Яугирҙәр өс ай Елань хәрби полигонында әҙерлек үтәләр, улар 82 мм минометты өйрәнәләр. Хәрби әҙерлек үткәндән һуң, минометтарҙы, өр-яңы бортлы УАЗ машиналарын, бер Урал машинаһын поезға тейәп юлға сығалар. Эшелонды ҙур ҡалаларға индермәй, урау юлдан алып баралар, хәрәкәт итеү тик төндә генә була, көндөҙ эшелон туҡтап тора.
Ике көн баралар, шул ваҡыт эсендә эшелон ут аҫтына ла эләгә, юғалтыуҙар ҙа була. Барып еткәс, блиндаждар эшләйҙәр, урынлашалар, яуға әҙерләнәләр. Шулай итеп, 2001 - 2002 йылдарҙа Чечняла эске эштәр бүлегенең махсус көстәре составында хәрби сынығыу үткән Зөлфәт Латиповҡа яңынан һуғыш утына инергә тура килә. Хәҙерге ваҡытта ул миномет расчетында хәрби юл үтә. Һуғыш юлдары Новоалексеевка, Новомихайловка, Новогоревка, Мирный, Вербовой, Новое, Сладкая Балка, Новопокровка, Компани аша үтә.
Тәүәкәллеге, хәрби бурыстарҙы теүәл үтәүе менән Зөлфәт Зөлфәр улы дәүләт наградаларына лайыҡ була. Тыныс ваҡыттағы тырыш, намыҫлы хеҙмәте «Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы» миҙалы, «Кавказдағы хеҙмәте өсөн» I, II, III дәрәжә «Яҡшы хеҙмәте өсөн», «Бурысҡа тоғролоҡ» күкрәк билдәләре, йөрөтөүгә хоҡуҡ бирелгән «Һунар бысағы» менән баһаланған булған. Быларға өҫтәп, махсус хәрби операция зонаһында күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул Шайморатов, «Хәрби батырлыҡ өсөн», «МХО-ла ҡатнашыусыға», «МОХ батальоны» миҙалдары менән бүләкләнгән.
З. З. Латипов 1973 йылда Бикҡол ауылында Рәсимә Ғәлимйән ҡыҙы һәм Зөлфәр Әсләм улы ғаиләһендә тыуған. Бикҡол башланғыс мәктәбен тамамлағандан һуң, Ташбулат мәктәбендә белем ала. Һуңынан Белорет интернет-мәктәбендә уҡый. 1991 йылда ҡаланың 25-се һөнәрселек училищеһында токарь һөнәренә эйә була. Ошо уҡ йылда әрме хеҙмәтенә алына, Тыуған ил алдындағы бурысын Зөлфәт Зөлфәр улы Мордовияла үтә. Хәрби хеҙмәтен үтеп ҡайтҡан егет 1994 йылда район эске эштәр бүлегендә эш башлай, артабан Магнитогорск ҡалаһының профессиональ-педагогик колледжында уҡыуын хеҙмәте менән бергә алып бара, юрист һөнәренә эйә була. 2007 йылда Магнитогорск ҡалаһына СИ-2 енәйәт башҡарыу системаһы органдарына хеҙмәткә күсерелә, бында ул эске эштәр капитаны званиеһында хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыға. Хаҡлы ялға сыҡҡас та төрлө ойошмаларҙа эшләй. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә ихласлығы, алсаҡлығы өсөн уны хеҙмәттәштәре ихтирам итә.
Ғаиләһендә ышаныслы терәк, балаларына өлгөлө атай булған Зөлфәт Зөлфәр улы ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан ваҡытында район яңылыҡтарына битараф ҡалмай, сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Ул башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта, «Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған» мемориал комплексы янында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Тыуған ер тупрағы капсулаһы» акцияһы эстафетаһын тапшырыу сараларында ҡат-нашты, гимназия уҡыусылары менән осрашты.
— Һәр ваҡытта ла белем кәрәк, илебеҙҙең киләсәге булараҡ һеҙ бер туҡтауһыҙ уҡырға тейешһегеҙ. Бына беҙ-яугирҙәр, яңылыҡтарҙы өйрәнеү өсөн, һаман да уҡыйбыҙ. Үҙ үҙеңде үҫтереү өҫтөндә эшләү — илдең яҡты киләсәге. Уҡытыусыларығыҙҙы ихтирам итегеҙ, тырышып уҡығыҙ, — тигән кәңәштәрен еткерҙе яугир шайморатовсыларға.
Зөлфәт Зөлфәр улы ҡыҫҡа ялын тамамалап, тағы махсус хәрби операция зонаһына юлланды. Өйҙә уны ышаныслы ғаиләһе көтә. Ҡатыны Гүзәл Салауат ҡыҙы Т. Кусимов исемендәге гимназияла оҙаҡ йылдар башланғыс кластарҙы уҡытҡан абруйлы педагог. Латиповтарҙың ҡыҙы Гөлфинә телевидениела «Тамыр» балалар студияһында эшләй, Азамат гимназияның 9-сы класын тамамлай.
Ғаилә ағзаларына ҡушылып, беҙ ҙә яугирҙе еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ.