеменә Н. Солтанов хеҙмәт иткән хәрби часть командование исеменән ебәрелгән рәхмәт хаты ла яҡташыбыҙҙың үҙ бурысын намыҫлы үтәүен раҫлай. «Беҙҙең хәрби частә хеҙмәт иткән гвардия сержанты Солтанов Наил Жәмил улы хәрби бурыстарҙы үтәгәндә үҙен ҡыйыу яугир итеп күрһәтә, ҡатмарлы шарттарҙа ышаныслы эш итә һәм шуның менән башҡаларға өлгө булып тора. Нәҡ ошондай ҡыйыу йөрәкле һалдаттарҙың булыуы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә килтерҙе, тимәк, беҙ ҙә нацизмды туҡтата аласаҡбыҙ.
Ил һағында беҙҙең менән бергә тоғро хеҙмәт иткән яҡташығыҙ өсөн Һеҙгә рәхмәт белдерәм», — тигән юлдар бар был хатта.
— Ике улым да еңел атлетика буйынса һабантуйҙарҙа, район кимәлендә үткән ярыштарҙа күп тапҡырҙар еңеү яуланылар. Спорт менән дуҫ булыу Наилға хеҙмәтендә аҙ ғына булһа ла еңеллек килтерәлер тип ышанам, — ти яугирҙең әсәһе Илсиә Ғабдулла ҡыҙы. — Алғы һыҙыҡта булғас, көнө-төнө ут йотоп йәшәйбеҙ инде. Ул алғы һыҙыҡҡа аҙыҡ-түлек, боеприпастар ташый, унан яралыларҙы сығара — хәүефһеҙлекте күҙәтеп, төндә йөрөйҙәр, ә көндөҙ машиналарын ҡарайҙар.
Райондан барған гумконвой аша мөмкин тиклем әйберҙәр оҙатып тора Солтановтар. Әйтеүҙәренсә, яу яланында уларға күберәк машиналарға алмаш өлөштәр кәрәк икән.
Райондың ирекмәндәре аҡса йыйып, УАЗ автомашинаһы ла ебәргәндәр.
— Өлкән улым Вадим гумконвой алып барған төркөм составында барып ҡайтты, унда 12 тәгәрмәс, алмаш өлөштәр һәм, әлбиттә, танһыҡ ауыл ризығын алып барҙы. Аккумуляторҙар, огнетушителдәр даими талап ителә. Мин ҡарамаһам баламды, кем ҡараһын, гумконвой киткән һайын һораған запчастәрҙән тыш, ит, ҡаҙы, башҡа төрлө аҙыҡ-түлек ебәрәм. Һуңғы ярҙам барғанда Наил алғы һыҙыҡта булғас, ебәргән әйберҙәрҙе иптәштәре сығып алды, — тип дауам итә яугир әсәһе. — Йыуаса, сәк-сәк бешереп ебәргән, башҡа төрлө ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла рәхмәтлемен.
Уҙған көҙ отпускала булып киткән яҡташыбыҙ. Алғы һыҙыҡтан имен-һау ғына заданиеһын үтәп сыҡһа, тағы ла ялға ҡайтырын түҙемһеҙлек менән көтә атаһы менән әсәһе, туғандары.
— Ошоға тиклем алғы һыҙыҡта булған ваҡытта машиналары шартлай һәм Наил Екатеринбургтан булған хеҙмәттәше яраланғас, уны өс тәүлек буйына һөйрәтеп алып сыға. Ул әле Мәскәүҙә госпиталдә дауаланыу курсы үтә. Был хаҡта, әлбиттә, мин улымдың хеҙмәттәштәренән ишет-тем. Ҡыйыу, шул уҡ ваҡытта изге йөрәкле яугир улыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, — ти Солтановтар.
Телефон аша бәйләнешкә инеп, ҡаһарман яҡташыбыҙ менән аралашыу мөмкинлеге тыуҙы.
— Илде һаҡлау — һәр ир-егеттең төп бурысы тигән фекерҙә мин, — тине әңгәмәсем.
Хеҙмәттәштәре менән мөнәсәбәттәре яҡшы, дуҫтарса, һәр ваҡыт үҙ-ара ярҙамға килергә әҙерҙәр. Дөйөм хәүеф хәрби рухты күтәрә һәм бөтәһен дә хәрби туғанлыҡ менән берләштерә. Тыуған яҡтан гуманитар ярҙам даими килеп тороуы, бөтә кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителеүҙәре хаҡында һөйләне яугир.
Бында уның ҡайтыуын һәм бәйләнешкә сығыуын, сәләмдәрен ата-әсәһе, улы Инсаф, яҡындары түҙемһеҙлек менән тилмереп көтә, иҫән-һау йөрөүен теләп Хоҙайға изге доғаларын юллай.
Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, райондашыбыҙға еңеү яулап, иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас