Бер үк йылғаның һыуын эскән, бер үк һуҡмаҡтарҙан атлаған, бер мәктәп стеналары сиктәрендә белем алған егеттәрҙең яҙмыштары ла, холоҡтары ла оҡшаш. Улар икеһе лә шаян, көләкәс, ярҙамсыл, изге күңелле, эшһөйәр булалар. Икеһендә лә тик башҡорт ир-егеттәренә хас рух, илһөйәрлек көслө тәрбиәләнә. Тап ошо һыҙаттар уларҙы неонацизм баш ҡалҡытҡан ваҡытта МХО биләмәһенә китергә мәжбүр итә. Егеттәр алғы һыҙыҡта ла бергә була, хатта уларҙың яҙмыштары ла оҡшаш. Яугирҙәрҙең бөгөнгө көнгә тиклем кәүҙәләренең ҡайҙа ятып ҡалғаны ла билдәһеҙ. Улының, ҡустыһының, атаһының үле кәүҙәләрен күрмәгән әсәйҙе лә, апайҙы ла, балаларҙы ла, туғандарын да аңларға мөмкин. Уларҙа әле лә «Бәлки» тигән өмөт йәшәй, ул әле лә һүнмәгән. Ләкин хөкүмәт тарафынан һалдаттар рәсми рәүештә үлгәндәр исемлегенә индерелгән. Һәм туғандарҙың ризалығы менән батырҙар иҫтәлегенә улар белем эстәгән Рысҡужа мәктәбендә таҡтаташ асырға ҡарар ителгән.
Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айрат Әминев, Амангилде ауылы биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин, район Советы депутаты Даян Сафин, яугирҙәрҙең “Старый” позывнойлы хеҙмәттәше, туғандары һәм ауылдаштары ҡатнашты.
– Ысын геройҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереү – беҙҙең төп бурыс. Беҙ улар тураһында киләсәк быуынға еткерергә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә тейешбеҙ. Улар тураһында бер ҡасан да оноторға хаҡыбыҙ юҡ! – тине Айрат Зиннәт улы.
– Барып сәскә һалырға ҡәберҙәре лә булмаған батыр яҡташтарыбыҙҙың иҫтәлеген ошолайтып мәңгеләштерергә булдыҡ. Таҡтаташтар – геройҙар тураһында хәтер билдәһе. Туғандары, ауыл- даштары килеп сәскә һалһындар, туғаным йәки атайым батыр булған тип ғорурланып уҙһындар өсөн эшләнелде, –тине Даян Мәсғүт улы.
Вадим Рәфҡәт улы үҙенең сығышында алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә һаман да ярҙам кәрәклеген иҫкә тө- шөрҙө:
– Яңы гуманитар ярҙам йыйыу тураһында иғлан итәбеҙ. Алғы һыҙыҡта булған яҡташыбыҙға ашығыс рәүештә машина кәрәк. Барығыҙҙы ла был изге эштә ҡатнашырға саҡырам, – тине ул.
Мәләүез районынан килгән “Старый” позывнойлы яугирҙең Иштуған менән Дим тураһында һөйләгәндәре тетрән- дерҙе:
– Килмәйенсә булдыра алманым. Матур күңелле, кешелекле инеләр, уларҙың ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу йөрәкле егеттәр булыуына һоҡландым. Шаян, шуҡ башҡорт егеттәре менән тик башҡортса аралашыр өсөн бер урман һыҙатынан икенсе сигенә бара торғайным. Икеһенең дә сәстәре салланған ине, һуғыш йәш, ҡарт тип ҡарап тормай, бер кемде лә аямай шул. Мин “Мага”ны ул тиклем күреп өлгөрмәнем, ә бына “Басир” менән ныҡ яҡын булдыҡ. Иҫкә төшһәләр, йөрәк әрней. Мин тере ҡайттым, ғәфү итегеҙ мине. Минең балалар йәшендәге йәш кешеләрҙең шулай иртә китеүенә ышанырлыҡ та түгел. Шул тиклем ҡыҙғаныс хәл. Күрәһең, уларҙың маңлайҙарына яҙылған тәҡдирҙәре шулай булғандыр, – тине ул үҙенең телмәрендә. – Һалдаттарҙың ниндәй шарттарҙа, нисек көн күреүҙәрен белмәйенсә хөкөм иткән кешеләр бар. Шул шартлауҙар, ҡурҡыныс атышыуҙар араһында йәшәгәндәрҙең хәленә инә белегеҙ. Гуманитар ылауҙарға, зинһар, битараф ҡала күрмәгеҙ. Тамсынан күл хасил була.
Һәләк булғандарҙың туғандары район Советы депутаты Даян Мәсғүт улы Сафинға, шулай уҡ район, ауыл биләмәһе хакимиәтенә, мәктәп уҡытыусыларына һәм был иҫтәлекле сараны ойошторорға ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
Был таҡтаташтар яҡташ яугирҙәребеҙҙең исемдәрен дан итеп алып ҡайтты, уларҙың Герой икәндәрен иҫбатланы. Иштуған Басир улының апайы, Айнур Дим улының әсәһе һәм балалары өсөн ғорурлыҡ, хәтер һәйкәле булып торасаҡ.
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.